МАЛ ҮРСЕТЕП БАЙЫП БУЛАМЫ?10.01.2015
МАЛ ҮРСЕТЕП БАЙЫП БУЛАМЫ? “Ауылда йәшәһәң, һыйыр аҫрап та мул ғына табыш алырға мөмкин”, – тигән фекер йәшәп килә йәмғиәттә. Был фекер хаҡмы-ялғанмы икәнлеген һарайға инеп тә белеп була, шул уҡ ваҡытта баҙарҙа ла яуап табырға мөмкин.

— Әй, егеттәр, бында килегеҙ – миндә иң арзаны.
— Һум итен генә һайлап бирәм, был яҡҡа ыңғайла!
— Һыйыр ите, сусҡа майы бар!
…Ҡала баҙарындағы “Колхоз” сауҙа-сервис комплексында алыпһатарҙарҙың шау-шыуы араһында ауылдан ит килтереүсене көскә эҙләп таптыҡ. Баҙар көнө булыуға ҡарамаҫтан, үҙ ризығын тәҡдим итеүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ булып сыҡты. Регина Ғәлиуллина Стәрлетамаҡ районы­ның Суртан ауылынан килгән. Кеше үрсеткәнде һатыу менән оҫтармаһа ла, беҙ килгәндә 80 килограмм итен “осороп” өлгөргәйне инде. Хәйер, һатып алыусы ла йүләр түгел бит, кемдең кем икәнлеген әллә ҡайҙан күреп тора – сифатлы тауар янында урала.
— Былтыр ауылда атай-әсәйҙәр менән бергәлә­шеп 20 баш һуғым малы аҫрап сығарҙыҡ. Ҡай­һыларын быҙау килеш һатып алдыҡ, ҡайһыларын үҙебеҙҙең һәүкәшкәйҙәр “бүләк итте” (улары иһә – 10 баш). Бына шул малҡайҙарҙың итен килтерәм инде, — ти Регина, халыҡты хеҙмәтләндергән ара­ла эшмәкәрлеге менән таныштырып.
Әлбиттә, әйтеүе генә анһат: һуйҙың, килтерҙең, һаттың. Тик ҡулға аҡса ингәнсе күпме хеҙмәт, сығым түгелгәнен ауыл кешеһе үҙе генә белә. Мәҫәлән, бер быҙау алыу өсөн аҡсаң 10 мең һум­дан да кәм булырға тейеш түгел. Артабан күпме һөт эсә йәш мал, ә ҡышын ҡарап сығарыр өсөн нисә кәбән бесән, нисә тоҡ иген кәрәк? Бынан тыш, көн дә 20 баш үгеҙҙең аҫтын таҙартып ҡара әле. Ғөмүмән, сығымдар ҙа, хеҙмәт тә баштан ашҡан. Трактор өсөн яғыулыҡтың бер литры 35 һумға етеп барғанын иҫәпкә алғанда ла, мал аҫрауҙың бер йәме генә ҡала һымаҡ. Шуға һатыусы ниндәй хаҡ ҡуйһа ла, ул хаҡлылыр тип тәҡдимен белергә булдыҡ.
– Һөйәклерәк урындарын 170-кә бирәм. Итле­рәге – 190-200 һум. Ә иң тәмлеһе – 250-270, – ти малсы ҡыҙ. – Ҡыйбат икәнен үҙем дә аңлап торам, тик бер гектар бесән саптырыр өсөн генә ла нисәмә мең һум аҡса кәрәк бит. Ярай әлегә үҙебеҙ һуйып, үҙебеҙ килте­рәбеҙ, ә 2015 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә ингән ҡануниәт үҙгәрештәре буйынса махсус урынға алып барып, махсус кешеләрҙән һуйҙырта, тағы әллә ниндәй ҡатмарлы бурыстар үтәй башлаһаҡ, мал аҫрауы бик ҡиммәткә төшәсәк, бәлки, бөтөрөргә лә тура килер, – тип тә әсенә ул. Әйткәндәй, әңгәмәсе­беҙҙең янында торған алыпһатарҙар ҙа хаҡты шул сама ҡуя икән. Шуға клиентҡа ниндәй ит алырға, кемде байытырға икәнлеген үҙенә хәл итергә ҡала.
Шулай ҙа… мөләйем ҡатындың баҙарҙа инде бер нисә йыл рәттән тороуы: “Мал үрсетеп тә байып була”, – тигән һығымтаға этәрә, әлбиттә. Был йәһәттән Регина йылмайып ҡына:
— Эйе, сығымдары күп инде мал тотоуҙың, тик күпләп аҫраһаң, табышы ла юҡ түгел, — ти. – Мәҫәлән, 20 баш һуғымдың өс-дүрте сығымдарҙы ҡаплай, ҡалғандары аҡсаға әйләнеп (эш хаҡы сүрәтендә, тип әйтһәк тә була), кеҫәгә инеп ята. Шул уҡ табыштан алдағы йылда тағы күпме быҙау алырға була икәнлеген дә планлаштырабыҙ. Әйткәндәй, әсәйемдең урындағы ауыл хужалы­ғында эшләүе лә ҙур ярҙам: эш хаҡы иҫәбенә малдарға аҙыҡ алыуы күпмелер аҡсаны янда ҡалдыра. Нисек кенә булмаһын, иң мөһиме – малдарҙың итен йә баҙарҙа, йә йәрминкәләрҙә (улары һуңғы осорҙа һиҙелмәй) үҙеңә һатырға кәрәк, әгәр ҙә алыпһатарҙар өйөңә килә икән – тауарыңдың осһоҙ хаҡҡа киткәнен көт тә тор, – тип уңыш серен дә аса ул.
Ысынлап та, бөтөн бәлә шунда ла инде: аҫрай­быҙ, ә һата белмәгәс, сығымдарҙы ла ҡаплай ал­майбыҙ. Барыһына ла яуаплылыҡтан, аралашыу­ҙан, ауырлыҡтарҙан ҡурҡыу ғәйепле һымаҡ.
– 20 һатыусының бер-икеһе генә үҙе аҫраған малы­ның итен тәҡдим итә, ҡалғандары – эшҡы­уарҙар. Шул уҡ ваҡытта сауҙа итергә теләгәндәрҙең барыһына ла талаптар бер үк, һатыу урындарына хаҡтар ғәҙел, — ти, “Колхоз” сауҙа-сервис комп­лексы идара­сыһы Андрей Федоткин, проблемаға йәнә аныҡлыҡ индереп.
Әлбиттә, ябай малсының хеҙмәте табышлы бул­һын өсөн әле беҙгә камиллашаһы ла камилла­шаһы. Хәйер, был йәһәттән төрлө сикләүҙәр фо­нында үҙ етештереүселәребеҙгә “йәшел ут” ҡабынғас, боҙ ҡуҙғалды шикелле. Мәҫәлән, илдә хәҙер фермерҙар аралашсыларҙы ҡыҫтырмайынса ғына продукцияһын үҙҙәре һата ала. Хатта улар өсөн ҡайһы бер төбәктәрҙә махсус магазиндар ҙа асҡандар. Тик шул уҡ ваҡытта малды аҫрауға ҡарата санитар нормаларҙың етдиләнеүе бер бөйөрҙө һыйпап, икенсеһенә килтереп типкән һымаҡ күренә. Ауыл халҡына артабан да мал аҫрарғамы-юҡмы – ваҡыт күрһәтер.







Вернуться назад