"Уралтау"ҙың маҡсаттары ҙур01.02.2012
"Уралтау"ҙың маҡсаттары ҙурРеспубликабыҙҙың төньяҡ-көнсығышында Дыуан районының "Уралтау" ауыл хужалығы предприятиеһы тураһында ишетмәгәндәр бик һирәк. Ул бөгөн төрлө тармаҡта уңышлы эшләй, шуларҙың береһе – малсылыҡ.
Төбәктә тиҫтә йылға яҡын эшләгән "Уралтау" предприятиеһы райондағы бер нисә хужалыҡты үҙенә берләштергән. Етәкселәре — уңған, эшселәре — тырыш, хеҙмәт хаҡы ла ваҡытында түләнә. Шуға күрә йәш белгестәр ҙә бында килергә атлығып тора. Әйткәндәй, бында эш урыны тапҡандар араһында йәштәр күберәк.
"Уралтау" заманында бөлгөнлөккә төшкән "Урал" колхозы нигеҙендә ойошторолған. Әлбиттә, уны ҡабаттан тергеҙеү өсөн эшҡыуар Таһир Зариповҡа күп көс һәм аҡса сарыф итергә тура килә. Хатта сит илдәр, башҡа төбәктәр тәжрибәһен дә өйрәнеп ҡайта етәксе. Һөҙөмтә ҡыуандыра – бөгөн предприятие йылдам үҫешә, республиканың төньяҡ-көнсығышында иң эре хужалыҡтар иҫәбендә.
Бер аҙҙан хужалыҡҡа элекке "Рәсәй" колхозы ҡушыла, бөгөн унда хужалыҡтың сусҡа комплексы ла эшләй.
"Уралтау"ҙың маҡсаттары ҙур"Уралтау"ҙа әле 1820 баш һыйыр малы, 4200 сусҡа, 370 һауын һыйыры, 400-шәр һарыҡ һәм йылҡы бар. Хужалыҡ ит эшкәртеүҙе яйға һалған, бында билмән, тефтель, тиҫтәгә яҡын төр колбаса етештерелә. "Халыҡ ярата, хатта йыш ҡына етмәй ҡала", – ти Таһир Зарипов. Шулай уҡ сусҡа, йылҡы һәм һыйыр ите лә һатыуға сығарыла. Әйткәндәй, бында иттең хаҡы түбән, хатта уны күрше райондарҙан килеп алалар. Ә бына һөттө ҡоро һөт әҙерләү комбинатына тапшыралар икән. Мәҫәлән, былтыр 12 мең центнерҙан ашыу һөт һауып алынған, был 2010 йылдың күрһәткесенән 1 487 центнерға күберәк. Быйыл хужалыҡта өр-яңы ит комбинатын сафҡа индерергә, сифатлы техника һатып алырға теләйҙәр.
Әлбиттә, малсылыҡта бындай уңышҡа үҙ эшен еренә еткереп башҡарғандарҙан тыш өлгәшеп булмай. "Уралтау"ҙа тап шундайҙар эшләй ҙә инде. Хужалыҡтың Мөлкәт ауылындағы фермаһында беҙҙе ҡаршы алған малсылар Фәнил Абдуллин, Рәфис Йомағужин, баш зоотехник Ильяс Әбғәлимов, ферма мөдире Йәмил Сәғәҙиев был тармаҡты биш бармағы кеүек белә. Ә бына 20 йыл ғүмерен ошо эшкә арнаған һауынсы Гөлнур Низамова кеүектәр — хужалыҡтың нигеҙ ташы, былтыр һауын күрһәткестәре буйынса уға етеүсе булмаған.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН
Дыуан районы.


Вернуться назад