Йылытыуҙың яңы ысулына күсәбеҙ07.03.2015
Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында 15 район хакимиәте башлығы ҡатнашлығында кәңәшмә үтте.
Тап ошо биләмәләрҙә быйыл Хөкүмәттең яңы ҡарары тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Ул фатир һайын йылытыу системаһына күсеүгә һәм блоклы ҡаҙанлыҡтар асыуға ҡағыла. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин билдәләүенсә, быйыл Баймаҡ районының Иҫке Сибай, Белорет районының Яңы Абҙаҡ, Ишембайҙың Петровский, Хәйбулланың Бүребай ауылдарында һәм Дүртөйлө ҡалаһында ошоға йүнәлтелгән алты проектты тормошҡа ашырыу күҙаллана.
Кәңәшмәлә ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, муниципаль берәмектәргә 1 апрелгә тиклем эште өлөшләтә финанслау документтарын, күп фатирлы йорт хужаларының йыйылыш протоколы, дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһы күсермәләрен, ҡала, район хакимиәттәренең, ауыл Советының ҡарарын тәҡдим итергә кәрәк. Бынан тыш, проект-тикшеренеү эше тормошҡа ашырыласаҡ Архангел, Баймаҡ, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Благовар, Дүртөйлө, Иглин, Ҡариҙел, Мәсетле, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош райондарында 1 сентябргә тиклем конкурс ойошторорға, дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһын алырға, муниципаль берәмек бюджетында ошо маҡсатҡа сығымдарҙы күҙ уңында тоторға кәрәк.