“Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый...”01.11.2014
“Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый...”
“Ҡаҙ ҡанаты” тигән моңло йыр хаҡында ишетеп-белмәүсе һирәктер. Ҙур табында нәзәкәтләп бешерелгән ҡаҙ итенән ауыҙ итмәгән кеше лә табылмаҫ, ай-һай. Һәр юҫыҡта ла лайыҡлы баһаланған тауар етештереүсе “Башҡорт ҡаҙы” предприятиелар төркөмө тап ошо йүнәлештә эшләй, юғары уңыштарға өлгәшә. Мәскәүҙә “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһендә 10 көмөш миҙал яулауы – быға асыҡ миҫал.

Хужалыҡты иғтибар үҙәгенә ҡуйған күренештәрҙең береһе – “Ҡаҙ аҫрау интеграцияһы” про­граммаһы. Коммерция йәһәте­нән генә түгел, йәмғиәткә социаль ярҙам күрһәтеү маҡса­тында тормошҡа ашырыла ул. Үҙенсәлеге шунда: предприятие халыҡҡа, фермер хужа­лыҡ­тарына дүрт айҙан 20 про­цен­тын кире ҡайтарыу шарты менән бер тәүлеклек ҡаҙ себештәрен таратып бирә. Миҫал өсөн, әгәр ауыл кешеһе килешеү буйынса 100 баш ҡаҙ алһа, дүрт ай үткәс, ул шул тере ҡаҙҙарҙың 5,5 килограмм тартҡан 20-һен генә кире тапшыра, ә башҡа ҡоштарҙы үҙендә ҡалдыра. Әгәр ҙә кире ҡайтарылғанының ауырлығы 5,5 килограмдан ашыу икән, һәр килограмм өсөн “Башҡорт ҡаҙы” предприятиеһы 100 һум аҡса түләй. Хужалыҡ ябай ауыл халҡы, атап әйткәндә, респуб­ликаның 20 районы хакимиәте менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә. Быйыл, мәҫәлән, барлығы 550 килешеү төҙөлгән һәм 50 мең баш ҡаҙ һимертелеп алын­ған. Һуңғы дүрт йыл эсендә “Башҡорт ҡаҙы” ауыл кеше­ләренә йәмғеһе 150 мең ҡош таратып биргән.
Төплө нигеҙле эшмәкәрлек һәр яҡ өсөн дә ҡулай һәм килемле. Быйыл июнь айында сафҡа кергән тағы бер проект шулай уҡ ауыл кешеһенә ҡаҙҙы баҙарға сығарыуҙың һәр этабын яҡшы үҙләштереү, ярҙам итеү маҡсатын ҡыуа. Киң билдәле предприятие ҡаҙ йомортҡаһын, итен, мамығын етештереү һәм эшкәртеү эшен дә уңышлы атҡара. Республика магазиндары кәштәһендә улар тәҡдим иткән яҫтыҡ, юрған, өҫ кейем­дәрен тап итеп була. Бының өсөн халыҡтан да ҡыйбат хаҡҡа ҡаҙ мамығы һатып алалар.
Киләсәктә хеҙмәт майҙанын ҙурайтыу, яңы мөмкинлектәр файҙаланып юғары килем алыу бурысы ҡуйылған. “Етеш­те­рел­гән тауар күләмен арттырыуҙа шәхси һәм фермер хужалы­ҡ­тарының өлөшө бик ҙур”, – ти “Башҡорт ҡаҙы”ның генераль директоры Рәсим Сәйетбат­талов.
Предприятие төп баҫымды ауыл кешеһе менән хеҙмәт­тәшлек итеүгә яһап, үтә лә отош­ло юл һайлаған. Бер ыңғайҙан байтаҡ социаль бурысты башҡара: халыҡты эш менән тәьмин итә, уға табыш алыуҙа ярҙамлаша һәм, әлбиттә, хеҙмәт тәрбиәһе бирә.





Вернуться назад