Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисад ситтән тороп уҡыу институтының Өфөләге филиалы уҡытыусылары Лидия Шәрипова менән Алһыу Шәмсетдинова былтырғы йыл аҙағында Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университетында йәш иҡтисадсыларҙың халыҡ-ара йәштәр форумында ҡатнашты. Йәш ғалимдар республика йылҡысылығы миҫалында ауыл хужалығын яңыса үҫтереүгә һәм шуның нигеҙендә сифатлы аҙыҡ-түлек етештереүгә арналған проект менән сығыш яһаны.
Был сара финанс министры Антон Селуянов, Рәсәй сәнәғәтселәре һәм эшҡыуарҙары союзының вице-президенты Александр Мурычев, бизнес, банк тармағы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында үтте. Уларҙың иғтибарына тәҡдим ителгән 110 проект араһында аҙыҡ-түлек етештереүҙе яйға һалыу өсөн һөт йылҡысылығын үҫтереү идеяһын Финанс университеты ректоры Михаил Эскиндаров иң яҡшыһы тип атаған.
Проект авторҙары Башҡортостанда һөт йылҡысылығын үҫтереүҙең киләсәге барлығын ныҡлы раҫлаған. Әммә был мөмкинлектәр бөгөн аҙ ҡулланыла икән. Мәҫәлән, һуңғы 20 йыл эсендә генә төбәктә йылҡы һаны 30 процентҡа тиклем кәмегән. Шул уҡ мәлдә, был эсемлеккә туберкулезға ҡаршы учреждениеларҙың мохтажлығының да ни бары ундан бер өлөшө тәьмин ителә. Ә бына үҫешкән илдәрҙә был тармаҡ юғары күрһәткестәр менән ҡыуандыра һәм яңыса үҫеш алған. Миҫалға Европаны килтерергә була. Унда бейә һөтөнән әҙерләнгән ҡоро балалар аҙығы һәм косметикаға халыҡ тарафынан һорау ҙур, шулай уҡ сәләмәтлекте нығытыусы препараттар тикшереү үтә. Германияла иһә ҡымыҙҙы дарыуханаларҙа һаталар.
Өфө ғалимдары проектында, файҙалы һәм экологик таҙа аҙыҡ-түлек етештереп, эске баҙарҙы тәьмин итеү һәм Европа баҙарына сығыу өсөн, илдәге һөт йылҡысылығының дөрөҫ ҡеүәтен файҙаланыу бурысы ҡуйылған. Улар бының өсөн ауыл хужалығының юғары технологияларҙы ҡулланып эшләгән сәнәғәт һәм ҡулланыу кластеры төҙөргә тәҡдим итә.
Инновация үҙәгенең филиалын Өфөлә булдырыу тәҡдим ителгән, сөнки төбәктә бының өсөн төплө нигеҙ бар. Әле республика ғалимдарының тәҡдимдәре тармаҡ институттарында ентекле тикшереү үтә.
З. РӘШИТОВ.