Урмандан файҙа арта25.11.2014
Урмандан файҙа арта
Ҡариҙелдә, 2011 – 2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, урман сәнәғәте мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә үткәрелде.


Сарала республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе И.А. Тажетдинов, урман хужалығы министры Д.Ә. Әхмәтйәнов, сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Х.Х. Рәхимов, төньяҡ-көнсығыш райондарҙағы муниципаль берәмектәрҙең хакимиәт башлыҡтары, Урман сәнәғәтселәре союзы, республикалағы урмансылыҡтар етәкселәре ҡатнашты.
Кәңәшмә “Өфө урман сәнәғәте” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Ҡариҙел районындағы ҙур ағас эшкәртеү предприятиеһының етештереү базаһын ҡарауҙан башланды. Һатылған продукцияла йәмғиәттең өлөшө 28 процент тәшкил итә. Бында Ҡариҙел ҡайынынан йорт йыһазы етештереп, уны Рәсәйҙең байтаҡ ҡалаларына, сит илдәргә оҙаталар. Семинарҙа ҡатнашыусылар ағас эшкәртеү комплексы менән танышты, технологик процесты ғәмәлдә күрҙе һәм баһаланы.
Кәңәшмәнең практик өлөшө артабан Муллаҡай ауылындағы “Техноспецсервис” йәмғиәтенең етештереү базаһында дауам итте. Предприятие етәксеһе В.И. Тупицын объекттар буйлап экскурсия үткәрҙе. Бында ҡарағай, ҡайын, йүкә, уҫаҡ эшкәртелә, тәҙрә, ишек, төрлө йыһаз эшләнә. Етәксе билдәләүенсә, киләсәктә мебель цехын киңәйтеү, Башҡортостан һәм Екатеринбург баҙарҙарына продукция сығарыуҙы арттырыу күҙаллана. Ошондай предприятиелар ауыл кешеләрен эш менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә лә инде.
Күсмә кәңәшмәнең пленар өлөшөн республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов алып барҙы. Эшлекле һөйләшеү барышында урман сәнәғәтенең һөҙөмтәлелеген арттырыу мәсьәләләре ҡаралды. Тармаҡты закондар менән көйләүҙән алып урманды тулыландырыу, энергияны һаҡлау ресурстарын файҙаланыу, ағаслы биләмәләрҙе үҙләштереү күләмен арттырыу кеүек темалар күтәрелде. Был мәсьәләләр буйынса урман хужалығы министры Динир Әхмәтйәнов, республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Хәлил Рәхимов сығыш яһаны. Район хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин Ҡариҙелдә урман сәнәғәтен үҫтереү хаҡында һөйләне.
Быйыл 10 ай эсендә урмансылыҡта ағас әҙерләү күләме 125 мең кубометр самаһы тәшкил иткән. Һуңғы йылдарҙа, ғөмүмән, был күрһәткес өс тапҡырға артҡан. Шуға күрә Ҡариҙел районында урман тармағы иң мөһимдәрҙең береһе булып тора. Урман сәнәғәте комплексы продукцияһын һатыу иҫәбенә байтаҡ табыш алынған. Һатылған продукция күләме — 169,8 миллион һум, физик күләм индексы 101,5 процент тәшкил итә. Һуңғы йылдарҙа Ҡариҙелдә ҙур конкуренция ҡеүәһенә эйә булған мебель һәм төҙөлөш материалдары етештереү күләме ҡырҡа артҡан. Таҡта материалдары баҙары ярайһы уҡ тотороҡло үҫә. Бер нисә йылда уларҙы ҡулланыу күләме лә байтаҡҡа артҡан. Республика буйынса етештерелгән таҡтаның 30 проценты төньяҡ-көнсығыш райондарға тура килә. Ҡариҙелдә иһә уның ассортименты бик киң һәм, күҙалланыуынса, тағы ла артасаҡ. Быйыл ун ай эсендә төҙөлөшкә яраҡлы 60 мең кубометр ағас етештерелгән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы кимәлгә ҡарата 103 процент тәшкил итә.
Әле ағас эшкәртеү тармағында 500-ҙән ашыу кеше мәшғүл. Уртаса эш хаҡы — 14 мең һумдан ашыу. Былтырғы менән сағыштырғанда, үҫеш — 26 процент.
Техник кимәл, етештереү сифаты Ҡариҙел районындағы урман тарма­ғының финанс-иҡтисади хәлен билдә­ләй, инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыуға ҙур йоғонто яһай.
Ҡариҙел урман сәнәғәтселәре союзы етәксеһе Р.К. Закиров “КаСоЛ” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәтенең эш­мәкәр­леге һәм һөҙөмтәләр хаҡында һөйләне, урман сәнәғәтселәренең проблемаларын, урмандарҙы тулыланды­рыуға сығымдарҙы айырым билдәләне. Урман сәнәғәтселәре энергияны һаҡлау ресурстарын киң файҙалана, тине ул.
Сараның йомғаҡлау өлөшөндә республикала урман комплексын үҫтереү йәһәтенән берлектәге хеҙмәттәшлек буйынса фекер алышыу булды. Ведомстволар етәкселәре урман сә­нәғәт­селәренең һорауҙарына яуап бирҙе.
Кәңәшмә аҙағында 2011 – 2015 йылдарҙа Башҡортостан Республи­каһының төньяҡ-көн­сығыш райондарын социаль-иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан райондар һәм предприятиелар етәкселәренә Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының Почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы И.В. Ғарифуллин да бар ине.

Р. ХӘСӘНОВ.

Ҡариҙел районы.


Вернуться назад