Иҡтисадтың таяуҙары ышаныслы13.03.2015
Иҡтисадтың таяуҙары ышаныслы Һуңғы осорҙағы сәйәси-иҡтисади шарттарҙа үҙебеҙҙең етештереүселәргә мөмкинлектәр киңәйә төштө. Уларға Рәсәй Хөкүмәте яғынан да иғтибар артыр тип көтөлә. Ҡариҙел районында ағас эшкәртеү предприятиеһын асҡан Николай Порядин да быға өмөт бағлай.

Николай Васильевич, Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә утыҙ йыл хеҙмәт иткәс, 2012 йылда тыуған яғына ҡайта ла үҙ эшен асырға була. Район хакимиәте уның башланғысын хуплап ҡаршы ала. Порядинға ер бүлеп бирелә. Ике ай эсендә ике арҡаҙашы менән ул пилорама һәм ярҙамсы биналар төҙөп ултырта. Таң һарыһынан ҡара төнгә тиклем эшләргә тура килә, әлбиттә. Тырышмаһаң, эш сығамы ни?! Ҡорамалдар алып урынлаштыралар, йыһазландыралар. Шунан таҡта ярыу эшенә тотоналар.
Николай Васильевич производствоны киңәйтеү яғын да хәстәрләй – ошо ваҡыт эсендә йәнә техника ҡуйыу өсөн гараж һала, бүрәнә цилиндрлау цехын аса. Ағасты урмандан сығарыу, ташыу, эшкәртеү өсөн төрлө техника һатып ала. Барлыҡ сығымдары кредит аҡсаһынан һәм һатылған продукциянан килгән табыштан ҡаплана. Эшкә етди тотонғанлығын күреп, уға яҡташтарының ышанысы арта. Заказдар ҙа күбәйә бара. 2013-2014 йылдарҙа Порядиндың предприятиеһы “Социаль торлаҡ” программаһы буйынса икешәр фатирлы өс йорт төҙөй.
Николай Васильевич өлгәшелгәнгә риза булып, тынысланып ҡала торғандарҙан түгел. Ул производствоны артабан киңәйтеү юлдарын күҙаллай. Тик кредиттарын тиҙерәк түләп бөтөрәһе бар. Эшҡыуарҙарға оҙайлыраҡ мөҙҙәтле арзан кредит биреү мәсьәләһе хәл ителһә, был бик ҙур ярҙам булыр ине лә бит.
Йүнселдең бысҡы онтағын преслап, яғыулыҡ итеү, ағас ҡалдыҡтарынан арболит блоктар эшләү ниәте тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йәһәтенән дә бик мөһим. Киләсәкте ҡайғыртыу табыш алыуҙан ғына түгел, тәбиғәтебеҙҙе, һыуыбыҙҙы, һауабыҙҙы хәстәрләүҙән дә ғибәрәт, тип иҫәпләй эшҡыуар. Ул, әлбиттә, хаҡлы. Эшмәкәрлегең үҙеңә, көнкүрешеңә генә түгел, йәмғиәткә лә файҙалы булырға тейеш. Шул сағында ғына ул күңелгә ҡәнәғәтлек бирә.
Николай Порядин пландарын бер-бер артлы тормошҡа ашыра бара. Арболит блок етештереү өсөн станок һатып алған һәм тәүге һынау даналарын эшләгән дә инде. Әле ҡар-ямғырға сыҙамлығын тикшерә. Хәҙер инде бысҡы онтағы һәм юнысҡы менән эш итеү ҡорамалы һатып алырға кәрәк. Был ҡалдыҡтарҙы яғыулыҡ, биналарға йылытҡыс ҡатлам етештереү өсөн, шулай уҡ ватыла торған әйберҙәрҙе ташығанда тығыҙлағыс итеп тә ҡулланырға була. Баҡсасылар ҙа бысҡы онтағын ҡуш ҡуллап алырға тора. Николай Васильевич Өфө ҡулланыусыларына уны юл ыңғайы тейәп оҙатырға әҙер.
Ҡыҫҡаһы, предприятие етештергән продукция төрҙәре арта бара. Әле бында теләгән бер үлсәмдәге цилиндрланған бүрәнәнән бура яһатып алырға, ҡоҙоҡ бураһы, бәҙрәф, бәүелсәк, өҫтәл-ултыр­ғыс, эт ояһы кеүек әйберҙәр эшләтергә мөмкин. 3х3, 3х4, 3х5 метр үлсәмле мунса буралары әҙерләйҙәр. Хаҡтар уртаса баҙарҙыҡынан түбәнерәк.
Николай Порядин кеүек сифатлы та­уар етештергән, эш урындары булдыр­ған, ҡаҙнаға һалымдарҙы теүәл түләп торған, халыҡтың ихтыяждарын ҡәнәғәт­ләндергән тырыш, уңған йүнселдәр иле­беҙ иҡтисадын, халҡыбыҙ именлеген тәьмин итә лә инде.












Вернуться назад