Талҡан эшләү оҫтаһы16.01.2015
Талҡан эшләү оҫтаһы Хәҙер сауҙа кәштәләрендә боронғо ысул менән яһалған талҡанды йыш осратырға мөмкин. Уның етештереүселәре лә бихисап, тәме лә төрлөсә. Әммә тап боронғоса, үҙенә генә хас алымдар менән ҡыҙҙырып, ағас тирмәндә тартып эшләнгән милли ризыҡтың тәме лә, шифаһы ла, көсө лә башҡаса. Шуныһы ҡыуаныслы: боронғо кәсепте бөгөнгә тиклем һаҡлаусыларҙы, талҡан эшләүселәрҙе әле арабыҙҙа осратырға мөмкин. Шундай оҫталарҙың береһе — Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында йәшәүсе Гөлсирә Хамматова.

Талҡан — туҡлыҡлы, көс биреүсе, дауалау үҙенсәлектәренә эйә ризыҡ. Ул хатта итте алмаштырған, шуға күрә алыҫ сәфәрҙәргә алыр булғандар. Был милли ризыҡ менән туҡланған ата-бабаларыбыҙ быуын, умыртҡа һөйәге ауырыу­ҙарының ни икәнен дә белмәгән. Ысынлап та, был үҙенсәлекле ризыҡ­тың файҙаһы бик күп. Талҡанды эшкәртеү өсөн организм артыҡ энергия сарыф итмәй, сөнки бой­ҙайҙың туҡлыҡлы матдә­ләренең запасы 90 про­центҡаса ҡулланыуға яраҡлы әҙер формаға әйләнә: аҡһымдар – аминокислотаға, крахмал — глюкозаға. Шуға ла ул мейе үҫешенә яҡшы йоғонто яһай. Шәкәр диабеты менән ауырыусыларға талҡан икеләтә файҙалы.
Әммә төп маҡсатым талҡанды пропагандалау түгел, ә уны өләсәйҙәребеҙҙең нисек эшләүен, ошо шөғөлдөң бөгөнгә тиклем һаҡланып ҡалыуында тап Гөлсирә инәй кеүектәрҙең өлөшөн күрһәтеү, уларҙың ошо кәсепте йәштәргә өйрәтеп ҡалдыра алыуына рәхмәт белдереү, милли ризыҡты етештереү серҙәрен гәзит уҡыусыларға еткереү. Гөлсирә Хамматова шөғөлө хаҡында шул тиклем ихласлыҡ менән һөйләне.
— Тәүҙә бойҙай бөртөктәрен таҙар­табыҙ, йәғни уны елгәреп алабыҙ. Бының өсөн ихата уртаһына ҙур ашъяулыҡ түшәп, елдең ҡайһы яҡтан иҫкәнен иҫәпкә алып, һауытҡа ҡойолған ашлыҡты әкренләп елгәрәбеҙ. Былай иткәндә, төшөмө булмаған бойҙай ситкә оса, яҡшылары ашъяулыҡта ҡала. Артабан уны тышҡы мейестәге ҡаҙанда ҡыҙҙы­рабыҙ. Бер юлы биҙрәләп ҡыҙҙырып алам, — ти талҡан эшләү оҫтаһы.
Хәтеремдә, бала саҡта талҡан тартыу өсөн беҙҙең ауылда ағас тирмәнгә сират була торғайны. Күрәһең, ундай ҡорал бер нисә генә кешелә һаҡланғандыр. Ә бына Гөлсирә инәйгә ул яҡтан борсолорға түгел: уның йортонда ата-бабаларынан ҡалған, 120 йыл тирәһе тоғро хеҙмәт иткән изге ҡомартҡы — ағас тирмән — бар. Хатта тештәрен дә бер ваҡытта ла яңыртмағандар, шул килеш һаҡланған. Әллә күпме кешене аслыҡтан алып ҡалған был ҡомартҡыны Гөлсирә Хамматова бик ҡәҙерләп һаҡлай.
Әҙер бойҙайҙы тирмәндә тартаһың, ярҙамсың булһа, бигерәк уңайлы. Тарттырылған он кеүек массаны табаҡҡа һалып алабыҙ. Самалап аҡ майҙы иретәбеҙ, әҙерәк кенә һыу, шәкәр өҫтәргә мөмкин. Артабан иретелгән май өҫтөнә тарттырылған массаны һалабыҙ. Самалап бер аҙ тоҙ өҫтәйбеҙ ҙә болғатабыҙ. Улар берегергә тейеш, ҡул менән эшләргә лә була. Ҡатнашманы үҙебеҙгә кәрәкле ҙурлыҡта йомарлап, батмус­тарға теҙәбеҙ. Бер аҙ һыуытып алғандан һуң ашарға ла мөмкин.
Муйыл, ер еләге, сейә, ҡыҙыл эрем­сектән дә талҡан эшләргә була. Бигерәк тәмле килеп сыға. Уның өсөн йәй көнө махсус рәүештә был емештәрҙән эремсек эшләнә һәм, киптерелеп, сепрәк моҡ­сайҙа һаҡлана (дым тартырға тейеш түгел). Ҡыш көнө мейестә бер аҙ киптереп, ағас тирмәндә тартабыҙ.
Уйлап ҡараһаң, талҡан эшләүҙең сере ябай ғына. Иң мөһиме — теләк менән дәрт. Ниндәйҙер технологиялар ярҙа­мын­да етештерелгән, ялтыр ҡаптарға төрөл­гән талҡанды һатып алғансы, милли ризығыбыҙҙы үҙебеҙсә, өләсәйҙәрсә һәр кем эшләй ала түгелме һуң?! Ул саҡта таҙа ла, сифатлы ла, шифалы ла, файҙалы ла булған был аҙыҡ һәр саҡ табыныбыҙҙың түрен биләр, иң яратҡан тәғәмебеҙгә әүерелер. Ә инде кәсепте бөгөнгә тиклем һаҡлап, уны йәш быуынға еткереүсе Гөлсирә Хамматова кеүек оҫталарға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, киләсәктә лә әүҙем булыуҙарын теләйбеҙ.






Вернуться назад