“Алексеевка” тауарын кем белмәй?!01.11.2014
“Алексеевка” тауарын  кем белмәй?!
“Алексеевка” совхозы, Мәскәү ҡалаһында “Алтын көҙ” ХVI Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашып, бер алтын, өс көмөш миҙал яуланы.


Башҡортостандың иң ҙур агросәнәғәт предприятиеһы бу­лараҡ, совхоз күп төрлө йәшел­сә, ауыл хужалығы тауарҙары етештерә. Бындағы иң ҙур теплица комбинаты заманса голланд технологияһы буйынса эш­ләнгән. Бер квадрат метр майҙандан 50 килограмм йә­шел­сә йыйып, Рәсәйҙә рекордлы уңыш алдылар. Үҫ­те­релгән йәшелсә, еләк-емештең экологик яҡтан та­ҙа­лығын билдәләргә кәрәк. Бында ҡыяр, помидор, йәшел һуған, борос, баклажан, редис, еләк, бәшмәк, сәскә, лимон да бар, шулай уҡ 15 төр һөт ризығы әҙерләнә. Етештерелгән тауар Башҡортостандың ҡала-ауылдарына ғына түгел, башҡа өлкәләргә лә ебәрелә.
“Алексеевка” совхозы ябыҡ грунтта — 14, асығында туғыҙ тонна йәшелсә һәм картуф, байтаҡ иген, 20 мең тоннаға яҡын ҡатнаш аҙыҡ, ете мең тонна һөт етештерә. Үҙ­ҙәренең иген таҙартыу, һаҡлау комплексы, ҡатнаш аҙыҡ заводы, тирмәне лә бар.
— Бөгөн “Үҙебеҙҙекен һай­ла” акцияһына ярашлы бик күп ойошмалар менән хеҙмәттәш­лек итәбеҙ. Биш гектар майҙан­да ҡыяр үҫтереү өсөн теплица төҙөй башланыҡ. Хәҙерге заман талаптарына яуап биргән, авто­матлаштырылған ҡоролма бу­ла­саҡ, — тип киләсәккә уй-ниәт­тәре менән уртаҡлашты “Алексеевка” совхозы” дәүләт унитар ауыл хужалығы пред­приятиеһы директоры Евгений Николаевич Майстренко.


Вернуться назад