Баҫыуға сығырға әҙербеҙме?06.03.2015
– Әле көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе – яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек, – тип башланы сығышын республикабыҙҙың Ауыл хужалығы министрлығында уҙғарылған кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин. – Хужалыҡтарҙы орлоҡ, минераль ашлама, яғыулыҡ менән тәьмин итеү, техниканың әҙерлек кимәле төбәк етәкселегенең иғтибары үҙәгендә тора.

Быйыл ҡыштың йылыраҡ булыуы крәҫтиән­дәр­ҙе хафаға һалды. Яуым-төшөмдөң дә норманан аҙлығы эҙһеҙ үтмәне. Былтыр көҙ 479 мең гектар майҙанда сәселгән ужым культураларының 198,5 мең гектары ҡышты яҡшы үткәргән, 184,5 мең гектары ҡәнәғәтләндерерлек, ә башҡаһы ҡарҙың йоҡа булыуы сәбәпле юҡҡа сыҡҡан. Был күңелһеҙ осраҡ беҙҙә генә күҙәтелмәй. Ужымды юғалтыу кимәле Рәсәйҙә уртаса 18 процент тәшкил итә. Шуны иҫәпкә алып, быйыл республикабыҙҙа сәсеү майҙаны 51 мең гектарға арттырыласаҡ.
Яҙғы сәсеү эштәрен тейешле кимәлдә баш­ҡарыу өсөн 302 мең тонна орлоҡ талап ителә. Был йәһәттән мәсьәлә ыңғай хәл ителгән: орлоҡҡа ҡытлыҡ кисергән райондар өсөн уның хаҡының 60 проценты дәүләт тарафынан субсидияланған. Бынан тыш, элиталы сортлыларын алыуға субсидия күләме өс тапҡырға арттырылған. Йәғни былтыр 18 миллион һум бүленһә, быйыл – 55 миллион һум. Аграрийҙар белдереүенсә, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, кукуруз, иген һәм ҡуҙаҡлы культура­ларҙың яҡшы сортлы орлоҡтарын алыу өсөн был ҙур мөмкинлек бирә.
Яҙғы сәсеүҙе башҡарыу өсөн 47 мең тонна ашлама кәрәк булһа, әле уның 16 проценты келәттә ята. Министрлыҡ вәкилдәре фекеренсә, был йәһәттән дә ҡатмарлыҡтар булмаясаҡ, сөнки “Газпромнефтехим Салауат” асыҡ акционерҙар йәмғиәте республикабыҙ хужалыҡтары өсөн минераль ашламаны 10 процентҡа осһоҙораҡҡа һатасаҡ.
Бөгөн республикалағы тракторҙарҙың 90 про­центҡа яҡыны баҫыуға сығырға әҙер. Крәҫтиән­дәрҙе яҙғы сәсеү алдынан яғыулыҡ-майлау материалдарының ҡиммәтләнә барыуы ғына борсой.


Вернуться назад