Һөт, ҡаймаҡ, эремсек...14.02.2015
Һөт, ҡаймаҡ, эремсек... Һуңғы ваҡытта ауыл халҡынан һөт йыйған предприятиелар күбәйә бара. Һөттән “тере” аҡса эшләү мөмкинлеге ҙур, тик йыбанма ғына. Был йәһәттән “Йылайыр һөтө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте районда иң алдынғылар иҫәбендә. Директоры Хәлфетдин Мәхмүтов әйтеүенсә, йыйылған һөт өсөн ваҡытында һәм тулыһынса иҫәпләшә барыу уларға ышанысты арттырған. Хәҙер хатта күрше Баймаҡ, Хәйбулла районы ауылдары халҡы ла теләп һөт тапшыра.

“Йылайыр һөтө” йәмғиәте ҡарамағында һөт йыйған машиналарҙан тыш күсмә һәм стационар һыуытҡыс һауыттары бар. Уның һөт һатып алыу ҡеүәте — тәүлегенә 17 тонна, һигеҙ кешегә эш урыны булды­рылған.
Шулай ҙа ҡайһы бер ауылдарҙа халыҡ һөт һатыуға етди ҡарамай, хатта йыйыу­сыны ла табып булмай. Әлбиттә, эш еңелдән түгел, әммә килемле. Ҡайҙалыр алып барам йәки ҡаймаҡлата, майлата һатам, тип ыҙалағансы, көндәлек һөттө тапшырыу күпкә отошлораҡ. Ошо юл менән һәр ғаилә айына 12—15 мең һум аҡса эшләй ала.


Вернуться назад