Ите туйҙыра, йөнө йылыта11.02.2015
Ите туйҙыра,  йөнө йылыта (И. Аҡъюлов, “Һарыҡ аҫра — отолмаҫһың”, 2014 йыл, 28 ғинуар;
К. Усманова, “Көтөү-көтөү ҡуйҙары”, 2014 йыл, 28 декабрь)
Мин “Башҡортостан” гәзитен уҡып ҡына ҡалмайым, уларҙы тегеп, йылдар буйы һаҡлайым. Бына әле алдымда былтырғы ике һан ята. Уларҙағы ошо яҙмаларҙы уҡығас, фекерҙәрем менән уртаҡлашмаҡсы булдым.


1968 йылда Башҡортостан ауыл хужа­лығы институтының ветеринария факультетын тамамлағас, мине Хәйбулла районына эшкә ебәрҙеләр һәм “Аҡъяр” игенселек сов­хозының баш ветеринар табибы итеп тәғә­йенләнеләр. Иген үҫтереүгә махсуслашҡан совхоз булып һаналһа ла, унда бик күп һыйыр малы, һарыҡ, сусҡа һәм йылҡы ла үрсетелде. Райондың эре хужалыҡтарының береһе ине ул. Йәмғеһе 14 500 баш һарығы ла булды.
Хәйбулла районында алты совхоз һәм һигеҙ колхоз иҫәпләнде. Шул хужалыҡтарҙың барыһында ла һарыҡ үрсеттеләр. Көтөүлек­тәр етешмәһә лә, Фрунзе исемендәге колхозда ла өс меңгә яҡын ҡуй малы булды. 1984 йылғы иҫәп буйынса районда 81 371 һарыҡ бар ине: Матрайҙа – 16 000, Маҡанда – 11 200, Хәйбуллала – 13 000 баш. Ә инде “Таналыҡ” совхозында 21 меңгә етте.
Совет осоронда беҙҙең район һарыҡ­сылыҡ буйынса республикабыҙҙа алдынғы­лар рәтендә ине. Колхоз һәм совхоздар, шу­лай уҡ шәхси хужалыҡтар ошо йүнәлеш­тәге эшмәкәрлеген киң йәйелдерҙе.
Ғөмүмән, һарыҡ тотоуҙың файҙаһы һәм әһәмиәте һанап бөткөһөҙ. Бер нисәүһен генә атап үтәйем:
lИте – иң туҡлыҡлы аҙыҡтарҙың береһе, аҡһымы буйынса һыйыр һәм сусҡа итенә тиң. lҺөтө туҡлыҡлы һәм еңел үҙләштереү­сәнлеге менән айырылып тора. Ҡуйылығы – 7-10 %. Яҡшы сыр яһау өсөн ҡулланыла. Аҡһымға ла бик бай.
lТиреһенән йылы, еңел тун, бүрек тегәләр. Ә инде бер-өс көнлөк ҡаракүл тоҡомло бәрәс­текенән ҡиммәтле пальто, яға, кәпәс тегергә мөмкин.
lҺарыҡ йөнөнөң файҙаһы иһә һанап бөтөрлөк түгел. Мәҫәлән, роман тоҡомло ҡуй­ҙыҡынан бәйләнгән кейемдәр йылы ла, еңел дә, матур ҙа. Һарыҡ тунын юҡҡа ғына һары алтынға тиңләмәйҙәр.
lҺарыҡ түҙемле, сыҙамлы булыуы һәм хәрәкәтсәнлеге менән айырылып тора.
lҺарыҡтың тештәре үткер. Ашҡаҙаны ҡыл­ған үләненең бесәнен, һалам кеүек тупаҫ аҙыҡты тиҙ үҙләштерә. Шуға ла һарыҡ тәбиғәттәге 800 төр ҡырағай үҫемлектең 400-өн ашай, һыйыр малы — 150, ат 90 төрҙө генә үҙләштерә.
Ҡуй уртаса 10-12 йыл йәшәй. Шулай ҙа уны биш-ете йәштән оҙағыраҡ тоторға ярамай, юғиһә ҡарт һарыҡтың һөҙөм­тәле­леге әҙәйә. Мәҫәлән, ите ҡаты була, тиреһе сырышып, йөнө ҡойола башлай.
Һарыҡ иртә өлгөрөүсән. Быуаҙлыҡ осоро — биш ай. Бәрәсен өс-дүрт ай имеҙә. Әгәр һөтөн һауырға кәрәк булһа, ике-өс ай имеҙеү ҙә етә. Йөҙ баш ҡуйҙан 120 – 140 бәрәс алырға мөмкин.
Һарыҡсылыҡ колхоз һәм совхоздарҙа айырыуса 1960–1990 йылдарҙа алға китте. Үткән быуаттың аҙағында Башҡортостанда барлығы 1 миллион 200 мең самаһы ҡуй иҫәпләнгән. Бигерәк тә Баймаҡ, Хәйбулла, Учалы, Әбйәлил һәм Ейәнсура райондары был тәңгәлдә дан ҡаҙанды.
Хәҙер иһә, ауыл хужалығы предприятиеларында һарыҡ һаны шаҡтай кәмене. Шул иҫәптән 1990 йылда Хәйбулла районының шәхси хужалыҡтарында 35 000 баш ваҡ мал булды. Әлбиттә, элек бәрәс ҡараған һәм йөн ҡырҡҡан кешеләрҙең күбеһе юҡ.
Ленин орденлы “Матрай” совхозының бил­дәле һарыҡ көтөүсеһе Нәбиулла Ниғәмәтов үҙенең 25 йыл ғүмерен ошо эшкә бағышлай. Заманында һәр ҡуйҙан 4,5 – 5 килограмм йөн алыуға өлгәшә. Уның күкрәген Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары һәм бер нисә миҙал биҙәй.
Яҙ аҙағында һарыҡ ҡырҡыу мәле үҙе бер байрам кеүек булды. Тәүге йылдары барыһы ла ҡул көсө менән башҡарылды. Халыҡ көлөшөп-һөйләшеп, ярышып эшләне.
– Һәр хеҙмәткәр көнөнә 70-әр килограмм йөн ҡырҡты, ә норма 55 ине, – тип һөйләй торғайны йөн ҡырҡыу пунктының келәт мө­дире Г. Әбйәлилова. – Мәҫәлән, Рабиға Йолошева биш көндә 200 һарыҡ ҡырҡып, 700 килограмм йөн алды, шуның менән үҙ планын ике тапҡырға арттырып үтәне.
Төккә бәйләнгән продукция, вагондарға тейәлеп, Ҡазан йөн туҡыу фабрикаһына оҙатыла ине.
Элек йөн һәм тире йыйыу пункттары бул­ды. Хатта ат егеп, өй буйлап шәхси хужа­лыҡтарҙан йыйҙылар.
…Оло юлдан үтеп барғанда, ҡылғанлы яландар диңгеҙ кеүек тулҡынланып ята. Көтөүлектәр иркен, бейек булмаған тау итәктәре, боролоп-боролоп аҡҡан ваҡ шиш­мәләр күҙгә ташлана. Ниңә хәҙер элекке колхоз һәм совхоздарҙың буш торған һарыҡ биналарын арзан хаҡҡа һатып алып, мал үрсетмәҫкә?
Теләк көслө булһа, мәсьәләгә иғтибар көсәйһә, тармаҡтың киләсәге өмөтлө булыр тигән ышаныс бар. Барыһына ла эш табылыр. Быйылғы Ҡуй йылында һүҙҙән эшкә күсеп, теорияны практика менән бәйләйек, һарыҡ малын үрсетеүгә тотонайыҡ.

Вәсил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
элекке “Аҡъяр” совхозының
баш врачы,
хеҙмәт ветераны.





Вернуться назад