Баҙарға юл бынан башлана10.03.2015
Баҙарға юл бынан башлана Элек ауыл кешеһенә малын һуйып баҙарға һатыуға сығарыу әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырманы, бының өсөн ветеринар табиптың ус аяһындай ғына ҡағыҙы ла етә ине. Яңы федераль законға ярашлы, хәҙер был тәңгәлдә хәл ҡәтғиләште, талап артты. Һыйыр малына ветеринар тикшереү үткәреү, иткә ветеринар-санитар экспертиза уҙғарыу, тейешле документтар юллау һәм башҡа хәстәрҙәр – шуға асыҡ миҫал.


Туймазы районы республикала был эште беренселәрҙән булып башланы. Райондың баш ветеринар табибы Илгиз Насибуллиндың һүҙҙә­ре­нә ҡарағанда, күптән ике һуғым цехы эшләй, тиҙҙән Татарстан сигендәге Илсембәт һәм Ҡандракүл буйындағы Ҡандра-Ҡотой ауылдарында ла асыласаҡ.
Беҙ танышасаҡ һуғым цехы ҡаланың ситендә урынлашҡан.
– Кемгәлер, бәлки, яңылыҡ оҡшап та етмәйҙер, әммә күпселек уны барыбер хуплай, – тип һөйләй директор Райхан Яппаров. – Ул юҡҡа ғына уйлап сығарылмаған бит. Был өлкәлә тулы тәртип булырға тейеш.
Малды бушатҡан ваҡытҡа тура килдек. Баҡтиһәң, кемдеңдер һыйы­рын, үгеҙен килтерергә мөмкинлеге юҡ икән, цех етәкселегенә мөрәжәғәт итә, үҙ сиратында улар ауылға барып, махсус машинала алып ҡайта. Унан инде мал һуйыуҙы оҙаҡҡа һуҙмай атҡарып та ҡуялар.
Шәхси эшҡыуар Рим Хуззәтов һуғым цехын төҙөр алдынан законды энәһенән ебенә тиклем өйрәнгән, ярайһы уҡ тәжрибә туплаған. Ҡасандыр был урын ташландыҡ хәлдә булған, бөгөн иһә уны танырлыҡ та түгел.
Баҙарға юл бынан башланаЦех, уртаса алғанда, тәүлегенә ун баш һыйыр малын ҡабул итә ала, бынан тыш, ваҡ малды ла эшкәр­тәләр. Тауарын шунда уҡ алып китә алмағандар уны һыуытҡыста һаҡлауға ҡалдыра. Малдың эс-бауырын Алабуға ҡалаһына оҙаталар, баш-тояғын иһә хужа кеше үҙе һата ала. Айырыуса баҙар көнө алдынан, йәғни кесе йома, йомала эш күп бында.
Рим Солтанғәле улы билдәлә­үен­сә, хәҙер малды сәләмәт икән­легенә инанып һуйғас, баҙарҙағы иттең сифатына шик тыумай. Малға ветеринар тикшереү ҡағыҙы бирелеп, унда прививкалар тураһында ла тулы белешмә бар.
Рим Хуззәтов бер нисә кешегә эш урыны булдырған. Мал һуйыусы ир-атты егәрлелеге, тырышлығы өсөн маҡтап бөтә алмайҙар.
Ысынлап та, эште ойошҡан рә­үеш­тә башҡарыу күпкә отошло. Баҙарҙа ниндәй ит һатылғаны ла билдәле. Әлбиттә, ябай ауыл ке­шеһенә өҫтәмә мәшәҡәт тыуҙырыл­маһа инде...









Вернуться назад