Бюджет нисек үтәлгән?02.02.2012
Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2012 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостан Республикаһының йыйылма бюджеты килемдәр буйынса 135 357,7 миллион һумға, йәки 2010 йыл кимәленә ҡарата 113,1 процентҡа, үтәлгән, шул иҫәптән һалым һәм һалым булмаған килемдәр 107 198,3 миллион һум тәшкил иткән, 2010 йылдағы керемдәр менән сағыштырғанда 12 223,1 миллион һумға, йәки 12,9 процентҡа, артҡан. Килемдәрҙең төп сығанаҡтары түбәндәгеләр: физик шәхестәрҙең килеменә һалым — 33 567,3 миллион һум (һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең дөйөм күләменең 31,3 проценты), ойошмалар табышына һалым — 30 414,4 миллион һум (28,4 проценты), акциздар — 13 059,1 миллион һум (12,2 %), мөлкәткә һалым — 10 033,0 миллион һум (9,4 %). Ойошмалар табышына һалым кереме 2010 йыл менән сағыштырғанда 6 073,1 миллион һумға, йәки 24,9 процентҡа, артҡан.
Дәүләт һәм муниципаль милектәге мөлкәтте файҙаланыуҙан алынған килем 10 368,7 миллион һум (һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең дөйөм күләменең 9,7 проценты) тәшкил итте, 2010 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 7 процентҡа кәмегән.
Кире ҡайтарылмай торған керемдәр 2010 йыл менән сағыштырғанда 3 409,4 миллион һумға (13,8 процентҡа) артып, 28 158,2 миллион һум, йәки килемдәрҙең дөйөм күләменең 20,8 процентын, тәшкил итте.
2011 йылда Башҡортостан Республикаһының йыйылма бюджеты сығымдары 140 653,7 миллион һум булған, был иһә 2010 йыл кимәленә ҡарағанда 18 400,3 миллион һумға, йәки 15,1 процентҡа, юғарыраҡ, шул иҫәптән республика һәм муниципаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтенә түләүгә — 44 594,4 миллион һум, йәки сығымдарҙың дөйөм күләменең 31,7 проценты, медикаменттар, аҙыҡ-түлек һатып алыуға, граждандарға социаль ярҙам күрһәтеү сараларын тормошҡа ашырыуға, пособиелар, пенсияларға өҫтәмәләр түләүгә һәм социаль тәьминәт буйынса башҡа сығымдар — 21 045,0 миллион һум, йәки 15,0 процент, эшләмәгән халыҡтың медицина страховкаһына сығымдар һәм Башҡортостан Республикаһының Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фондына, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Пенсия фонды бюджетына эшһеҙ граждандарға ваҡытынан алда пенсия тәғәйенләү менән бәйле сығымдарҙы ҡаплауға башҡа бюджет-ара трансферттар — 10 948,6 миллион һум, йәки 7,8 процент, коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә — 3 220,2 миллион һум, йәки 2,3 процент, тәшкил иткән. Капитал һалыуҙарҙы һәм юл хужалығын финанслауға (финанслауҙың үрҙә күрһәтелгән статьялары буйынса сығымдарҙы иҫәпкә алмайынса) 21 683,7 миллион һум, йәки барлыҡ сығымдарҙың 15,4 проценты, бүленгән. Үрҙә әйтелгән йүнәлештәргә Башҡортостан Республикаһы йыйылма бюджетының барлыҡ сығымдарының 72,2 проценты тура килә.
2011 йылда Башҡортостан Республикаһы бюджеты килемдәр буйынса 108 390,3 миллион һумға, йәки 2010 йыл күрһәткестәренә ҡарата 113,7 процентҡа, сығымдар буйынса 112 898,3 миллион һумға, йәки 114,3 процентҡа, үтәлгән.
2012 йылдың 1 ғинуарына урындағы (муниципаль райондар, ҡала округтары, ауыл һәм ҡала биләмәләре) бюджеттар∂ың килеме 64 703,4 миллион һумға, йәки 2010 йылға ҡарата 116,8 процентҡа, үтәлгән. Һалым һәм һалым булмаған килемдәр, 2010 йылғы кимәлгә ҡарата 10,6 процентҡа артып, 27 105,6 миллион һум булған, шул иѕәптән муниципаль райондар бюджеттарына — 10 889 миллион һум, ҡала округтары бюджеттарына 16 216,6 миллион һум индерелгән, был йыллыҡ планға ҡарата ярашлы рәүештә 108,2 процент һәм 103,8 процент тәшкил итә. Урындағы бюджеттарҙың сығымдары 65 491,4 миллион һум булған, был 2010 йыл кимәленә ҡарағанда 20,3 процентҡа юғарыраҡ.