Икмәктә – төйәгемдең бөтмәҫ ҡото13.01.2015
“Бәләбәй” элеваторы һынылыш осорон үтте, күп ҡыйынлыҡтар артта ҡалды, тип әйтергә була. Шуныһы шатлыҡлы: һуңғы йылдарҙа предприятиеның иҡтисади күрһәткестәре яҡшырғандан-яҡшыра бара. Был, әлбиттә, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡында ла сағылыш тапмай ҡалмай. Элеватор — бөгөн аяғында ныҡлы баҫып торған хужалыҡтарҙың береһе.
Предприятие директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Азат Бәшәров һөйләй:


– Бер нисә төр эш йүнәлешен ҡарап, урынбаҫарҙарым менән кәңәшләш­кәндән һуң, икмәкханаға өҫтөнлөк бирергә булдыҡ һәм дөрөҫ юлды һайлағанбыҙҙыр тип уйлайым. Ысынлап та, икмәк бешереү цехын асыу заман талабы ине. Уңайлы эш шарттары булдырҙыҡ, өр-яңы ҡорамалдар һатып алдыҡ, көслө белгестәр йәлеп иттек. Әҙме-күпме ваҡыт уҙғандан һуң баҙар тигән донъяла конкуренцияның көслөлөгөнә инандыҡ. Ул беҙҙе сыныҡтырҙы ғына. Бындай шарттарҙа еңеп сығыу өсөн бары тик сифатҡа баҫым яһарға кәрәк. Беҙ ҙә шулай иттек. Маҡтаныу түгел, хәҙер цехыбыҙ ҡырмыҫҡа иләүендәй гөрләп тора.
Ирекһеҙҙән, күренекле шағир Ирек Кинйәбу­латов­тың “яңы бешкән икмәк­тәрҙә – төйәгемдең бөтмәҫ ҡото” тигән шиғыр юлдары иҫкә төшә. Кондитер ҡыҙҙар ҡомалаҡ сүпрәһе ҡушып бешерә икмәкте – бына уның сере нимәлә! Бәләбәйҙең тәбиғәте шул тиклем үҙен­сәлекле: бында дарыу үләндәренең, шифалы үҫемлектәрҙең барыһы ла бар. Ҡомалаҡты иһә төбәгебеҙҙең теләгән мөйөшөнән табырға мөмкин. Хеҙмәт­кәрҙәребеҙ ҡомалаҡ сәскәһен үҙҙәре йыя, бынан тыш, халыҡтан да ҡабул итәбеҙ. Шуға күрә ҡамырҙа бер ниндәй ҙә консервант, яһалма тәмләткес юҡ.
Күңел тигән төшөнсә лә бар бит әле. Бер ниндәй эш тә дәрт-дарманһыҙ алға бармай. Беҙҙә хеҙмәткәрҙәр икмәк бешереү өсөн бөтә күңелен һала, шуға күрә лә продукциябыҙ кәштәгә ҡуйылыу менән тиҙ арала һатыла. Элеватор янында магазиныбыҙ бар, унан башҡа ла бер нисә сауҙа нөктәһе асылды. Киләсәктә тағы ла үҫергә һәм эшмәкәрлегебеҙҙе киңәйтергә тигән аныҡ маҡсат ҡуйғанбыҙ.

И. МӨХӘМӘТОВ
яҙып алды.








Вернуться назад