Боралҡынан берәү килһә…11.02.2015
Боралҡынан берәү килһә… Элек Америкала турғайҙар булмаған. Уларҙы үрсетеү ниәтендә 1850 йылда Европанан алып килгәндәр. Американдарҙың шатлығы эсенә һыймаған. “Ҡунаҡтар”ҙы ихлас һыйлағандар, әммә ярты йылдан был ҡоштар һимереүҙән үлеп бөткән. Йәнә алып килгәндәр. Турғайҙар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ныҡ үрсеп Американы тотош баҫып алған. Тиҙҙән фермерҙар уларҙан күргән зыянды иҫәпләп, аптырап ҡалған: ҡайһы бер культураларҙың ярты уңышын ошо турғайҙар ашап бөтә икән.

Австралияға Европанан килтерелгән йорт ҡуяндары тураһындағы тарих та күп­тәргә мәғлүм. Бер быуат эсендә шеш­ҡолаҡтарҙың һаны 750 миллионға етеп, улар һанап бөткөһөҙ зыян килтерә. Таралмаһындар өсөн тимер сет­канан тәрәнгә күмелгән кәртә ҡуялар. Әммә был сараның файҙаһы булмай. Ҡуяндарҙың көтөүлек­тәрҙәге үләнде ашап бөтөүе фермерҙарҙың тәҡәтен ҡорота. Тик бактериологик ҡорал (махсус сығарыл­ған вирус) ҡулланыу ғына ҡазаны туҡтата ала, тик уныһы ла ваҡыт­лыса ғына булып сыға.
Был тарихты юҡҡа ғына һөйләмәнем. Яңыраҡ бер танышым: “Беҙҙең ауылда көтөүсе таба алмай интеккәс, тажиктарҙы ялларға уйланылар. Хакимиәт етәксеһенә быны эшләү ҙур хата буласаҡ тип әйттем, әммә ул тыңламаны“, — тип һөйләне. Ысын­лап та, көтөүсеһеҙ йөрөгән малдан күрелгән зыянды тажиктарҙан килгән уңайһыҙлыҡтар менән сағыш­тырыу мөмкин түгел. Беҙҙең ир-егеттәр һымаҡ эсеп-боларып, тәртип тә боҙмайҙар, дин дә тоталар. “Бер нисә йылдан был тажиктар ауылды баҫып аласаҡ, һәм беҙ­ҙекеләр шуларға ялланып көтөү көтәсәк, тип аңғартып ҡуйҙым”, – тине танышым. Бының шулай буласағына шик юҡ. Бынан бер нисә быуат элек беҙҙең еребеҙ һа­налған урында – Әтәс тауында урынлаш­ҡан Маг­нитогорскиҙа – хәҙер башҡорт хал­ҡына үҙе етештергән тауарҙы һатыуы еңелдән түгел: төрлө ҡамасаулыҡтар етерлек. Тыуған еребеҙҙә Магнит урыҫтары өсөн сит булып һаналабыҙ: бала саҡта “башкиренок” тип мыҫҡыллап көлөүҙәре һа­ман да онотолмай. Халҡыбыҙҙың “Бо­рал­ҡынан берәү килһә, боронғоға урын юҡ” тип әйткәне ошо килмешәктәрҙең еңә барыуы тураһында түгелме икән?
Быны ситтән килгән кешенең урындағы халыҡҡа ҡарағанда тырышыраҡ булыуы менән дә аңлатып була. Ә беҙҙең, сит әтәм­байҙарҙан айырмалы, танышлыҡ кү­берәк. Йыш ҡына ошоноң арҡаһында күп эш уларға ҡарағанда еңелерәк атҡа­рыла. Мәҫәлән, берәй шәхестең юбилейын үткәреүҙе генә алайыҡ. Уға тантана залы башлыса бушлай бирелә, күп сығым яҡ­таштары тарафынан ҡаплана. Сит кеше­­гә был сараны үткәреү өсөн аҡса түләргә кәрәк, тимәк, ул беҙгә ҡарағанда күберәк эшләргә мәжбүр. Ғөмүмән, та­ныш­лыҡ арҡаһында беҙҙең халыҡҡа күп нәмә еңелгә төшә.
Әйткәндәй, былтырғы туғыҙ ай эсендә Башҡортостанға 121 мең самаһы сит ил гражданы килгән. Шуларҙың яртыһынан күберәге – БДБ дәүләттәренән. Ошо ва­ҡыт эсендә мең ярымдан ашыу кешегә Рәсәй гражданлығы бирелгән – алдағы йыл күрһәткесенән 30 процентҡа кү­берәк. Икенсе яҡтан, ситтән килгәндәр ойошҡа­ны­раҡ була, бер-береһенә ярҙам­ға ки­лер­гә әҙер тора.
Ваҡытлы матбуғат биттәрендә йыш ҡына ҡалаларҙа башҡорт кафеларының, ресторанда­рының булмауы, ә сит мил­ләттәрҙекенең күплеге тураһында һүҙ күтәрелеп тора. Үҙаллылыҡ алыуы­быҙға 24 йыл үтеп китте, әммә алға китеш юҡ. Был, бәлки, тәбиғи күренештер. Ка­феларҙа әҙерләнгән башҡорт аштары бит барыбер өйҙә әсәйҙәр, ҡатындар бе­шер­гәндән хөртөрәк буласаҡ. Шуның арҡаһында беҙҙең милләт кешеһенең унда йөрөүе бик икеле.
Шул уҡ хәл башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларға ла ҡағыла. Өфө киосктарына һатыуға сығарылған гәзит-журналда­рыбыҙҙың байтаҡ өлөшө кире ҡай­тарыла, йәнәһе, уларҙы алған кеше юҡ. Мин дә шулай тип уйлай, баш ҡалабыҙҙа йәшәгән бер нисә мең башҡорттоң милли матбуғатҡа битарафлығын аңламай инем. Яңыраҡ үҙем көн дә йөрөгән киоск һатыусыһы төшөндөрөп бирҙе. Быға тиклем “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Киске Өфө”, “Йәншишмә” гәзиттәрен алып булмаған киоскта (Сипайловоның иң осонда урынлашҡан) был баҫмалар һатыла башлағас, аптырап сәбәбен һо­раш­ҡайным. Баҡти­һәң, уларға милли гәзит-журналды бығаса бөтөнләй кил­тер­мәгән­дәр. Был һатыусының һыңа­ры – бер үткер башҡорт апайы – почтамт­ҡа барып, көн дә ебәреп тороуҙарына өлгәшкән. Тик шуныһы ҡыҙғаныс: минән башҡа был баҫмаларҙы һатып алған кеше күренмәй.
Килмешәктәрҙе өнәп етмәһәк тә, йыш ҡына милләттәштәребеҙ ҙә Башҡортос­танды ташлап Мәскәүгә, Европаға сығып китә. Әлбиттә, тормош шарттарын яҡ­шыр­тыу маҡсатында ошондай юлға ба­рырға мәжбүр булғандарын аңларға мөм­­киндер. Еңел аҡса эҙләгәнсе, тыуған ереңдә ҡалып, бындағы тормошто яҡ­шыртыу ниәтендә эшләү яҡшыраҡ түгелме? Тамырҙарыбыҙ барыбер ата-баба­быҙ, атай-әсәйебеҙ йәшәгән ергә тарта түгелме?
ХIХ—ХХ быуаттарҙа Америкала ҡол хәлендә көн күргән килмешәк негрҙар бөгөн ҙур уңыштарға өлгәште: үҙҙәрен афроамерикан тип йөрөтөү хоҡуғынан алып президент дәрәжәһенә тиклем етте. Бы­­л турала оноторға ярамай.






Вернуться назад