ҺИН ҮҪТЕРГӘНДЕ БАШҠАЛАР ҺАТҺЫН ӘЛЕ!..16.01.2015
Һуңғы йылдарҙа игенселектән һәйбәт уңыш алып булмағас, малсылыҡҡа ла ауырға төшә. Беҙ был фекерҙе Көйөргәҙе районының “Искра” ауыл хужалығы етештереү кооперативы етәкселәре ауыҙынан ишеттек. Алынған табыш түгелгән сығымды ҡапларға ла етмәй, ти улар.

Ысынлап та, ауыл хужалығының үҫемлекселек тармағында ла, малсылыҡта ла хәлдәр ауыр. Әммә, нисек кенә булмаһын, хужалыҡтар мал тоторға тырыша. Әле Көйөргәҙе районында дүрт мең һауын һыйыры бар: Киров исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативында — 980, “Искра”ла — 1200, “Ергән” МТС-ында — 436, “Башҡорт лимузины” йәмғиәтендә — 700 баш, ҡалғандары — ваҡ хужалыҡтарҙыҡы. Мал һаны йылдан-йыл кәмей. 2000 йылда ғына ла әле Көйөргәҙе районында алты меңдән ашыу һыйыр аҫрағандар. “Көйөргәҙе” совхозында — 820 баш, “Морап­тал”­да — 520, “Таймаҫ”та — 425, “Күмертау” совхозында — 550, “Ҡыҙыл шар”ҙа — 320, “Заря” колхозында — 570, “Колос”та 130 һыйыр булған. Бөгөн был хужалыҡтарҙың береһе лә юҡ.
Мал тотҡан хужалыҡтарға еңелдән түгел. Алдараҡ яҙылғанса, килем сығымды ҡапламай. Һөт әлегә табыш килтерә, ә ит юҡ кимәлендә. Күп төбәктәрҙә ҙур хужалыҡтар юҡҡа ғына төп иғтибарҙы һөт алыуға йүнәлтмәй бит. Үгеҙҙәрҙе улар быҙау сағында уҡ һата, сөнки һәр береһенә кәмендә 400-450 кг һөт эсерергә кәрәк, ә быны аҡсаға әйләндергәндә байтаҡ ҡына хаҡ килеп сыға. Һатылған һөттөң иң арзаны — 16, иң ҡиммәте — 20 һум. Унан һуң һуйырлыҡ булғансы кәмендә 1,5-2 йыл аҫрарға, һимертергә кәрәк әле уларҙы. Тейешле хаҡына һата алһаң, тағы бер хәл. Ит комбинаттары юҡ, шәхси хужалыҡтар менән бер рәттән, күмәк хужалыҡтар ҙа алыпһатарҙарға тере килеш йәш малдың килоһын күп тигәндә 90 һум менән һата. Хаҡ 100 һумға күтәрелгәндә лә, мал тотоу рентабелле булыр ине, тип иҫәпләй аграрийҙар.
Ҡыш — малсылар өсөн ҙур һынау осоро. Көйөргәҙе райо­нының мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры, баш зоотехник Рәүеф Шәймәрҙән улы Намаҙғолов әйтеүенсә, мал ҡышлатыу арыу ғына бара. Быйыл мал аҙығы ферма янына күберәк ташылған. Һаламды әле лә килтерәләр. Әрәм-шәрәм итмәй, тапатмай ашатһаң, хужалыҡтарҙа мал аҙығы етерлек. Һыйырҙар быҙаулай башлаған. Район буйынса бөгөн һәр һыйырҙан тәүлегенә 5,8 кг һөт һауыла. “Искра” хужалығында көндәлек һауым (7,4 кг) уртаса күрһәткестән юғары.
“Искра” хужалығының Яҡшембәт фермаһы мөдире Фәрғәт Сынбулатов: “Хужалыҡтарға бөгөнгө баҙар мөнәсәбәттәрендә көн күреүе уғата ауыр. Мал аҫрау өсөн күпме көс, сығым түгелә, ә табыш самалы. Беҙ малды күберәк тереләй һатабыҙ. Раевканан, Ырымбур өлкәһенән килеп алалар. Улар, шәхси эшҡы­уарҙар, мөмкин булған тиклем түбән хаҡҡа һатып алырға тырышалар. Тейешле хаҡына үткәрһәң, аҡсаһы күберәк булыр, хужалыҡтарҙың хәле яҡшырыр ине”.
Ошо бер район миҫалында ғына ла ауыл хужалығының Хөкүмәт ярҙамына ни тиклем мохтаж икәнлеген аңлап була. Ә бит “Искра” хужалығы быға тиклем бар булған ауырлыҡтарҙы еңеп, үҙен үҙе йәшәтеп, рентабелле эшләгән хужалыҡ булып килде, әле лә шулай. Һеҙ булдыраһығыҙ тип уны яҙмыш ҡосағына ташлап ҡуйыу менән генә мәсьәлә хәл ителмәй. с. Раевский, Альшеевский район индексы по улицам


Вернуться назад