“Халыҡтың ышанысы көс өҫтәй”11.02.2015
“Халыҡтың ышанысы  көс өҫтәй” Йөйәктә йорттар матур ҡарағайлы тауҙар урта­һынан ярып аҡҡан Инйәр йылғаһы буйына теҙелеп ултырған. Ауылға килеп кергәс тә, ике ярҙы тоташтырған күперҙе уҙып, төҙөк матур өй янында туҡталдыҡ. Ошо йортта эшҡыуар Диләрә Зәйнә­ғәбдинова магазин тота. Һылыуы Айгөл менән үҙе унда һатыу итә. Ауыл осонда тағы бер аҙыҡ-түлек магазины төҙөлә.

– Беҙ халыҡтың һорауы буйынса кейем-һалым, аҙыҡ-түлек алып ҡайтып һатабыҙ. Ауыл­даштарыбыҙ ҡәнәғәт, уларҙың ышанысы беҙгә көс өҫтәй. Яҡшыраҡ тауарҙар алып, ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә ты­рышабыҙ, – ти эшҡыуар Ди­лә­рә Закир ҡыҙы.







Вернуться назад