Юғары белемле инженер-механик Анатолий Наумов ҡасандыр үҙ теләге менән колхоз рәйесе вазифаһынан киткән, ерҙә үҙаллы хужалыҡ итеүҙе хуп күргән. Баҙар мөнәсәбәттәрен яҡшы белеүе, булдыҡлылығы һәм кәрәк саҡта үҙ һүҙенән кире ҡайтмауы уға ваҡыт һынауын уңышлы үтергә ярҙам иткәндер ҙә инде.
Шаран районының Баҙғыя ауылы фермеры Анатолий Владимирович үҙенең эш тәжрибәһенән сығып, баҫыуҙарҙың уңдырышлылығын күтәреү, продукцияны һатыу, ғөмүмән, ерҙә үҙаллы хужалыҡ иткән крәҫтиәнде борсоған күп проблемалар тураһында хәбәрҙар. Һүҙ — фермерға.
Тир тамған ер уңдырышлы була “Вера” крәҫтиән (фермер) хужалығын 1992 йылдың көҙөндә ойошторғайным. Маҡтаныуҙан әйтмәйем, заманында Шаран районында фермерлыҡҡа беҙ юл ярҙыҡ. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, үҙ эшемә тоғро ҡалдым. Башта 50 гектар ер бирҙеләр, аҙаҡ уны 120 гектарға ҡәҙәр киңәйттек. Тик тормош бер урында ғына тормай. Сәсеү әйләнешен арттырыу өсөн һуңынан тағы ла 100 гектар ер биреүҙәрен һораныҡ. Беҙгә күмәк хужалыҡтың эшкәртелмәгән 170 гектар баҫыуын тәҡдим иттеләр. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙгә ташландыҡ майҙан эләкте, уның 70 гектарын йәш ағас баҫҡайны. Һәр яҙ шуның 10-20 гектарын эшкәртеп, сәсеү әйләнешенә индерәбеҙ. Әле 30 гектарында ағас төпләргә һәм уны һөрөнтө ергә әйләндерергә ҡалды. Бөгөн беҙҙең хужалыҡтың үҙләштерелгән 260 гектар ере бар. Ә һалымды ҡуртымға алынған 290 гектар өсөн түләйбеҙ. Шуныһы ҡыҙыҡ: төрлө баҫыуға ҡуртым хаҡы төрлөсә. Өҫтәүенә уны йыл һайын арттыралар.
Әлбиттә, эш гектар иҫәбендә тормай. Ерҙе файҙалана белергә кәрәк. Беҙҙең крәҫтиән (фермер) хужалығы уңышһыҙ ҡалғаны юҡ, хатта ҡоро йылда ла көҙгө байлығыбыҙ ярайһы ғына булды. Былтыр бөртөклөләрҙең һәр гектарынан уртаса 30 центнер уңыш йыйып алдыҡ. Ерҙең уңдырышлылығын күтәреүгә күп көс һалабыҙ, минераль ашламалар ҙа индерелә. Яҡшы уңыш алам тиһәң, алдынғы технологияға таянып эш итергә кәрәк. Майҙандарҙы көҙҙән эшкәртеп ҡалдырабыҙ, яҙғы һөрөү тигән агротехник алым беҙҙең өсөн юҡ.
Үкенескә ҡаршы, хәҙерге көндә игенселектән ҙур табыш алып булмай. Шуға иҡтисади яҡтан отошло һаналған техник культураларға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Шәкәр сөгөлдөрөн тәүҙә 20-25 гектарҙа үҫтерһәк, хәҙер плантация өсөн 50 гектар майҙан бүләбеҙ. Уны ҡул көсө ҡулланмайынса игәбеҙ. Былтыр гектарынан 300 центнер уңыш йыйып алдыҡ. “Татлы тамыр”ҙың уңышын йыйғанда ла ситтән ярҙам һорамайбыҙ, сөнки беҙҙең ҡулда техника бар. Яҙын-көҙөн плантацияла өс кеше эшләй. Улым Сергей ҙа ирекле хеҙмәттең тәмен татырға өлгөрҙө. Ул да минең кеүек юғары белемле инженер-механик. Германиялағы фермер хужалығында ике йыл стажировка үтеп ҡайтты. Элекке колхоздың уңған механизаторы Сәғәҙәт Латипов та беҙҙең хужалыҡта көс һала.
Иң ауыры — етештерелгән продукцияны һатыуБеҙҙе, беренсе быуын фермерҙарын, һуңғы ваҡытта Хөкүмәттең ауыл етештереүселәренә йөҙ менән боролоуы ҡыуандыра. Былтыр яғыулыҡ-майлау материалдары алыуға субсидия бирҙеләр. Минераль ашлама, гербицидтарға ла ташлама яһанылар. Яңы техника ҡайтарыуы ла ауыл етештереүселәренә еңелгә төштө. Бер йыл шәкәр сөгөлдөрөнән килгән аҡсаға — 540 мең һумға — “МТЗ-82” тракторы алғайныҡ. Былтыр шундай маркалы тағы бер техникаға эйә булдыҡ, уны “Россельхозбанк”тан кредит юллап алдыҡ. Яңы “Беларусь” 647 мең һум торһа, шуның 40 процентын Хөкүмәт беҙгә кире ҡайтарҙы.
Шулай ҙа ерҙә хужалыҡ итеүе бөгөн крәҫтиәнгә еңелдән түгел. Бәкәлгә һуҡҡаны — етештерелгән продукцияны һатыу. Быйыл бураларға һалынған байлыҡтың файҙаһын күрә алмайбыҙ. Ҡатнаш аҙыҡ тарттырып, ауылдар буйлап үҙебеҙ һатып йөрөйбөҙ. Арпаның центнерын шәхси хужалыҡтарға — 450, бойҙайҙы 500 һум менән һатабыҙ. Ҡыҫҡаһы, етештерелгән продукцияны аҡсаға әйләндереү — крәҫтиән өсөн үҙе бер ҙур мәшәҡәт. Белеүегеҙсә, тапшырылған “татлы тамыр” өсөн заводтар беҙгә шәкәрләтә түләй. Хужалыҡтарға 100 тоннанан күберәк “татлы” продукция эләгергә тейеш. Уҙған айҙа шуның 40 тоннаһын алып ҡайттыҡ. Уны ҡайҙа ҡуйырға? Өҫтәүенә баҙарҙа шәкәрҙең хаҡы ла төштө. Бөгөн уның 20 тоннаһын да һатып бөтөп булмай. Былтыр орлоҡҡа көнбағыш та үҫтергәйнек. Гектарынан 20 центнерға яҡын уңыш йыйып алдыҡ. Тик нисек ул продукцияны үтемле итеп һатырға? Шишмә заводы эре хужалыҡтар менән генә эш итергә тырыша. Беҙҙең кеүектәр менән һөйләшергә лә теләмәйҙәр. Етмәһә, уларҙа хаҡ түбән.
Мал тотабыҙ, ит, һөт етештереү менән шөғөлләнәбеҙ. Сусҡаны 50, 100 башҡа еткергән саҡтар ҙа булды. Ләкин бөгөн фермала томшоҡло малдар 15 баш ҡына ҡалды, сөнки 100-110 килограмм ауырлыҡтағы сусҡаны һатып булмай. Туймазы районындағы “Ҡуш-Бүләк” йәмғиәте малды осһоҙ хаҡ менән генә ала. Ҡалған ит комбинаттары иһә ҡабул итергә теләмәй, сусҡа ите кәрәкмәй, беҙгә былай ҙа вагон-вагон сеймал ҡайта, тиҙәр. Сараһыҙҙың көнөнән, һимертелгән 15 баш сусҡаны әлеге лә баяғы “Ҡуш-Бүләк” йәмғиәтенә бирергә тура килә. Әҙерләүселәр һөттө лә осһоҙға алырға тырыша.
Отчет һорап, йәнгә тейәләр Беҙ үҙ керемдәребеҙ тураһында тулы мәғлүмәт бирергә күнеккәнбеҙ. Эшкәртеүсе предприятиелар менән эш иткәнлектән, финанс операцияларын да банк аша үткәрәбеҙ. Алынған керемдән сығып, берҙәм ауыл хужалығы һалымы түләйбеҙ. Бюджеттан тыш фондтарға яңы тариф буйынса социаль һалымын да индереп барабыҙ. Шуныһы ҡыйын: хәҙер беҙҙән ай һайын отчет биреүҙе талап итәләр, был күп ваҡытты ала.
Мине элек үҙем эшләгән Егоров исемендәге колхоздың аяныслы хәле борсоуға һала. Бөгөн һарыҡ һәм сусҡа фермалары бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Элек хужалыҡта һауын һыйыры 285 баш булһа, әле 90 тирәһе ҡалдымы икән? Һимертеүгә ҡуйылған бер генә баш малды ла күрмәҫһең, сөнки алынған йәш үрсемде һатып бөтөп баралар. Һөтсөлөк фермаһында элекке кеүек ҡул көсө өҫтөнлөк итә. Шундай шарттарҙа кем эшләргә теләһен? Хәҙер аукцион үткәргән булып, күмәк хужалыҡты “Восход” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә әйләндерҙеләр. Ете-һигеҙ кеше уның хужаһы булып иҫәпләнә. Шуныһы ҡыҙыҡ: күмәк хужалыҡтың ҡалған бөтә мөлкәтенә ни бары ... 700 мең һум хаҡ ҡуйғандар. Хәҙерге заманда йәмәғәт милкен шулай анһат ҡына үҙләштерәләр. Ә былтыр яңы тракторҙы 647 мең һумға һатып алғайным. Исемен алыштырһа ла, “Восход”тың эше бер ҙә алға бармай. Баҫыуҙарҙың бер өлөшөн генә эшкәртәләр, алған уңыштары ла түбән.
Әлбиттә, бындай ҡараш менән бөгөн ауылда хужалыҡ итеп булмай. Халыҡ әйткәнсә, ер егәрлене ярата. Эштең уңышы кешенең үҙенә бәйләнгән. Үҙем бәрәкәтле ерҙән айырылмаясаҡмын, сөнки ирекле хеҙмәттән йәм һәм ғәм табып йәшәйем. Тәжрибә һәм оҫталыҡ беҙҙә етәрлек.
Миҙхәт ШӘРИПОВ яҙып алды.
Шаран районы.