Эше юҡтың ашы юҡ йәки Хеҙмәт баҙары хафаға һала10.02.2015
Эше юҡтың ашы юҡ йәки Хеҙмәт баҙары хафаға һала Рәсәй Үҙәк банкының Амур өлкәһе буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары өс кешене атып үлтергән һәм үҙ-үҙенә ҡул һалған. Өсөһө лә хеҙмәттәштәре, араларында енәйәтсенең етәксеһе лә бар. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ҡурҡыныс аҙымға барыусыны әлеге ваҡиғанан бер нисә көн элек эшенән ҡыҫҡартҡандар. Утһыҙ төтөн сыҡмай, ти, кем белә, бәлки, уның ҡулына ҡорал алыуының төп сәбәбе лә шундалыр. Һәр хәлдә, ҡатыны ғәрип балаһын бағыу сәбәпле, ғаиләһендә бер ул ғына эшле булған бит. Бәхет аҡсала түгел, тип ҡабатларға яратһаҡ та, бар булмышыбыҙ хеҙмәт урынына, унан килгән табышҡа бәйле шул…

Дөрөҫлөк менән дөрөҫлөк араһында ла айырма бар

Рәсми мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, илдә эшһеҙҙәр аҙайғандан-аҙая. Теге аҙнала ғына 900 меңдән ашыу ватандашыбыҙ хеҙмәт урыны эҙләһә, бөгөн иһә был һан 870 мең самаһы. Тик бына “бюджет икмәген кимермәүсе” белгестәр генә башҡасараҡ фекерҙә. Рәсми йыуатыуҙарға ҡарамаҫтан, эш эҙләүселәр күбәйә. Иң ҡурҡынысы: был әле бәләнең башы ғына, ти улар. Нисек кенә булмаһын, хеҙмәткә яраҡлы граждандар кәмей барғанда, эшһеҙҙәрҙең артыуы аптыратып ҡына ҡалмай, борсоуға һала.
Мониторҙағы һандарға ҡарап ҡына ниндәйҙер һығымтаға килеү бик үк дөрөҫ тә түгел, әлбиттә. Тик бына көндәлегебеҙгә, үҙебеҙҙең Стәрлетамағыбыҙға күҙ һалһаҡ та, шул уҡ хәл түгелме ни? “Кондукторҙар тарихын” миҫалға алайыҡ, ҡаланың уҡыу йорттарында барған ҡыҫҡартыуҙарға бағайыҡ, хәйер, исемлекте дауам итеп тормайыҡ – барыһына ла күҙ асыла. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер төбәктәрҙә тотош завод-фабрикалар (филиалдар) ҙа эшмәкәрлеген туҡтатып, 200-300-ләп кешенең урамда тороп ҡалғаны бар. Хеҙмәт урыны булдырып, эш башлап торған сәнәғәт берекмәләре хаҡында ғына ишетелмәй һуңғы ваҡытта.

Эш күп, ә аҡсаһы юҡ

…Һүҙ ҙә юҡ, бер генә етәксе лә үҙ белдеге менән хеҙмәткәрен тиктомалға “урамға сығарып ташламай”. Бар ерҙә лә бер үк сәбәп – аҡса юҡлыҡтан. Шул уҡ ваҡытта эшҡыуарҙар, предприятие-ойошмалар яңы хеҙмәт урыны тәҡдим итергә лә ашҡынып тормай. Кем белә, иртәгәһен ҡыҫҡартылырға тейешле кешенең яңы барлыҡҡа килгән вакансия буйынса эшкә күсеүе отошлораҡ буласаҡ. Кеше яҙмышы менән шаярыуҙары ай-һай бит: кемделер өйөндә йәш балалары көтә, кемделер банкта кредиты “һағына”. Шуға ла хәҙер эш менән тәьмин итеүселәр башлыса, тәжрибәһенә һәм оҫталығына ҡарамаҫтан, хаҡлы ялдағыларҙы ҡыҫҡартыуға баҫым яһай.
Белгестәр күҙаллауынса, бар нәмә ҡиммәтләнһә лә, эш хаҡы быйыл күптәрҙе ҡыуандырмаясаҡ. Иҡтисади торош яҡшырған хәлдә лә, йыл аҙағын, алдағыларын көтөргә тура киләсәк, сөнки бүленгән аҡса бар ерҙә лә әлегә самалы. Шуға хеҙмәт баҙарындағы вакансияларҙың күп булыуына бер ҙә аптырарлыҡ түгел, бихисап улар, әммә эш хаҡы бигерәк аҙ. Ә бына күп түләгән урындарға иһә, тәбиғи, килергә теләүселәр ҙә етерлек. Бер урынға егермеләп кеше дәғүә итә икән.

Түңәрәктең сиге ҡайҙа?

Килеп тыуған хәлдән нисек сығырға һуң? Әлбиттә, дәүләт кимәлендә эштәр бер туҡтауһыҙ алып барыла. Мәҫәлән, көрсөк буйынса махсус план ҡабул ителергә тейеш. Тик уның һөҙөмтәһе ҡасан беҙгә, ябай кешеләргә, килеп ҡағылыр һуң? Уның бик тиҙ арала эшләй башлауына шик булмағанда ла, бөгөн ҡул ҡаушырып ултырырға кәрәкме икән? Шуға күптәрҙең, эш хаҡы артмау сәбәпле, нисек тә булһа хаҡтарға “ярарға тырышып”, ғаиләгә өҫтәмә килем килтерергә, ошо йәһәттән тағы бер (хатта ике-өс) урынға эшкә урынлашырға теләүселәрҙе күреп, бер ҙә аптырарға түгел. Ғөмүмән, бөгөн хеҙмәт баҙары сауҙа баҙарын хәтерләтә – гөжләп тора!
Эйе, һәр кем дә ике-өс эштә бил бөгә алмай, теләге лә юҡ. Уның ҡарауы, үҙебеҙҙең тауарҙарға “йәшел ут” ҡабынды түгелме ни? Был йәһәттән дә уйлана халыҡ: нисек итеп етештереүсе булып китергә? Ҡайһы өлкәгә тотонорға? Әммә етештереү һатыу түгел шул, талаптары башҡасараҡ. Бынан тыш, бөтәһенең дә яңы эшкә тотонорға аҡсаһы юҡ бит әле, ә банктан ҙур процентлы ставка менән үтескә алып тороп ни фәтүә? Юғары кимәлдә ниндәйҙер етди ҡарар ҡабул ителгәндә, бәлки, түңәрәктең сиге табылыр ине ул…


Вернуться назад