Иҡтисади үҫешкә ышаныс ҙур04.02.2012
Рәсәй Президенты вазифаһына кандидат Владимир Путин "Ведомости" гәзитендә Рәсәй иҡтисады һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләренә арналған мәҡәләһен баҫтырғайны. Ул һеҙҙә ниндәй фекерҙәр уятты?

Әҙһәм БАРЛЫБАЕВ, иҡтисад фәндәре докторы, профессор:
– Әлбиттә, Владимир Путиндың программа-мәҡәләһе бик көнүҙәк, ул хәҙерге көндөң талаптарына яуап бирә. Әммә шикләнеүҙәрем дә бар. Административ ресурстар нигеҙендә эшләүгә ҡоролған әлеге сәйәси системала Премьер-министр ҡуйған пландарҙың тормошҡа ашыу-ашмауы һорау тыуҙыра. Әле беҙҙә сәйәси, иҡтисади процестар ҙа халыҡҡа таянып түгел, ә аппаратҡа таянып башҡарыла. Тарихтан күренеүенсә, аппаратҡа таянып башҡарылған эш яҡшы һөҙөмтәгә килтермәй. Минеңсә, был бурыстарҙы тап халыҡ ярҙамында, уның фекерен ишетеп башҡарырға кәрәк, шул мәлдә генә теләгәнебеҙгә өлгәшәсәкбеҙ.

Илдар ҒӘБИТОВ, иҡтисад фәндәре кандидаты, БДУ доценты:
– Һәр бер кандидат һайлаусыны үҙенә йәлеп итеү өсөн "кәрзиненә" татлы-татлы "аҙыҡ" һала. Хатта ҡайһы берәүҙәр ябай халыҡты ышандырыу ниәтенән популистик тәҡдимдәр менән сығыш яһарға ла тартынмай. Шуға күрә был кандидаттарҙың программаларының эстәлеге бер-береһенән әллә ни айырылмай тиерлек. Мин, иҡтисадсы булараҡ, Путин программаһындағы ике төп нигеҙҙе билдәләп үтер инем. Беренсеһе — ул уртаса эш хаҡын ҡырҡа арттырырға (яҡынса айына 32 - 40 мең һум) тәҡдим итә. Икенсеһе, был мәсьәләне хәл итеүҙә ул байҙарға һалымды арттырыуҙы күҙ уңында тота. Әммә быларҙы эшләү өсөн Премьер-министр халыҡтың ышанысын яуларға тейеш.

Әлфиә РӘСИМОВА, мәктәп директоры:
– Владимир Путиндың яңыса иҡтисад тураһындағы мәҡәләһе буйынса шуны әйтә алам: Рәсәйҙең эске тулайым продуктын йыл һайын алты процент кимәлендә үҫтереү мөмкинлеге бар. Шул уҡ ваҡытта бығаса үҫеш ошо күрһәткескә еткәне булманы. Тимәк, алдан иғлан ителгән киң масштаблы яңыртыу процесы әлегәсә тормошҡа ашырылмаған. Шуға ла кинәт кенә үҫешкә, бөтәһе лә ал да гөл булырына ышанырға ярамай.
Килешәм, ил үҫешә. Именлектә йәшәгән халыҡ һаны арта. Президент вазифаһына кем килеүенә ҡарамаҫтан, Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан, артабан да сәскә атыр тигән ышаныстамын.

Рәмзил ФӘХРЕТДИНОВ, йәш эшҡыуар:
– Бөтөн нәмә ауырлыҡ менән бара. Эшҡыуарҙарға ҡарата үҙәк власть ыңғай мөнәсәбәттә булыуына ҡарамаҫтан, урындарҙа шул уҡ административ баҫым, ришүәтселек хөкөм һөрә. Рәсәй президентлығына кандидат Владимир Путин Премьер-министр вазифаһында эшләү йылдарында ил иҡтисадына ситтән ҡарай алдымы икән? Юҡтыр, сөнки бының өсөн властан бөтөнләй ситләшеп торорға кәрәк, тип иҫәпләйем.

Илшат ТУЙЫМБӘТОВ, торлаҡ-эксплуатациялау идаралығы слесары:
– Рәсәй иҡтисадын углеводород сеймалы “энәһенән” арындырыу тураһында күпме һөйләнеләр? Бюджетты тулыландырған төп сығанаҡ бөгөн дә шул. Ҡытай тауарҙары экспансияһы уңышлы дауам итә. Шуға барып еттек: хәҙер ил предприятиелары тауарҙарҙы шул илдә етештертеп ала ла, үҙ логотибын йәбештереп, беҙгә һата.
Ә ҡайһы бер илдәрҙән аласаҡ бурысты ғәфү итеүҙе нисек аңларға? Ундай аҙымға халҡы етеш йәшәгән дәүләт кенә барыуы ихтимал, беҙҙә иһә халыҡтың өстән ике өлөшө фәҡирлектә көн күрә.
Үҙебеҙҙә етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһын һатыр урынға сит илдән аҙыҡ-түлек ташыйбыҙ.
Ҡыҫҡаһы, Владимир Путин — үҙ маҡсаттарына өлгәшер өсөн барлыҡ көсөн һаласаҡ иң ышаныслы кандидат.


Вернуться назад