Яңы иҡтисади шарттарға ярашлы24.03.2015
Силәбе өлкәһе делегацияһының Башҡортостанға ике көнлөк эш сәфәре барышында ике яҡтың район хакимиәте башлыҡтары араһында осрашыу уҙғарылды. Кәңәшмәне республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов алып барҙы.
Хакимиәт башлыҡтары үҙ төбәгенең иҡтисади торошо, ҡеүәте хаҡында һөйләне, ҡайһы йәһәттән хеҙмәттәшлек булдырыу мөмкинлеген билдәләне. Ике төбәк быға ҡәҙәр ҙә тығыҙ бәйләнештә йәшәне, ошо юлды артабан тағы ла һөҙөмтәлерәк дауам итеү мөһим тигән фекер нығытылды сарала. Башҡортостандың тауар әйләнешендә Силәбенең өлөшө 7,5 процент тәшкил итә. Республиканың көньяҡ-көнсығыш, төньяҡ-көнсығыш райондары һәм Силәбе өлкәһе йүнселдәренең берҙәм инвестиция эшмәкәрлеге нигеҙендә бихисап хеҙмәт урыны булдырылған. Төрлө тармаҡтар буйынса үҙ-ара бәйләнеш сығанаҡтарҙы экономиялау мөмкинлеген бирә. Ә был – бөгөнгө иҡтисад өсөн мөһим шарт.
Кәңәшмәлә Башҡортостандың Балаҡатай һәм Силәбе өлкәһенең Күсә райондары, Салауат менән Ҡатау-Ивановск, Учалы һәм Мейәс араһында хеҙмәттәшлек хаҡында килешеү төҙөлдө.
(Сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән гәзиттең киләһе һандарының береһендә танышырһығыҙ).