“Һөт иле” ҡайҙан башлана?28.02.2015
“Һөт иле”  ҡайҙан башлана? Хужалыҡ биләмәһе буйлап сәфәр сыҡтыҡ. Ә ул, ай-һай, бик ҙур икән – алты ауылды берләштерә. Булмаһа, һандарҙы һуңғараҡ ҡалдырып, төп эш тармаҡтары малсылыҡ менән игенселек, үҫемлекселек икәнен әйтәйек. Тел төбөн аңлағанһығыҙҙыр, маҡсатыбыҙ – ошо йүнәлештә эшләгән объекттарҙы байҡап сығыу.
— Былай кәйеф нисек һуң, ауыл хужалығы ауыр тармаҡтарҙан һанала бит, — тим хужалыҡ рәйесе Рушан Ғайсинға һүҙ башлау ниәтенән.
— Зарланыуҙан фәтүә юҡ, барыһы ла үҙебеҙҙән тора, — тине лә хужа “дилбегәһен” Һыйрышбаш машина-трактор паркына табан тартты.
Иҫең китерлек! “Ете ҡыҙ” бейеүендәгесә тигәндәй, өр-яңы “Нива” комбайндары теҙелешкән. Етеһенең дә йәм-йәшел “камзул”дары ялтлап тора. Шунда уҡ сиратҡа “Джангир” сәсеү комплексы, башҡа сәскес, урғыс, тағылма ҡоролма баҫҡан. “Кәнишнә, — тим үҙемсә, — бындай техника менән 10 мең 788 гектар ерҙе эшкәртеп була”. Шуның һөрөнтөләре генә лә 7 мең 936 гектар бит. Юҡҡамы ни улар иген культураларының һәр гектарынан 30-ар центнер уңыш алған. Әлбиттә, бының өсөн бик-бик тырышырға кәрәк. Шунан һуң, киләсәкте хәстәрләмәһәң, әллә нимәгә өмөт тә итеп булмай. Ә улар былтыр ғына 40 миллион 240 мең һумлыҡ техника алған.
“Һөт иле”  ҡайҙан башлана?Беҙҙең ремонт оҫтаханаһына ингәнгә береһе лә иғтибар итмәне — һәр кем эш менән мәшғүл: берәүҙәр асҡыс бора, икенселәре тимер сүкей, өсөнсөләре техникаһын капиталь йүнәтеү өсөн һүтә.
— Яҙғы сәсеүгә саҡлы барлыҡ техниканы әҙерләп бөтәбеҙ, — ти бригадир Самат Хәкимов.
Булмаҫ тимә, бында уның өсөн шарттар тыуҙырылған. Ҡуй, эш ҡалдырып йөрөтмәйек, тинек тә, Рәүит Шәйәхмәтов, Ғиниәт Ғәлимов, Тимерйән Әхмәтов, Ирек Сәлимов, Роберт Ялаев, Самат Хәкимов, Динар Мөхтәровтарҙы “кәртишкә”гә төшөрөп, малсылар янына йүнәлдек.
Малсылыҡ тармағы ныҡ үҫешкән бында тиһәм, һис арттырыу булмаҫ. Ҡара-сыбар тоҡомло мал үрсетәләр. Әле 2 мең 803 баш һыйыр иҫәпләнә.
Хәтерегеҙҙә булһа, элек һәр һыйырҙан 3 мең литр һөт һауғандар ҙур уңышҡа өлгәшкән иҫәпләнә ине. Ә бына бөгөн “Алға” һауынсыһы Ирина Сәлимова 8 мең 180 литр һауһа, Гөлназ Зәйнуллина, Фирҙәүсә Ғәлләмова, Эльза Саматова, Ғәлиә Ильясова, Әлфиә Мөхтәровалар уның эҙенә баҫып килә.
Малсылар уңышының төп сере — заманында Ринат Вилданов һымаҡ белгестәрҙең тоҡомсолоҡ эшенә тотоноп, һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыуға күсеүҙәрендә. “Һөт иле”  ҡайҙан башлана?Ә эҙләнгәндәр һәр саҡ уңышҡа ирешә. Мәҫәлән, уҙған йыл Вәзих Фәтихов, Клара Ғәбдрәфиҡовалар һәр 100 баш һыйырҙан 99 быҙау алған. Был – республика буйынса иң яҡшы күрһәткес.
Уҡыусыны һандар менән ялҡытмаҫ өсөн һүҙ аҙағында шуны ғына әйтке килә, республиканы, ысынлап та, “Һөт иле” тип атарға була икән. ”Алға”ла шуға инандыҡ.


Вернуться назад