Йөҙ ҡуйлының йөҙ уйы бар09.01.2015
Йөҙ ҡуйлының йөҙ уйы бар Беҙ килгәндә “Ағиҙел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә ҡыҙыу эш бара ине: малды ашатыу менән мәшғүлдәр. Йософ Баташевтың уҙған йыл башында ғына эш башлаған хужалығында күрше төбәктән һатып алынған тоҡомло һарыҡтар әле ишәйеү өҫтөндә – көн һайын унар-ун бишәр бәрәс тыуа. Был мал 80 килограмға тиклем үҫә, итенең сифаты ла юғары икән.

– Үҙ хужалығымды булдырыу тураһында күптән хыяллана инем, әммә тотоноп китергә тәүәккәлләй алмай йөрөнөм. Район хакимиәте ярҙам ҡулы һуҙмаһа, әле лә бар нәмә ниәттә генә ҡалып килер ине. Былтыр яҙ ошо ташландыҡ бинаны ҡуртымға алдым, төҙөкләндерҙем. Йәй һарыҡтарға етерлек бесән әҙерләнек. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, – тип һөйләй Йософ Сәйет улы.
Йөҙ ҡуйлының йөҙ уйы барҮҙ эшенә мөкиббән бирелгән кеше генә ошолай ихласлап мал үрсетә алалыр. Хужалыҡ етәксеһе яңы тыуған бәрәсте ҡурсалап ҡына тора. Киләсәккә пландары шаҡтай ҙур уның: буш торған тағы бер нисә бинаны сафҡа индереү, мал һанын арттырыу. Эш баш­лағанымды белеп, һарыҡ ите һорап килеүселәр байтаҡ, шуға продукцияны һатыу ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырмаясаҡ, ти ул. Бынан тыш, мал һуйыу цехын сафҡа индереү уйы менән дә яна йүнсел.
– Һеҙ миңә яҙ, ҡар ирегәс, тағы килегеҙ. Умарталар ҡуйып, бал ҡорттары тота баш­лаясаҡмын. Тау итәгендә быуа быуып, балыҡ үрсетергә лә хыял бар, – тип оҙатып ҡалды Йософ Сәйет улы.
Булдыҡлы уҙамандың уй-ниәттәре тормошҡа ашырына өмөт ҙур.





Вернуться назад