“Королдәр ҙә беҙҙән ризыҡ алдыртҡан...”12.11.2014
“Королдәр ҙә беҙҙән ризыҡ алдыртҡан...”
Барыбыҙ ҙа ошо ерҙә йәшәйбеҙ. Тик “ер кешеһе” тип иген игеүсе, мал ҡараусыларҙы ғына йөрөтәләр. Һәр хәлдә, беҙҙең халыҡ шуға күнеккән, ошо төшөнсәгә өйрәнгән. Был, әлбиттә, осраҡлы түгел. Бөтәбеҙ ҙә шуны аңлайбыҙ: өҫтәлдәге ризыҡһыҙ мөмкин түгел. Бөгөн ауыл кешеһенең хәле, Рәсәй ауыл хужалығының хәл-торошо нисек? Артабан ҡайһылай булыр? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыр өсөн сираттағы ҡорға 1999—2001 йылдарҙа Башҡортостандың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарған Михаил Иванович Минеев (һүрәттә) менән иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Миҙхәт улы Ғәбитов өҫтәл
артына ултырҙы.



Илдар ҒӘБИТОВ:
– Михаил Иванович, моғайын, уҙ­ған быуаттың 90-сы, ике меңенсе йылдарындағы менән бөгөнгө ауыл хужалығы хәлен сағыштырып ҡарау өсөн һеҙ иң ҡулай кешеләрҙең береһелер...
Михаил Минеев:
– Улай уҡ түгел дә. Шулай ҙа был турала күп уйланыла. Хәҙер, хаҡлы ялда булғас, ваҡыт та бар. Элек бергә эшлә­гәндәр менән дә аралашабыҙ.
Илдар ҒӘБИТОВ:
– Дөйөм алғанда, иҡтисадта ауыл хужалығының тулайым продукт күлә­ме ҙур урын алып тормай. Ауыл халҡы һанына килгәндә, Башҡорт­останда ул 35-40 процент тәшкил итә. Әлбиттә, Рәсәй буйынса аҙыраҡ. Ауыл хужалығы менән ауылдар проб­лемаһы – икеһе ике нәмә. Сөнки ауыл ул хужалыҡ ҡына түгел бит. Һеҙҙең өсөн нимә ул ауыл һәм хужа­лыҡ итеү? Ауыл хужалығы етештереү сәнәғәтенән ныҡ айырыламы? Уйлап ҡараһаң, ауылдарҙа ла газ үткән, бөтәһе лә техникала эшләй. Был айырмалыҡ бизмәндә тигеҙләнергә лә тейеш һымаҡ...
Михаил МИНЕЕВ:
– Беренсенән, ауыл хужалығында бер арауыҡтан икенсе арауыҡҡа тиклем генә түгел, ә йыл буйына маҡсатлы эшләргә кәрәк. Мәҫәлән, игенселекте алайыҡ. Үҙе бер тотош цикл: сәсеү, үҫентеләрҙе тәрбиәләү, урып йыйыу, эшкәртеү. Ауыл хужа­лы­ғында һин бөгөн ниҙер эшлә­мәһәң, һуңға ҡалдың тигән һүҙ. Юғалт­ҡанды кире аяҡҡа баҫтырыу, ай-һай, бик ауыр. Малсылыҡты алайыҡ. Әгәр ут булмайынса, бөгөн һыйырҙарҙы һаумаһаң, аҙна буйы ошо эште тергеҙергә кәрәк. Ә сәнәғәттә, тупаҫыраҡ итеп әйткәндә, ти­мерҙе токарь станогында эшкәртеп бөтмәһәң, иртәгә лә була, унан һуң да ярай.
Ҡасандыр Гайдар сәйәсәте шуға алып барҙы, хатта ауыл хужалығын ”ҡара тишек”кә тиңләнеләр. Әйҙә, йәнәһе, был эште ташлайыҡ та килемлеһе менән шөғөлләнәйек: нефть сығарыу, ауыр металлургия... Аҙыҡты сит илдән алыу осһоҙораҡҡа төшә бит...
Һис тә улай түгел. Хәҙер Көнбайыш менән сағыштырырға яраталар. Мин ва­ҡытында Германия, Чехословакия, Бель­гия, Голландия һымаҡ күп илдәрҙә булдым. Уларҙа иген, башҡа культура үҫкән осорҙа 800-850 миллиметр яуым-төшөм була. Беҙҙә иһә – 500 миллиметр. Шуның да икенән өс өлөшө генә ямғыр рәүешендә. Шунан һуң сағыштырайыҡ инде тегеләрҙең 800-850 миллиметры менән беҙҙең 250-300-ҙө.
Тағы ла малсылыҡты алайыҡ. Беҙҙә дүрт ай, йәғни 120 көн мал ныҡлап көтөүҙә йөрөй. Ә уларҙа 2-3 ай ғына ышыҡта тора. Шунан һуң уйлағыҙ беҙҙә күпме мал аҙығы әҙерләргә кәрәклеген.
Эйе, күп кәрәк, сығымдар ҙа китә. Ләкин бит илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙ­леге мөһимерәк. Һуңғы ваҡыт мөнәсәбәт ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Әле ҡарап, күҙәтеп барам, яғыулыҡҡа ғына дүрт ай рәттән хаҡ күтәрелә. Шул уҡ ваҡытта аҙыҡ-тү­леккә хаҡ артырға тейеш түгел, йәнәһе. Нисек аңлаттылар: йәнәһе, яғыулыҡҡа хаҡ арта, сөнки донъя баҙарында нефть ҡиммәтләнә. Көнбайышта ла шулай. Беҙҙә нефткә хаҡ ҡырҡа төштө, ә яғыулыҡҡа артты. Мине ошо ныҡ борсой.
Ауыл эшсәндәре шул тиклем тырыш бит. Малсылар таң һарыһынан эшкә бара. Һигеҙ йыл миңә тоҡомсолоҡ заводын етәкләргә тура килде. Ул саҡта һыйырҙар өс тапҡыр һауыла торғайны. Һауынсылар иртәнге 6-ла, көндөҙгө 2-се яртыла, киске 7-лә килә һәм киске 9-ҙа ғына ҡайтып китә. Ә бит сәнәғәттә ке­шеләр улай эшләмәй... Мин быны ауыл хужалығы менән сәнәғәттең икеһе ике төрлө икәнен аңлатыр өсөн генә әйтәм.
Эйе, бөгөн ауылдарҙың социаль йөҙө үҙгәрҙе: юлдар һалына, газ үткән. Шулай ҙа уйланырға урын бар.
Илдар ҒӘБИТОВ:
– Һеҙ – тоҡомсолоҡ заводын етәк­ләгән кеше. Бөгөн Башҡорт­останда тоҡомсолоҡ эше нисек тора?
Михаил МИНЕЕВ:
– Мин институт директоры ла, тәж­рибә хужалығы етәксеһе лә булып эшлә­нем. Шул саҡта бестужев тоҡомло мал үрсетеү буйынса завод булдырҙыҡ. Бө­гөн тик Дүртөйлө районында бер ху­жалыҡ ҡына ошо эш менән шөғөлләнә. Был тоҡом ысын мәғәнәһендә беҙҙең шарттарға яраҡлаштырылған. Эйе, бы­ның буйынса шөғөлләнгән заводтар күп. Ләкин барыһының да эштәре тейешенсә ҡуйылмаған. Унан һуң, завод бер генә тоҡомдағы мал үрсетергә тейеш. Уларҙың буталыуы, ҡатнашыуы бар.
Үҫемлекселек буйынса ла шулай. Элек элиталы, супер элиталы орлоҡ алғанда тоҡтар бер генә тапҡыр ҡул­ланылды. Сорттар ҡатнашмаһын өсөн бер генә сорт булырға тейеш: бойҙай – бер сорт, арыш – бер сорт, борсаҡ, арпа һәм башҡалар шулай уҡ. Бөгөн дәүләт орлоҡсолоҡ хужалыҡтарын тергеҙергә тейешбеҙ. Юғиһә кем теләй, шул орлоҡ керетә, кемдең ҡайҙан алырға мөмкин­се­леге бар – шунан. Ә улар бит беҙҙә тикшереү үтмәгән. Шуға дәүләт сорт участкалары мотлаҡ тергеҙелергә те­йеш. Республика шарттарында бына тигән сортлы иген үҫтерергә була. Мә­ҫәлән, ғилми-тикшеренеү институтында эшләгәндә шуға инандыҡ: таҙа ҡышҡы сорт бойҙай орлоғо етештерергә мөм­кин. Бында тик өс факторҙы иҫтә тоторға кәрәк: мотлаҡ таҙа, пар еренә сәсергә, ҡар ҡатламы ятҡан ергә һәм орлоҡто тейешле препараттар менән эшкәртергә. Шунан һуң гелән яҡшы бойҙай алып буласаҡ.
Илдар ҒӘБИТОВ:
– Үҫемлекселек менән малсы­лыҡ­ты алғанда күптәрҙә ҡайһы өлкә килемлерәк икән тигән һорау тыуа...
Михаил МИНЕЕВ:
– Әгәр малсылыҡ булмаһа, үҫемлек­селек үҙенән-үҙе кәмейәсәк. Ихтыяж булмай. Һуң, ит булһын өсөн быҙауҙы күпме үҫтерергә кәрәк. Әйтәйек, фән буйынса – 18 ай, асылда унан да артығы­раҡ. Яҡшы һыйыр итергә – бынан да күберәк. Шуны аңларға кәрәк!
Илдар ҒӘБИТОВ:
– Ауыл хужалығы тауарына хаҡты күтәреү-күтәрмәү тураһында...
Михаил МИНЕЕВ:
– Мин хаҡты күтәреү яғында. Быны күптән эшләргә кәрәк ине: хаҡты махсус “ауыҙлыҡлап” тоторға түгел. Көнба­йыш­та ла баҙар шулай көйләнә.
Михайловкала (Өфө районы) йәшә­йем. Элек халыҡта 320 баш һыйыр малы булһа, бөгөн – 11 һыйыр ҙа дүрт баш­маҡ! Ни өсөн шулай? Сөнки уларҙы тотоуҙың файҙаһы юҡ. Бер ҡараһаң, хәҙер көтөүлектәр күп, ә фураж юҡ. Нисек кенә булмаһын, элек эре хужа­лыҡтар шәхси хужалыҡтарға ярҙам итеп килде.
Илдар ҒӘБИТОВ:
– Тотош илдә колхоз-совхоздар тарҡа­тылғанда беҙҙә һаҡларға тыры­шыуҙы ҡайһыһы хуплай, ҡайһыһы, киреһенсә, башҡа төрлө уйлай...
Михаил МИНЕЕВ:
– Бөтә Көнбайыш илдәре иҡтисадтың нигеҙе ҙур хужалыҡтарҙа тип һөйләй. Бәләкәй фермер хужалыҡтары илде туйҙыра алмай. Бына уйлап ҡарағыҙ, ауыл хужалығы белгестәре юҡ тиерлек. Бында бит аграр институттар ғәйепле түгел. Элек, мәҫәлән, был уҡыу йорттарын тамамлағандарға ауылдарҙа эш тә, фатир ҙа бирелә ине. Бөгөн юғары белемле белгес ҡайҙа бара? Етмәһә, ғаиләһе лә булһа...
Илдар ҒӘБИТОВ:
– Беҙҙә ауыл хужалығына ҡағыл­ған программалар байтаҡ. Респуб­ли­каның “500 ферма”һын ғына алайыҡ...
Михаил МИНЕЕВ:
– Яҡшы программа. Эйе, иҫке ферма­ларҙы төҙөкләндереү – һәйбәт эш. Сит ил малын алып ҡайтыу ғына насар. Ә бит ҡасандыр королдәр итте беҙҙән һатып алған! Сөнки бер ниндәй ҡушымта­ларһыҙ үҫтерелгән ризыҡ бит...
Илдар ҒӘБИТОВ:
– Ауыл хужалығы үҫешенең киләсәген нимәлә күрәһегеҙ?
Михаил МИНЕЕВ:
– Орлоҡ әҙерләү һәм тоҡомсолоҡ заводтарын тергеҙеү – төп маҡсаттарҙың береһе. Ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләү – бик мөһим мәсьәлә. Былай барһа, тиҙҙән механизаторҙар ҡалмая­саҡ. Малсылыҡта ла заманса ферма­ларға белгестәр кәрәк. Хәҙер бар тар­маҡта ла яңынан-яңы ҡорамалдар ҡуйыла, тракторҙар сығарыла. Шунан тағы мөһим нәмә: беҙҙең шарттарҙа ни үҫә, шуны үҫтерергә кәрәк.


Рәлис УРАҘҒОЛОВ яҙып алды.



Вернуться назад