Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була...09.02.2012
Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була..."Дружба" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ҡошсолоҡ фермаһында бөгөн һиллек, тик ара-тирә генә ҡаҙ ҡаңғылдағаны ишетелеп ҡала. Яҙ етергә лә күп ҡалмаған, ә февраль баштарында итальян тоҡомло ҡаҙҙар тәүге йомортҡаһын һала башлай. Әле ҡош-ҡортто тәрбиәләү менән мәшғүлдәр.
– Ҡыҙыу осор булмаһа ла, бөгөн фермала эш етерлек. Урамда ҡыш, әммә халыҡтан ғына түгел, ойошмаларҙан да ҡаҙ бәпкәһенә заказ килә башланы, – ти ҡошсолоҡ фермаһы мөдире Айзат Ғафаров. – Продукцияға ихтыяж һәр саҡ булды. Һатып алыусыларыбыҙҙы сифаты менән дә ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ.
Ысынлап та, республиканың ҡошсолоҡ баҙарында конкуренция етерлек, шуға ла, теләйһеңме-теләмәйһеңме, сифат иң беренсе урында булырға тейеш. Хәҙер күптәр элекке кеүек арзанды эҙләмәй, ә юғары сифатлы булыуын шарт итеп ҡуя. "Бөгөн насар эшләһәң, ялҡауланһаң, иртәгә тауарың үтемһеҙгә әйләнә, – ти ҡошсолар. – Ҡаҙ бәпкәләре менән күпселеген райондаштарыбыҙҙы тәьмин итәбеҙ, шуға ла улар алдында оятҡа ҡалмаҫҡа тырышабыҙ".
Әле фермала ике мең ярымдан ашыу итальян тоҡомло ҡаҙ аҫрала. Киләһе яҙҙан башлап бында районлаштырылған яңы "Губернатор" тоҡомло ҡаҙ үрсетергә уйлайҙар. Ҡурған өлкәһенең тоҡомло ҡаҙ үрсетеү предприятиеһынан ҡаҙ һатып алыу килешеүе төҙөлгән. Был ҡоштарҙың йомортҡаһы ла ҙур, ите лә тәмле, шул үҙ сиратында продукцияға ихтыяжды тағы ла күпкә арттырасаҡ. Бройлер тауыҡтарына ла ихтыяж булғанлыҡтан, йәмғиәт күп йылдар Саҡмағош ҡошсолоҡ фабрикаһы менән хеҙмәттәшлек итә.
Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була...Ферма эшсәндәре бөгөн ҡышҡы осорҙо уңышлы тамамлауҙы бурыс итеп ҡуйған. Етерлек күләмдә бесән, һалам ихатаға ҡайтарылған, фураж, төрлө ярма әҙерләнгән. Үҙ көстәре менән ике ҡошсолоҡ фермаһына ла былтыр ремонт үткәргәндәр, елләтеү системаһын алыштырғандар. Инкубатор һәм йомортҡа баҫтырыу шкафтарына ла капиталь ремонт яһалған.
Әнисә Туҡаева, Лилиә Кашапова, Гөлисә Фәхретдинова һәм Флүзә Сабитова — йәмғиәттең алдынғы хеҙмәткәрҙәре. Ремонт ваҡытында ла, әле лә иретеп йәбештереүсе Әнәс Ачилов, электрик Рауил Мөслимов намыҫлы хеҙмәт күрһәтә.
– Эш оҡшай, хеҙмәт хаҡы ла ваҡытында түләнә. Етәкселек үтенестәребеҙгә һәр саҡ ҡолаҡ һала. Әммә шуныһы үкенесле: беҙгә йәштәр эшкә килергә атлығып тормай, – ти ҡошсо Флүзә Сабитова. – Йәш белгестәргә йәшәү шарттары ла булдырабыҙ, республика Хөкүмәте лә аҡсалата ярҙам күрһәтә, тик һаман ололар ғына эшкә килә.
Самат ҒӘЛИН
Миәкә районы.


Вернуться назад