Дандың төбө — хөрмәт, хөрмәт төбө — хеҙмәт, тиҙәр. Шаранда йәшәүсе Владимир Холодков — ана шундай намыҫлы хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанған шәхестәрҙең береһе. Улай ғынамы ни, уның татыу, эшһөйәр ғаиләһе күптәргә үрнәк. Һәр төбәктә лә Холодковтарҙыҡына тиң крәҫтиән (фермер) хужалығын осратмаҫһың.
Өс тиҫтә йылдан ашыу газ хеҙмәте етәксеһе вазифаһын башҡарған Владимир Мифодиевич фермерлыҡ эшендә лә көсөн һынап ҡарарға була.
— Ҡатынымдың, өс улымдың ныҡлы ярҙамын тоям, — ти ғаилә башлығы. — Яңғыҙым был хәтлем эште алып бара алмаҫ инем.
Ғаилә фермерлыҡ хужалығында 182 баш һыйыр малы иҫәпләнә, шуларҙың 90-ы — һауын һыйыры. Ғаиләлә һәр кем үҙ эшен яҡшы белә. Оксана уңған хужабикә генә түгел, иренә һәр эштә яҡын кәңәшсе лә. Кинйә улы Александр, III класта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, мәктәптән ҡайтыу менән атаһы янына ашыға. Уртансы улы Владимир ырҙын табағында иген таҙарта. Ә инде VIII класта белем алыусы Евгений тракторын да йөрөтә, хужалыҡтағы яуаплы бүтән эштәрҙе лә башҡара.
Холодковтарҙың тырышлығы ил кимәлендә лә билдәләнгән. 2010 йылда Мәскәүҙә уҙғарылған ауыл хужалығы йәрминкәһендә улар көмөш миҙал менән бүләкләнә.
Былтыр Санкт-Петербургтағы йәрминкәлә лә һынатмай Шарандың уңған ғаиләһе. Был юлы алтын миҙал алып ҡайталар.
— Фермерҙарҙы дәртләндереү, уларға ярҙам итеү өсөн республикабыҙҙа яңы программаларҙы бойомға ашырырға кәрәк, — ти Владимир Мифодиевич. — Әйтәйек, Мәскәүҙә башҡа төбәктән көмөш миҙал яулаусыларға 500 мең һум күләмендә ярҙам күрһәтелгән. Был аҡсаны улар техника алыу өсөн файҙалана.
Ауыл хужалығы һәр саҡ дәүләт ярҙамына мохтаж. Урындағы власть органдары ла ҡара ерҙә тир түккәндәрҙең эшен еңеләйтеүҙә үҙ өлөшөн индерә ала.
— Былтыр уңыш мул булыу сәбәпле, күп урынды иген һаҡлау өсөн ҡулланырға тура килде. Тик малдарҙы ла урамда тотоп булмай. Район ҡарамағындағы буш келәттәр ауыл хужалығы файҙаһына бирелһен ине, — ти Владимир Мифодиевич.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.
Шаран районы.