Башҡортостан иҡтисады илдә иң ҡеүәтлеләр иҫәбендә, беҙҙең предприятиеларҙың 80 проценты табышлы. Үкенескә ҡаршы, ауыр хәлдәгеләре лә юҡ түгел. Мәҫәлән, бөгөн 995 предприятие һәм шәхси эшҡыуар бөлөр хәлгә еткән. Республикала банкротҡа әйләнгән ойошмалар һаны ла ни өсөндөр йылдан-йыл арта. Бының сәбәбе ниҙә, арбитраж идара итеүселәрҙең эш һөҙөмтәһе ниңә ҡыуандырмай – Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үткәргән кәңәшмәлә ошо көнүҙәк мәсьәлә күтәрелде.
Иҡтисади дәреслектәрҙән беләбеҙ, банкротлыҡ ойошманың эшмәкәрлеген яйға һалыу, көрсөктән сығарыу өсөн башҡарыла. Әммә йыш ҡына тап киреһе килеп сыға. Банкротлыҡ процедураһынан ҡабаттан тергеҙелеп, эшен яйға һалған предприятиеларҙың һаны бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына булыуы ошоға тура ишара. Бына тигән итеп эшләгән ойошмалар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ни сәбәптәндер бөлгөнлөккә төшә. Рөстәм Хәмитов быны асыҡтан-асыҡ билдәләне. "Бөгөн банкротлыҡ ҡайһы бер намыҫһыҙ кешеләр өсөн табышлы бизнесҡа әйләнде, был ҡаҙандан ҡайһы бер чиновниктарҙың да туйыныуы бер кемгә лә сер түгел. Арбитраж идара итеүселәргә лә етди дәғүәләр бар", – тип белдерҙе Президент.
Былтыр ошо тармаҡтағы эште яйға һалыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһының Финанс һауыҡтырыу һәм бөлгөнлөк өлкәһендәге эштең һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса ведомство-ара комиссия эш башлағайны. Кәңәшмәлә уның рәйесе, Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Владимир Балабанов сығыш яһаны. Әммә Президент уның сығышында төп һорауҙарға яуап тапманы.
– Комиссия ниндәй эштәр менән мәшғүл, нимәләр башҡарҙы? Һөҙөмтә нисек? – Ошо һорауҙарҙы бирҙе министрға Рөстәм Хәмитов. Президент кемдәр махсус рәүештә был эште төп шөғөлө итеп алған, уларҙың эшмәкәрлегенән кемдәр зыян күргән – ошолар тураһында ишетергә теләне.
Ысынлап та, миҫалдар бар икән. Мәҫәлән, "Теастан" акционерҙар йәмғиәтен бөлгөнлөккә төшөрөргә тырышыусылар булған. Әммә хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм ведомство-ара комиссияның ваҡытында сара күреүе предприятиены рейдерҙар һөжүменән аралап ҡалған. Президент ундайҙарҙы кисекмәҫтән яуапҡа тарттырырға саҡырҙы.
Арбитраж идара итеүселәрҙең эш һөҙөмтәләре лә ҡыҙыҡһындырҙы республика башлығын. "Әгәр һуңғы йылдарҙа бер предприятие ла тергеҙелмәгән икән, улар нимә менән шөғөлләнә һуң?" – тип һораны ул кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙан. Былтыр намыҫһыҙ арбитраж идара итеүселәргә туғыҙ енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Әлбиттә, банкрот хәленә еткерелгән ойошмалар йылдар дауамында хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләй алмай, был хәл йәмғиәттә социаль ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.
– Мәсьәлә ҡатмарлы, йыш ҡына унда енәйәтселеккә урын бар. Быны хәл итмәйенсә, алға атлай алмаясаҡбыҙ. Беҙ уны мотлаҡ хәл итергә тейешбеҙ, – тине республика Президенты.
М. ЗАМАНОВ.