Хеҙмәттәшлеккә ҙур өмөт бағлайбыҙ06.03.2015
Бешкәк ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстан Премьер-министры Джоомарт Оторбаев менән осрашты.
Сарала шулай уҡ сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса Ҡырғыҙстан — Рәсәй хөкүмәт-ара комиссияһы рәйестәше Андрей Бельянинов, республиканың рәсми делегацияһы ағзалары ҡатнашты. Улар, хәбәр итеүебеҙсә, Бешкәккә Ҡырғыҙстанда барған Башҡортостан фәне һәм мәҙәниәте көндәренә барғайны. Осрашыу барышында ике яҡ иҡтисади, фәнни һәм мәҙәни йәһәттән үҙ-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Ҡырғыҙстан менән Башҡортостан араһында бәйләнеш нығый.
– Аграр өлкәлә берлектә эш алып барыу, Ҡырғыҙстандан Башҡортостанға продукция сығарыу хаҡында һүҙ алып барабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бер үк ваҡытта химия, нефть химияһы тармағында мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға, берлектә предприятиелар асырға, продукцияны тәрән эшкәртергә кәрәк. Өр-яңы ҡыҙыҡлы проекттар байтаҡ. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн, әлбиттә, ваҡыт талап ителә.