Малдың яйын баҡҡан белер13.03.2015
Ауылда малһыҙ йәшәп булмауын һәр кем яҡшы аңлай. Һуңғы осорҙа игенселек менән шөғөлләнеп тә нисәмә йыл буйы ҡоролоҡ арҡаһында уңыш ала алмаған күпселек фермерҙар ҡайтанан малсылыҡ тармағын һайлай. Хөкүмәт тарафынан ҡабул ителгән “Яңы эш башлаусы фермерҙарға ярҙам итеү” программаһы уларға файҙаға ғына.
Яманһаҙ ауылы фермеры Әнүәр Сабитов 1 миллион 350 мең һумлыҡ грант юллап, ошо аҡсаға трактор, бесән преслау ҡорамалы, Ауырғазы районындағы тоҡомсолоҡ хужалығынан ете тана һатып алған. Әйткәндәй, егәрле хужаның 24 баш һыйыры, тиҫтәгә яҡын йылҡы малы, күпләп һарығы бар. Малсылыҡты киңәйтеү маҡсатында алған таналарға өмөт ҙур, ти Әнүәр Сәлимйән улы.
— Беҙҙең төбәк өсөн ҡулай булған ит-һөт тоҡомло таналарға өҫтөнлөк бирҙек, — тине эшҡыуар. – Шуныһы уңайлы: һөттө ҡайҙа тапшырырға тигән һорау тыумай, үҙебеҙҙең эргәләге “Йылайыр һөтө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡабул итә уны. Хаҡы ла ҡәнәғәтләндерә. Һыйырҙарҙы ҡатыным Рәсимә аппарат менән һауа, әле малды ишәйткәс, яңы алған таналар ҙа быҙаулай башлағас, ярҙамсы алырға иҫәп тотабыҙ. Быларҙы өйрәтергә кәрәк, юғиһә бигерәк ҡырағайҙар, ҡулға саҡ өйрәнеп киләләр...
Фермерҙың 50 гектар ере бар, шулай уҡ ауылдаштарының пай ерҙәрен ҡуртымға алған. Бер нисә йыл иген сәсеп тә бер ниндәй ҙә уңышҡа өлгәшмәгән фермерҙың малсылыҡҡа иҫәп тотоуы аңлашыла.
— Программаға ярашлы, һыйырҙарҙы 68 башҡа еткерергә тейешбеҙ. Шуға күрә киләсәктә, малды ишәйткәс, ҡуралар тар буласаҡ. Әле төп проблема —яңы һарай төҙөү. Совхоздың буш торған элекке фермаһы бар, әммә бик ҡыйбат. Ҡуртымға алырға тура килһә лә, ремонт эштәре өсөн байтаҡ сығым талап ителәсәк, — тип үҙен борсоған проблемаларҙы бәйән итте Әнүәр Сәлимйән улы.