Яңыраҡ Швейцарияның Давос ҡалаһында йыл һайын үткәрелеп килгән Бөтә донъя иҡтисади форумында Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Игорь Шувалов бик ҡыҙыҡлы итеп сығыш яһаны. Тик ни өсөндөр ул әйткән һүҙҙәргә тейешле иғтибар булманы. Нефткә булған юғары хаҡ беҙҙе боҙҙо, тине ул. Йәнәһе, ошоноң арҡаһында Рәсәй иҡтисады көрсөккә әҙерләнеп өлгөрмәне. Тимәк, И. Шувалов фекеренсә, бөгөнгө хәлдә нефткә булған юғары хаҡ ғәйепле, ә ул етәкләгән Рәсәй Хөкүмәтенең иҡтисади блогының бында бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ. Белмәйем, чиновниктың һүҙҙәре кемгә төбәлгәндер, әммә мине был һүҙҙәр әҙерәк аптырата биреп ҡуйҙы. Бына нисә йыл инде белгестәр, төрлө резерв фондтарында тупланған нефттән алған килемде Америка облигацияларында тотҡансы, үҙебеҙҙең иҡтисадты үҫтереүгә йүнәлтеү яҡшыраҡ булыр ине, тип тылҡып килде. Уларҙың кәңәшенә Хөкүмәттә ҡолаҡ һалған кеше булманы. Хәҙер иһә Рәсәй Хөкүмәте ҡабул иткән программа буйынса ошо аҡсаның күп өлөшө – 1,3 триллион һумдың 1,1 триллионы – банк системаһына биреләсәк, ә ауыл хужалығына 52 миллиард һум ғына ҡаралған. Тағы ла бер үк тырмаға баҫабыҙ: донъя баҙарында һәйбәт конъюнктура булғанда, валютаны резервҡа һалабыҙ, ә көрсөк килеп тыуһа – кире таратып бирәбеҙ, башлыса, банктарға. Ә һөҙөмтәлә реаль иҡтисад үҫеш алмай, вәғәҙә ителгән диверсификация, модернизация, инновация ҡағыҙҙа ғына ҡалып килә. Мөмкинлектәр булһа ла, “нефть энәһе”нән төшөргә баҙнат итмәйбеҙ. Яңыраҡ бер мәғлүмәткә тап булдым. Баҡтиһәң, Рәсәйҙең тикшерелгән ер аҫты байлыҡтарының хаҡы 180 федераль бюджетҡа тиң икән. Тимәк, быны иҫәпләгән белгестәр беҙҙең илдең эшләмәй ошо ике быуат йәшәргә мөмкинлеге бар икәнен күҙ уңында тотҡан.
Ярай, чиновниктарҙың килеп тыуған берәй проблемала үҙен түгел, ә икенселәрҙе ғәйепләүе сәйер нәмә түгел. Әйҙәгеҙ, бер аҙ тарихи байҡау яһап алайыҡ.
Бынан өс тиҫтә йыл элек – 1986 йылда, Сәғүд Ғәрәбстаны нефть сығарыуҙы ике тапҡырға арттырып, хаҡты бер баррелгә 15-25 долларға тиклем төшөрҙө. Был хәл СССР-ҙың юҡҡа сығыуына булышлыҡ итте. 1990 йылдарҙағы Рәсәйҙәге бөлгөнлөк ошо түбән хаҡтар арҡаһында киҫкенләште. XXI быуат башланғас, нефткә хаҡ баррелгә 100 долларҙан да түбән төшмәне, тип әйтһәң дә хата булмаҫ. Тик 2008-2009 йылдарҙа әҙерәк кәмеп алды. Быға, башлыса, Ҡытай менән Һиндостандың нефткә булған ихтыяжының уртаса 20 процентҡа артыуы булышлыҡ итте. Рәсәй был шарттарҙа нефть сығарыу күләмен ҡырҡа арттырҙы – тәүлегенә 10 миллион баррель менән донъяла беренсе урынға сыҡты.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында олигархтарҙың һалымдарҙы үҙ файҙаһына ҡулайлаштырыуы арҡаһында нефть компаниялары түләгән иғәнәләр законда ҡаралғандан түбән булды. Мәҫәлән, “ЮКОС” табышҡа ҡаралған 24 процент урынына – 15, ә “Сибнефть” 5,5 процент ҡына түләп килде. Владимир Путин был йәһәттән бында тейешле тәртип булдыра алды. Һөҙөмтәлә нефть компаниялары килеменең уртаса 60-80 проценты ҡаҙнаға килеп торҙо. Бының өсөн Михаил Ходорковскийҙы төрмәгә ултыртып, уның “ЮКОС”-ын дәүләт ҡарамағына күсерҙеләр, ә “Сибнефт”те “Роснефть” һатып алды. Һуңғараҡ был дәүләт компанияһы “ТНК-ВР”-ҙы ла һатып алды, ә беҙҙең “Башнефть” дәүләт ҡарамағына кире ҡайтты. “Роснефть”, һалымдан тыш, дәүләткә 25 процент дивиденд та түләй. Былар Рәсәй бюджеты килемдәренең һәм сығымдарының ҡырҡа артыуына килтерҙе. Яҡынса иҫәпләгәндә, илдең эске тулайым продукты 200 миллиард долларҙан 2000-гә тиклем етте – донъяла бишенсе урынға сыҡтыҡ. Бында нефттең роле ғәйәт ҙур – ҡаҙнаның яртыһынан күбеһе унан алған аҡсанан туплана. Иң мөһиме – ошо йылдарҙа социаль йөкләмәләр күбәйҙе. Дәүләт секторында эшләгәндәрҙең хеҙмәт хаҡы, пенсиялар даими артып торҙо. Халыҡтың хәле бермә-бер яҡшырҙы. Сифатлы импорт тауарҙары һатып алыу, сит илдә ял итеү мөмкинлектәре киңәйҙе. Кәйеф-сафа ҡороуҙың яңы йүнәлештәре киң үҫеш алды, кредиттың да яңы төрҙәре, бигерәк тә ипотеканың үҫеше күптәргә яңы офоҡтар асты. Был бәғзеләрҙе кредит ҡоллоғона төшөрҙө – һәр кем бурысты ҡайтара алыуына үтә ныҡ ышанды. Улар өсөн Дәүләт Думаһы тиҙ генә шәхси банкротлыҡ тураһында закон ҡабул итә һалды. Рәсәй төбәктәре лә бурысҡа батты – уларҙы ҡотҡарыу өсөн яңы планда айырым сумма ҡаралған.
1998 йылдағы дефолттан һуң Рәсәй етәкселеге резерв фондтар булдырғайны. 1999 йылдың 2 апреленә унда 10,7 миллиард доллар иҫәпләнһә, 2008 йылдың 8 авгусына Рәсәйҙең алтын-валюта запасы 598,1 миллиард долларға етте. 2008 йылдағы көрсөк арҡаһында был резервтар Рәсәй иҡтисадын ҡотҡарыуға йүнәлтелде. Ике йыл эсендә ул 37 процентҡа кәмеп, 2009 йылдың мартына 375 миллиардҡа тиклем төштө. Шунан һуң ул арта барып, 2013 йылдың майында үҙенең максимумына етте – 533,5 миллиард доллар. Һумды ҡотҡарыу өсөн Үҙәк банк был резервтарҙы тотонғас, 2014 йылдың аҙағында ул 388,5 миллиардҡа барып төштө.
Рәсәй етәкселеге һуңғы ваҡытта алтын запасын тулыландырыу менән әүҙем шөғөлләнде. 2014 йылдың июленән сентябренә тиклем донъялағы дәүләттәрҙең үҙәк банктары 92,8 тонна алтын һатып алған, шуның 59 проценты Рәсәйгә тура килгән. Ҡаҙағстан менән Азербайжан да беҙҙән ҡалышмай – улар 28 һәм ете тонна һатып алған. Бөгөн беҙ алтын запасы буйынса хатта Ҡытайҙы уҙып китеп (беҙҙә – 1149,8 тонна, уларҙа – 1054,1 тонна), донъяла бишенсе урынға сыҡтыҡ.
Шуныһы ҡыҙыҡ: беҙҙә халыҡтың йәшәү кимәле күтәрелһә, көнбайыш дәүләттәрендә 2008 йылдан һуң халыҡ, киреһенсә, хөртөрәк йәшәй башланы. Әммә мул тормошобоҙҙоң иҡтисади нигеҙендә хеҙмәт етештереүсәнлегенең шул уҡ кимәлдә үҫеше ятмай. Хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса Европанан ике-өс, АҠШ-тан өс-дүрт тапҡырға ҡалышабыҙ. Беҙҙең кимәл бөгөн Чили, Аргентина, Латвия, Литва, Эстония менән тигеҙ тип иҫәпләргә була. Белгестәр фекеренсә, бөгөн эшләгәнебеҙгә ҡарағанда ике тапҡырға яҡшыраҡ йәшәйбеҙ. Нефть менән газға юғары хаҡ арҡаһында ғына килеп тыуған муллыҡтың йәмғиәткә кире йоғонтоһо, бигерәк тә йәш быуынға ҙур булды. Мәктәпте бөтөүгә машиналы, фатирлы булған йәштәрҙә был хөрриәт донъяла эшләмәйенсә лә матур йәшәргә мөмкин тигән фекер тыуҙырҙы. Белмәйем, уларҙың хеҙмәткә булған бындай ҡарашы үҙгәрерме икән?
Рәсәй иҡтисадының тик нефткә бәйле булыуын, башлыса, һумдың доллар менән евролағы хаҡы менән сағыштырыуҙан сығып әйтәләр. Баҡтиһәң, беҙҙең хеҙмәткә түләү ҙә нефть хаҡына туранан-тура бәйле икән. Бынан 15 йыл элек уртаса эш хаҡы 10 баррель нефткә (хаҡы 10 доллар булғанда) тура килә ине, уның хаҡы 100 доллар булғанда уртаса хеҙмәт хаҡы шул уҡ 10 баррель нефть хаҡына – 1000 долларға – тиң булды. Хаҡтың 40-50 долларға төшөүе чиновниктарҙа кешенең эш хаҡын уртаса ике тапҡырға кәметергә кәрәк тигән фекер тыуҙырырына шигем юҡ – быны көтөргә күп ҡалманы. Әлбиттә, туранан-тура быға бармаясаҡтар. Уның башҡа юлдары ла етерлек. Шул уҡ аҙыҡ-түлеккә, әйбергә хаҡтың артыуын әйтеү ҙә етә.
Бер сағыштырыу килтерәм. Бөгөн Рәсәй етештергән эске тулайым продукт яҡынса 1990 йылдағыға тиң. Ә йәшәү кимәлен сағыштырһаҡ, айырма бик ҙур. Әйткәнемсә, мул йәшәүебеҙҙең төп сәбәбе иҡтисади үҫеш түгел, ә нефткә булған хаҡ.
Әгәр Рәсәй бюджеты ғәҙәткә ингән бер нисә триллион һумдан ҡолаҡ ҡаҡһа, социаль гарантияларҙы ҡыҫҡартырға мәжбүр буласаҡтар. Бәлки, ошо көрсөк беҙҙе яңыса йәшәргә өйрәтер? Юҡҡа ғына халыҡ, аш ҡәҙерен белмәһәң, аслыҡ бирер язаңды, тип әйтмәгәндер.