Игенсенең күңеле – яланда17.01.2015
Ер кешеһенең, игенсенең бер ниндәй хәстәрһеҙ йәшәгән мәле бармы икән?! Бер эштең осона сығыуға икенсеһе үҙ сиратын көтә. Ә инде саҡ ҡына мыштырланыңмы – яҡшы уңышҡа өмөтләнмә лә.

Әле яландарҙа ҡалын ҡар ҡатламы ятһа ла, иген үҫтереүсенең барлыҡ хәстәрен яҙғы сәсеү эштәре солғап алған. Мәҫәлән, 1 фев­ралгә ҡәҙәр ер эшкәртеү, сәсеү ҡора­мал­дары, апрель башына – трактор аг­ре­гат­­тары, 15 июнгә тиклем барлыҡ уңыш йыйыу техникаһы ҡаралып, ремонтланып бөтөргә тейеш. Капиталь йүнәтеүҙе талап иткәндәрен үҙәк оҫтаханаларға йәки махсус­лашҡан ремонт предприятиеларына алып барыуҙы ойоштороу, тракторҙарға, комбайн­дарға техник диагностика үткәреү бөгөн иң мөһим бурыс булып тора.
Әйтергә кәрәк, республикала ауыл хужа­лығы техникаһының торошона айырым иғти­бар бүленә, яңыларын алыуға ғына түгел, ә иҫкеләрен төҙөкләндереүгә лә ҙур әһәмиәт бирелә. Башҡортостандың был юҫыҡтағы дүрт йыллыҡ тәжрибәһе бөгөн федераль кимәлдә өйрәнелә. Ремонтлау предприятиеларында туҙған деталдәрҙе алмаштырырға ғына түгел, хәҙерге заман сит ил техника­һына сифатлы запас частар ҙа етештерергә өйрәндек. Былай эшләү отошло: ике тап­ҡырға тиерлек осһоҙға төшә, сифаты ла һис ҡайтыш түгел.






Вернуться назад