Башҡортостан – иң ҡунаҡсыл төбәктәр иҫәбендә08.02.2012
Владимир Путин ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн яғыулыҡҡа ташламаны өс тапҡырға һәм льготалы тәьмин итеүҙе ун процентҡа арттырҙы.

Нефтселәр крәҫтиәндәргә ярҙамға килә

Яҙғы сәсеү ваҡытында ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн яғыулыҡ-майлау материалдарын күмәртәләп һатып алыу хаҡтары декабрь айындағы кимәлдең ни бары 30 процентын ғына тәшкил итәсәк. Был турала Премьер-министр Тамбовта малсылыҡты үҫтереүгә арналған кәңәшмәлә белдерҙе.
Хәҙер льготалы яғыулыҡ менән тәьмин итеү нефть күләменән сығып бүленә, был дәүләт ҡарамағында булған “Роснефть” өҫтөнә төшкән ауырлыҡты бер аҙ еңеләйтеүе ихтимал. Әлеге хаҡтар менән крәҫтиәндәргә ташламаларҙа “Роснефть” — 5,2 миллиард һум, “Лукойл” 4,1 миллиард һум юғалтасаҡ. Ҡалған өлөштө үҙ-ара “ТНК-ВР”, “Сургутнефтегаз”, “Газпромнефть”, “Татнефть” менән “Башнефть” бүлешәсәк. Һөҙөмтәлә нефтселәрҙең юғалтыуҙары яҡынса 20 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Ауыл хужалығы етештереүселәренә нефтселәр иҫәбенә ташламалар быға тиклем дә яһалды. Мәҫәлән, 2010 йылда аграрийҙарға субсидия күләме 3,3 миллиард һум тәшкил итте. Ә 2011 йылда Рәсәй Хөкүмәте ауыл хужалығын льготалы хаҡҡа (10 процентҡа арзаныраҡ) 2,5 миллион тонна дизель яғыулығы һәм 180 мең тонна бензин менән тәьмин итеү тураһында килеште. Нефтселәрҙең белдереүенсә, уларҙың юғалтыуҙары яҡынса 10 миллиард доллар тәшкил иткән.

Ҡуртымға биреп байыйҙар

Былтыр Рәсәйҙә коммерцияға ҡараған күсемһеҙ милеккә инвестициялар күләме 7 миллиард доллар булған. Белгестәр фекеренсә, хатта 2008 йылғы иҡтисади көрсөк алдынан да тармаҡҡа бындай аҡса һалыу күҙәтелмәгән. 2011 йылда инвесторҙар квадрат метрҙарҙы һатып алыуға алдағыһы менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк аҡса түккән.
Ә бына баҙар кире күрһәткестәр менән генә маҡтана ала. Йыл эсендә девелоперҙар 1,5 миллион квадрат метр сауҙа һәм офис үҙәктәрен ҡулланыуға индергән. Был — һуңғы ете йыл эсендә иң түбән күрһәткес. Сәбәптәре лә асыҡ: бөтә ил буйынса төҙөлөштәрҙе туҡтатҡан көрсөктән һуң ни бары өс йыл үтте, алда торған һайлауҙар ҙа инвесторҙарға ышаныс өҫтәмәй. Мәскәү мэры Сергей Собянин баш ҡаланың үҙәгендә коммерцияға ҡараған күсемһеҙ милек төҙөлөшөн туҡтатты һәм йөҙәрләгән инвестиция килешеүҙәрен өҙҙө. Шуға ла рантьелар булғанын эләктереп ҡалырға ашыға.
“Forbes” журналы коммерцияға ҡараған күсемһеҙ милекте ҡуртымға биреп иң күп табыш алыусы компанияларға хужа эшҡыуарҙарҙың исемлеген төҙөгән. Уларҙың бөтәһенең дә майҙандары нигеҙҙә Мәскәүҙә урынлашҡан. Исемлектә иң тәүге урында – “Киевская площадь” компанияһы хужалары, сығышы буйынса Азербайжан эшҡыуарҙары Зарах Илиев менән Год Нисанов. Уларҙың ҡуртымға биреүҙән табышы 780 миллион доллар тәшкил иткән. Икенсе урында “Крокус” етәксеһе Арас Агаларов икән. Уға сауҙа офистары 700 миллион доллар йыллыҡ килем килтергән. Әйткәндәй, ул да Азербайжанда тыуып үҫкән. Ә бына “Ташир” компанияһының етәксеһе, сығышы буйынса Әрмәнстандан булған Самвел Карапетян былтыр күсемһеҙ милектән 565 миллион доллар табыш алған. Заманында Белоруссиянан күсеп килгән аталы-уллы Юрий һәм Алексей Хотиндарҙың “Комплексные инвестиции” компанияһының табышы 320 миллион доллар иҫәпләнгән. Был иң бай бишәүҙең исемлеген “Чайка Плаза” хужаһы, чечен эшҡыуары Саит-Салам Гуцериев тамамлап ҡуя, уның ҡуртымға биреүҙән йыллыҡ табышы 280 миллион доллар тәшкил иткән.
Шуныһы: ҡуртымға биреп байыусы тәүге бишәүҙең исемлегендә урындағы эшҡыуарҙарҙың юҡлығы ғәжәпләндерә.

Өфөгә донъя кимәлендәге ҡунаҡхана кәрәк

Баш ҡалабыҙҙа донъя кимәлендәге ҡунаҡханалар төҙөү зарур. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында үткән кәңәшмәлә ошо турала һөйләшеү булды.
Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университеты белгестәре төҙөгән “Рәсәйҙең иң ҡунаҡсыл төбәктәре” рейтингында Башҡортостан етенсе урынды биләй. Был Волга буйы федераль округында иң һәйбәт күрһәткес, әммә ҡунаҡхана бизнесына беҙҙә, дөйөм Рәсәйҙәге кеүек, үҫешергә лә үҫешергә әле.
Билдәле булыуынса, Өфөлә яҡын арала донъя кимәлендәге саралар үткәреү көтөлә, унда сит илдәрҙән, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ҡунаҡтарға сифатлы һәм арзан ҡунаҡхана хеҙмәттәре тәҡдим итеү зарур. Ни тиһәң дә, миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡала өсөн ҡунаҡхана баҙарының уңышлы эшләүе — тәүшарттарҙың береһе.
Руслан Кинйәкәевтең әйтеүенсә, Өфөлә сифатлы ҡунаҡханаларҙың һанын арттырыу өсөн уларҙың үҫеш концепцияһы эшләнергә тейеш. Белгестәр, иң тәүҙә уртансы синыф өсөн (өс йондоҙло) ҡунаҡханалар төҙөүҙе күҙҙә тоторға кәрәк, бөгөн донъяла тап шундайҙарға ихтыяж ҙур, тигән фекерҙә.
Әйткәндәй, беҙҙә билдәле сит ил брендтары аҫтында эшләгән ҡунаҡханалар юҡ. Сит ил туристарын йәлеп итеү өсөн ҡалала тап шундай отель һәм ҡунаҡханаларҙың булыуы мотлаҡ. Шулай уҡ булғандарын төҙөкләндереү, ҡулланылмаған биналарҙы ҡунаҡхана итеп үҙгәртеү ҙә отошло йүнәлеш булыуы бар. Күп кенә Европа илдәрендә тап шулай эшләйҙәр икән. Кәңәшмәлә Өфөлә төҙөләсәк ике ҡунаҡхананың проекты күрһәтелде, уларҙың дөйөм майҙаны 25 мең квадрат метр тәшкил итәсәк.
Әлеге мәлдә баш ҡалала дүрт йондоҙло ни бары ике ҡунаҡхана эшләй: “Президент-отель” менән “Башҡортостан”. “АМАКС Турист-отель” менән “Азимут Отель” иһә өс йондоҙ йөрөтә.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад