Дәүләт ярҙамының һөҙөмтәһе бар26.11.2014
2014 йыл Федоровка районы эшсәндәре өсөн ярайһы уҡ уңышлы булды. Туғыҙ айҙа хужалыҡтарҙа 1 745,5 миллион һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештерелгән. Шуның 671,4 миллион һумы — ауыл хужалығы предприятиеларына, 181,1 миллионы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына тап килә. 2013 йыл кимәленә ҡарата был күрһәткес 141 процент тәшкил итә.


Районда һөрөнтө ерҙәрҙең майҙа­ны — 84,1 мең гектар. Шуның 48,5 мең гектарын иген культуралары, шул иҫәптән 20 мең гектарҙы бойҙай биләй. Игендең тулайым йыйымы 82,8 мең тонна, гектарынан 17,1 центнер уңыш алынған.
3 200 гектар майҙанда шәкәр сөгөлдөрө үҫтерелә, уңыш — гектарынан 251 центнер. Майҙандарҙың 7 620 гектарын көнбағыш биләй. Һәр гектарҙан 13,2 центнер уңыш алын­ған. “Азат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә был күрһәткес 20 центнерҙан ашыу. “Гавриловка”, “Агросервис”, “Азат” йәмғиәттәрендә, Фрунзе исемендәге ауыл хужалығы кооперативында, Ибраһимовтың һәм Йосоповтың крәҫтиән (фермер) хужа­лыҡтарында игенселек өлкә­һендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәш­кән­дәр.
Районда малсылыҡты үҫтереү мәсьәләләренә етди иғтибар бирелә. 1 октябргә ҡарата 26 962 баш һыйыр малы иҫәпләнгән. Ауыл хужалығы предприятиеларында 10 906 баш һы­йыр малы аҫрала. Бынан тыш, 499 йылҡы, 411 һарыҡ һәм 49 895 ҡаҙ теркәлгән.
Туғыҙ ай эсендә райондағы ауыл хужалығы предприятиелары 6 915 тонна һөт етештергән һәм шуның 5 607 тоннаһын һатҡан. Һәр һыйырҙан уртаса 2 323 килограмм һөт һауып алынған. Ит етештереү күлә­ме былтырғыға ҡарағанда ярайһы уҡ юғары һәм 964,3 тонна тәшкил итә. 817,6 тонна ит һатылған, малдарҙың тәүлегенә уртаса артымы — 489 грамм. Һөт малсылы­ғында, айырыуса шәхси эшҡыуарҙар Сиражетдинов, Мостафин, Чурбаев­тарҙың крәҫтиән (фермер) хужалыҡ­тарында эштең әүҙемләшеүе күҙәтелә.
Һөт етештереүҙе арттырыу һөҙөмтәһендә район “500 ферма” республика программаһында ҡат­нашырға булды. Ике йылда Фрунзе исемендәге ауыл хужалығы кооперативында ике һөтсөлөк фермаһы үҙгәртеп ҡоролдо. “Искра” йәмғиә­тендә һәм “Родина” кооперативында тағы ла өс малсылыҡ объекты яңыртыла. “Азат”, “Нива” йәмғиәттә­рендә, Фрунзе исемендәге кооперативта малсылыҡ буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәр. Ә “Маяҡ” һәм “Агросервис” йәмғиәттәрендә иһә ит малсылығы йәһәтенән эш яҡшы бара.
Малдарҙы ҡышлатыу өсөн сифатлы аҙыҡ базаһы тупланған. Бөтә хужалыҡтарҙа тиерлек бер шартлы баш малға кәмендә 25 центнер аҙыҡ әҙерләнгән, фермалар төҙөклән­дерелгән.
Хужалыҡтарҙы техник йыһазлан­дырыуға ҙур иғтибар бирелә. Быйыл туғыҙ айҙа 71 миллион 684 мең һумлыҡ 45 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған. Техника һәм ҡорамалдар алыуға хужалыҡтар тарафынан тотонолған аҡсаның 35 проценты республика ҡаҙнаһынан субсидияланған.
Дәүләт ярҙамы ауылды артабан үҫтереүгә булышлыҡ итә. Малсы­лыҡ, үҫемлекселек, кадрҙар ҡеүәтен үҫтереү өлкәһендә төрлө программалар тормошҡа ашырыла. Район уларҙың барыһында ла әүҙем ҡатнаша. 2014 йылдың туғыҙ айында ғына уларға бәйле 71,4 миллион һумлыҡ субсидия алынған.
“2013—2015 йылдарҙа Башҡор­тостан Республикаһының крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” һәм “Башҡортостанда яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам күрһәтеү” программаларында грант алыу бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн алты крәҫтиән (фермер) хужалығы документ тапшырғайны. Шуларҙың дүртәүһе еңеп сыҡты.
Республика бураларындағы уңыш­та Федоровка эшсәндәренең дә өлөшө ҙур. Башҡортостан Хөкүмәте уларҙың хеҙмәтен лайыҡлы баһала­ны. Ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән өсөн районға Башҡорт­остан Хөкүмәте дипломы тапшырылды. Муниципаль район хаки­миә­- те башлығы Радик Ишмөхәмәтов әйтеүенсә, был награда — бөтә аграрийҙарҙың хеҙмәтенә юғары баһа, ауыл хужалығы производ­ствоһындағы һөҙөмтәле эш күр­һәткесе ул. Етештереүҙәге юғары ҡаҙаныштары өсөн Фрунзе исемен­дәге ауыл хужалығы кооперативы ла Хөкүмәттең дипломы менән бүләк­ләнде, игенселектәге, малсы­лыҡ­та­ғы уңыштары, “500 ферма” рес­пуб- ­лика программаһында һөҙөм­тәле ҡатнашыуы ла айырып билдә­ләнде. “Азат” яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиә­те водителе Иван Талаевҡа Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырылды, ә “Искра” йәмғиәте һауынсыһы Ирина Павлова “Башҡортостан Респуб­ликаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе менән бүләкләнде.






Вернуться назад