Утын яғырғамы, әллә “зәңгәр яғыулыҡ” ҡулланырғамы? Урмандары ағасҡа бай булыуға ҡарамаҫтан, белореттар хәҙер газға өҫтөнлөк бирә. Йорт йылы, ашарға бешеп ултыра, эҫе һыу ағып тора... Шуның өсөн дә улар 2005 йылда ҡалала “ГазСпецСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен төҙөп, Белорет районы ауылдарына газ торбалары һуҙыу эшен киң йәйелдергән Валерий Зыязетдиновҡа рәхмәтле. Улай ғына ла түгел, баҡтиһәң, күршеләр ҙә нәҡ уға мөрәжәғәт итә икән. Предприятиеның Әбйәлил, Бөрйән, Йылайыр, Салауат һәм башҡа райондарҙа был тәңгәлдә әүҙем эш алып барыу – шуға асыҡ миҫал.
– Бигерәк тә бөгөн халыҡта заманса йәшәргә ынтылыш көслө, – тип һөйләй Валерий Зыязетдинов. – Ниңә тәбиғи газ ҡулланмаҫҡа? Ыҙаланып утын әҙерләгәнсе, ваҡытын ул бүтән нәмәгә арнай. Әйтәйек, күп итеп мал аҫрай йәки йәшелсәселек менән шөғөлләнә.
Йәмғиәт коллективы ҙур түгел, ни бары һигеҙ кеше. Шул иғтибарға лайыҡ: барыһы ла юғары белемле, һәр ҡайһыһы талапсанлыҡ һәм егәрлелек сифаттарын үҙендә туплаған. Мәҫәлән, юғары квалификациялы иретеп йәбештереүсе Александр Яковлев, етештереү-техник бүлек начальнигы Дим Аллаяров хаҡында ыңғай фекерҙәр ишетелә. Әйткәндәй, хеҙмәткәрҙәр йыл һайын Өфө ҡалаһында белемен камиллаштыра, бер-береһенән өлгө алып, үҙ-ара кәңәшләшеп эшләй.
Әле нимә менән шөғөлләнеүҙәре тураһында бер кәлимә һүҙ. Учалы районындағы Сәфәр ауылының өйҙәренә газ үткәрәләр, эште бында тамамлауға күрше районға юлланмаҡсылар – унда көтәләр уңғандарҙы.
Валерий Шәүкәт улы белдереүенсә, ойошма Белореттағы шундай уҡ йәмғиәт менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Үҙ-ара килешеп эш итеү киләсәккә маҡсаттар билдәләү йәһәтенән ныҡ отошло, ти ул.
Валерий Зыязетдинов сығышы менән – Салауат районынан, йәшлеге йәмле Йүрүҙән буйында үткән. Егет, Малаяҙ урта мәктәбен тамамлағас, Томск политехник университетында уҡый, унан һуң әрме сафын тулыландыра. 2000 йылда инде ғаиләһе менән тыуған Башҡортостанына ҡайтып төпләнә – Белорет ҡалаһында нигеҙ ҡора.