Рөстәм ХӘМИТОВ: “Иң мөһиме — иҡтисади үҫеш”06.12.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ил Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһенә аңлатмаһы:
– Иң мөһиме — иҡтисади үҫеш, иҡтисади база булдырыуға, шулай уҡ мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге социаль бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға бәйле мәсьәләләр. Ҙур биләмәләрҙә мәктәптәрҙең етмәүе тураһында әйтелде. Беҙҙең республикала ла, атап әйткәндә, Өфөлә, Стәрлетамаҡта, ҡайһы бер башҡа ҡалаларҙа балалар ике сменала уҡый.
Бынан тыш, эшҡыуарлыҡҡа административ баҫымды кәметеүгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе билдәләр инем. Ошо көндәрҙә был теманы республика Президенты ҡарамағындағы Эшҡыуарлыҡ советында ла тикшерҙек. Бөгөн эшҡыуарҙарға еңел түгел, улар тулы ҡеүәткә эшләп китә алмай. Шулай уҡ бюджет структураларын, бюджет ойошмаларын ныҡлы контролдә тотоуҙың һәм күҙәтеүҙең кәрәге юҡ тигән һүҙҙәрҙе ишеттем.
Капиталды амнистиялау тураһындағы мәсьәләләр күтәрелде. Ысынлап та, кешеләр аҡсаһын быяла банкала, түшәк аҫтында һаҡлауҙы дауам итә, иң мөһиме — сит илдәрҙә ғәйәт ҙур ресурс тупланған. Ул аҡса илебеҙгә ҡайтарылып, иҡтисадыбыҙ файҙаһына эшләргә тейеш. Был бик мөһим, сөнки илдең иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итәсәге көн кеүек асыҡ.
Федераль үҙәк индустриаль парктар ойоштороуҙы компенсациялаясаҡ. Асылда иһә нимә күҙәтелә һуң? Бөгөн төбәктәр индустриаль парктар аса, ошо программала ҡатнашҡан резиденттарға ташлама бирә. Рәсәй Федерацияһы яңы предприятиелар асыуҙан өҫтәмә һалым ала башлай. Был һалым федераль ҡаҙнаға индерелә, ә төбәктәр бер нәмә лә алмай. Тотҡарлыҡтарҙан, яңы эш урындары булдырыуҙан тыш, башҡа ыңғай күренештәр юҡ. Шуға күрә хәҙер беҙ ошо программаларҙа ҡатнашасаҡбыҙ. Индустриаль парктарыбыҙға федераль ҡаҙнанан яҡшы ярҙам күрһәтелер, тип ышанабыҙ.
Шулай уҡ 2015 йыл йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш буйынса милли программаны тормошҡа ашырыу йылы буласаҡ, тип билдәләнде. Үлем осраҡтарының яртыһынан күберәгенә йөрәк, ҡан тамырҙары сирҙәре сәбәпсе булыуы барыһына ла мәғлүм. Был – илебеҙ, шулай уҡ республикабыҙ өсөн бик ҙур һәм әһәмиәтле проблема. Һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусыларҙан, баш табиптарҙан үҙ эшен сифатлы башҡарыуҙы ҡәтғи талап итәсәкмен. Бөгөн күрһәткестәрҙе арттырып яҙыу, мин-минлек, һауаланыу көслө. Шуға күрә был йәһәттән тәртип булдырырға тырышасаҡбыҙ.