Артыҡ байлыҡ – башҡа бәлә15.11.2014
Артыҡ байлыҡ – башҡа бәлә
Картуфты беҙҙә юҡҡа “икенсе икмәк” тип атамайҙар. Бөгөн Рәсәй донъяла бәрәңге етештереү буйынса илдәр араһында өсөнсө урынды биләй. Беҙҙең картуф баҙарының күләме йылына 500 миллиард һум тәшкил итә. Халыҡта баҙар иҡтисады реформалары үҙебеҙҙә бәрәңге етештереүгә ҡарағанда ситтән һатып алыуҙы отошлоға әйләндерҙе тигән фекер йәшәп килә. Ысынлап та, был йәшелсәне үҫтереүгә бүленгән майҙан йылдан-йыл ҡыҫҡара бара. 2013 йылда ғына Рәсәй буйынса ул 12 процентҡа кәмегән һәм ни бары 253 мең гектар тәшкил иткән. 1999—2001 йылдарҙа ауыл хужалығы министры булған Михаил Минеев мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда бөгөн картуф элекке 65 мең гектар урынына тик 2,5-3 мең гектар майҙанда ғына ултыртыла. Быйыл һауа шарттарының һәйбәт булыуы арҡаһында Рәсәйҙә барлығы 31 миллион тонна бәрәңге уңышы алынды.


Бөтә донъяла йылына яҡынса 350-400 миллион тонна картуф етештерелә. Һатыу күләме буйынса ул шәкәр ҡамышы, кукуруз, дөгө һәм бойҙайҙан ғына ҡалыша. Голландияла йылына — 6,8, Белоруссияла — 6,9, Польшала 9 миллион тонна бәрәңге үҫтерелә. Ошо дәүләттәр транспорт сығым­дарына ҡарамай, йәшелсәне беҙгә алып килеп һатыуҙы хуп күрә.
Бөгөн илдәге картуфтың 13 проценты ауыл хужалығы предприятиеларында үҫтерелһә, 8-е – фермер хужалыҡтарында, ә күпселеге (79 процент) шәхси хужа­лыҡтарға тура килә. Башҡортостанда 590 меңдән ашыу шәхси, 5,5 меңдән ашыу фермер хужалығы иҫәпләнә. Фермерҙар ашлыҡтың — 18,8, көнбағыш орлоғоноң – 20, һөттөң – 7, йәшелсәнең өс процентын етештерә. Бәрәңгенең — 97, ҡалған йәшелсәнең 79 проценты шәхси хужалыҡ­тарҙа үҫтерелә. Шуныһы ҡыҙыҡ: беҙҙең баҙарҙарҙы баҫып алған Израиль йылына тик 600 мең тонна картуф етештерә (унда йылына ике тапҡыр уңыш алалар), шуның 400 меңен ситкә һата. (Был дәүләт майҙаны буйынса беҙҙең дүрт Баймаҡ районына тиң. Башҡортостандан өс мең километр алыҫ­лыҡта ятҡан Израилдән бәрәңге ебәреү уны Баймаҡтан Өфөгә килтереүҙән отошлораҡ буласағын берәү ҙә аңлата алманы).
Картуф күләмен тик шәхси хужалыҡтар иҫәбенә арттырыуға өмөт бағлау дөрөҫ түгелдер. Мәҫәлән, былтырғы яуындар арҡаһында алған уңышты быйылғыһы менән сағыштырыу ҙа етә. Уның өсөн бүленгән майҙанды йәнең теләгәнсә арттырып булмай, йыл һайын ул хатта кәмей бара, сөнки был культураны үҫтереү — бик мәшәҡәтле эш. Үҙҙәренең ере булған күп йәш ғаиләләр сәскә-фәлән генә ултыртып, ата-әсәһе үҫтергән бәрәңгегә өмөт бағлап ята. Ярай әле, һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер ауылдарҙа комбайндар менән йыя башланылар. Ошоноң арҡаһында йыл уңышлы килгәндә генә артыҡ картуфты отошло һатып була. Уныһын да осраҡлы кешеләргә йәки һирәк осраҡта – йәрминкәләрҙә. Ҙур сауҙа селтәренә был уңышты керетеп булмай: сифаты, төргәге тейешле талаптарға яуап бирмәй.
Фермер хужалыҡтарына ла еңелдән түгел. Эшҡыуар үҫтергән бер нисә тонна уңышты йыуып-таҙартып, киптереп, тейешле кимәлдә төрөп, сауҙа селтәрендә һатыу артыҡ сығымдар талап итә. Улар төрлө йәрминкәләрҙә һатыу менән генә сикләнә. Совет заманында булған йәшелсә һаҡлай торған ҡоролмалар колхоз-совхоздар менән бергә юҡҡа сыҡты. Уларҙың күпселеген төрлө сауҙа келәттәренә әйлән­дерҙеләр. Бәрәңгене һаҡлау мөмкинлеге булмағас, яҙғыһын рәхәтләнеп 35-40 һумға һатыу мөмкин түгел.
Супермаркеттарҙа сит ил тауары тулып ятһа ла, статистика мәғлүмәттәре буйынса, картуф импорты ике проценттан артмай. Израилдән, Мысырҙан булыуы ғына күҙгә салынып ҡала. 2000—2010 йылдарҙа ул уртаса 0,6 миллион тоннанан артмаған. 2011 йылда ғына ҡоролоҡтан һуң рекордлы 1,4 миллион тоннаға еткән.
Санкциялар арҡаһында бәрәңге үҫтереүҙең отошлоға әйләнәсәге барыһына ла мәғлүм. Әммә ошо ябай ғына иҡтисади ҡанундың беҙҙә был культура менән шөғөлләнгән хужалыҡтарҙың мотлаҡ артыуын аңлатмайҙыр. Бының төп сәбәптәрен тикшереп үтәйек. Бөгөн Рәсәйҙә дәүләт дотацияһы гектар буйынса түләнә. Тимәк, был ярҙам тик эре хужалыҡтарға ғына тәғәйенләнгән.
Икенсенән, бөгөн Рәсәйҙә орлоҡ сифатына тейешле иғтибар бүленмәй. Бының менән шөғөлләнгән махсуслаштырылған предприятиелар юҡ хәлендә. Сит илдәрҙән һатып алынғаны менән беҙҙең баҫыуҙарға йыш ҡына төрлө ауырыуҙар килә. Агротехника талаптарын үтәмәү сәбәпле, улар киң тарала. Был картуфтың уңышын ҡырҡа кәметә. Үҙебеҙҙә ҡалған предприятиелар йыш ҡына сифатлы орлоҡ урынына ваҡ бәрәңге һатып мутлаша. Юғары сифатлы, элиталы картуф сорттары бөгөн Тверь, Вологда, Мәскәү өлкәләрендә генә етеш­терелә. Билдәле булыуынса, яҡшы сорт уңышты 30-40 процентҡа арттыра. 2012 йылда Рәсәй сит дәүләттәрҙән 22 614 тонна бәрәңге орлоғо һатып алған. Был әллә ни күп түгел.
Халыҡтың тәҡәтен ҡоротҡан колорадо ҡуңыҙына ҡаршы алып барылған көрәш тә дәүләт ярҙамын талап итә. Быны аңлаған ҡайһы бер төбәктәрҙә урындағы бюджет иҫәбенә “Престиж” дарыуы халыҡҡа бушлай таратылып, уны ҡулланыу бөтәһе өсөн мотлаҡ булып иҫәпләнә. Ғөмүмән, фәндең яңы ҡаҙаныштары халыҡта киң файҙа­ланылһын өсөн төрлө аңлатыу саралары кәрәк. Шул иҫәптән “түңәрәк өҫтәл”дәр, конференциялар үткәреү мөһим.
Әйтергә кәрәк, картуфты ашамлыҡ булараҡ һирәгерәк ҡуллана башланылар. 2012 йылда 12,6 миллион тонна ғына бәрәңге ошо маҡсатта тотонолған. 1993 йылдан (18,8 миллион тонна) ул 30 процентҡа кәмегән. Элек уңыштың төп өлөшө спирт әҙерләүгә китһә, бөгөн ул чипсы, снеки етештереүгә йүнәлтелә. Мәҫәлән, Рәсәйҙең күп мегаполистарында йән башына 1980 йылда 109 килограмм картуф ашалһа, бөгөн — тик 60 килограмм, ә ауыл ерендә – 161 һәм 75 килограмм.
Рәсәй үҙенең бәрәңгегә булған ихтыяжын тулыһынса тиерлек (97 процент) ҡәнәғәтләндерә. Был шарттарҙа уның етештереү күләмен артабан арттырыу иҡтисади яҡтан үҙен аҡламай башлаясаҡ. Йәшелсәне шәхси хужалыҡтарҙа үҫтереү ҙә файҙаһыҙға әйләнеп бара. Быны аңлаған халыҡ картуф ултыртыуҙан баш тарта башланы. Был дөрөҫтөр ҙә, сөнки бәрәңгенең төрлө ауырыуҙары ошо хужалыҡтарҙа һаҡланып килә, шунан тарала ла инде. Рәсәй шарттарындағы гектарынан алынған 100-150 центнер уңыш менән Көнбайыш дәүләттәрендәге 380-430 центнерҙы сағыштырыу ҙа беҙҙең файҙаға түгел.
Санкциялар һуғышы аҙыҡ-түлеккә хаҡ­тың күтәрелеүенә килтерҙе. Рәсәйҙең Мо­нополияға ҡаршы хеҙмәтенең Баш­ҡор­­т- остан идаралығы эксперттары күҙалла­уынса, хаҡ тағы ла һиҙелерлек артасаҡ. Көҙгө йәрминкәләрҙә республикала үҫте­релгән картуф һатылып бөткәс, уны беҙгә Рәсәйҙең Һарытау, Волгоград өлкәләренән, Ставрополь крайынан, Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһынан, Урта Азиянан күпләп килтереү көтөлә, тип фаразлай белгестәр.
Халыҡ юҡҡа ғына “Хәйерһеҙ файҙанан хәйерле зыян артыҡ” тип әйтмәгәндер. Бәрәңге ултыртып, уны тәрбиәләп үҫтереп яфаланғансы, хәләл көсөңдө икенсе файҙа­лы эшкә йүнәлтеү отошлораҡ түгелме? Барыбер, Көнбайыш дәүләттә­рендәге һымаҡ, шәхси хужалыҡтар тора-бара юҡҡа сығасаҡ.


Вернуться назад