Башҡортостандың Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты үҙ эшен илдә тәүгеләрҙән булып ойоштора башлағайны. Республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың шәхси контролендә торған органдың һөҙөмтәлелеге тураһында бөгөндән төбәктә генә түгел, федераль кимәлдә лә ғорурланып һөйләрлек уңыштар бар: былтыр ойошторолған электрон һатыуҙар күләме 23,2 миллиард һумдан ашты, ике миллиард һум бюджет аҡсаһын экономиялауға ирешелде.
Билдәле булыуынса, дәүләт ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн заказсы тендер иғлан итергә, сифатлы әйбер һатыусыны, уның өсөн арзаныраҡ хаҡ һораусыны табырға, килешеү төҙөргә тейеш. Тик ошо процедура күп осраҡта боҙолдо, мутлашыусылары ла табылып ҡына торҙо. Ҡаҙнанан миллиондарса һум маҡсатһыҙ сарыф ителде.
Хәҙер был эште махсус ойошторолған комитет башҡара.
Система тулыһынса формалашты. Был, беренсенән, дәүләт аҡсаһын экономиялауға, икенсенән, үтә күренмәлелеккә, өсөнсөнән, коррупция күренештәрен булдырмауға булышлыҡ итә.
“Айырым төр юридик шәхестәрҙең тауарҙар, эш һәм хеҙмәттәр һатып алыуы тураһында”ғы Федераль закондың тормошҡа ашырылыуына арналған семинар-кәңәшмәне асып, был турала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов белдерҙе. Сараға 300-ҙән ашыу ойошманың етәкселәре саҡырылғайны.
Семинарҙа билдәләнеүенсә, электрон сауҙала ҡатнашыу заказсы өсөн уңайлы. Юғиһә юридик берәмектәр дәүләт ихтыяждарын бығаса 94-се федераль законға нигеҙләнеп башҡарҙы. Ә ундағы шарттар күпкә ҡатмарлыраҡ һәм мөмкинлектәрҙе сикләй.
Заказ 500 мең һумдан артмаған осраҡта предприятие Интернет селтәренә сығып тормаһа ла була, әммә сумма шунан артығыраҡ булһа, уны сайтта урынлаштырыу мотлаҡ.
Дәүләт һатып алыуҙарын электрон киңлектә башҡарыу буйынса төбәк илдә беренселектә барһа ла, етешһеҙлектәр ҙә күп әле. Мәҫәлән, 22 предприятиеның сайты әлегәсә бөтөнләй юҡ. Интернет селтәрендәге ҡатмарлыҡтар ҙа етерлек, дәүләт заказдарын электрон башҡарыуҙы көйләгән 223-сө федераль законды ла теүәл тип әйтеп булмай. Был турала сарала сығыш яһаған ойошмалар һәм предприятиелар етәкселәре лә белдерҙе.
Ғөмүмән, электрон сауҙа Рәсәйҙә етеҙ үҫешә. Интернет ысулынан хәҙер бөтәһенең дә файҙаланыу мөмкинлеге бар. Виртуаль донъяға берәүҙәр һатыуға, икенселәр һатып алыуға төбәлеп инә. Шуныһы шатлыҡлы: шарттар бөтәһенә лә бер тигеҙ ҡуйыла. Бында сират юҡ, һайлау, ҡыҙыҡһындырған тауар тураһында тулы мәғлүмәт алыу мөмкинлеге күп. Эҙләгән әйберең Башҡортостанда табылмаһа, бөтә ил буйлап эҙләргә, тапһаң, заказ биреп килтертергә була.
В. БОРИСОВ.