Һин дә мулла, мин дә мулла...29.10.2014
Киләһе дүрт йылда эшҡыуарҙарға һалымды арттырмау, һалым енәйәттәре буйынса яза сараларын көсәйтмәү һәм башҡа проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам һорап, Рәсәй Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы (РСЭС) президенты Александр Шохин хат менән Федераль хөкүмәт Рәйесе Дмитрий Медведевҡа мөрәжәғәт итте, тип яҙа “Коммерсантъ” гәзите. Шохин башҡарма власть башлығын иҡтисадты күтәреү өсөн эшҡыуарҙарға һалымды арттырыу ғәмәлдә Рәсәй компанияларының хәленә кире йоғонто яһаясаҡ һәм һөҙөмтәлә федераль ҡаҙнаға түләүҙәрҙең кәмеүенә килтерәсәк, тип ышандырырға тырыша. Эшлекле синыф күтәрергә мәжбүр булған сығымдар былай ҙа күп, тип Союз етәксеһе һыуҙы файҙаланған өсөн һалымдың артыуын, мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса түләүҙәрҙә эш хаҡы кимәле иҫәпкә алынмауын, экологияға кире йоғонто яһаған, яңы технологиялар индергән өсөн сығымдарҙың күбәйеүен дә әйтеп үтә.


Тәртип үҙен аҡламаны

Союз етәксеһенең һалым енәйәттәре буйынса үтенесен ҡәнәғәтләндереү ғәмәлдә һуңланы, тип хәбәр итә “РБК дейли” эшлекле гәзите. Яңыраҡ Дәүләт Думаһы депутаттары ошо хаҡта закон проектын өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте. Федерация Советы хуплап, Рәсәй Пре­­зи­денты тарафынан ҡул ҡуйылһа, уның закон төҫө алыуы ихтимал. Ошоноң менән өс йыл элек ил башлығы вазифаһын әлеге Хөкү­мәт рәйесе биләгән дәүерҙә индерелгән тәртип буйынса, һалым йыйыу­сылар тикшереү үткәрмәй тороп, теге йәки был һалым түләмәү осрағы буйынса тәфтиш саралары башлау тыйылғайны. Хәҙер проект закон көсөн ала ҡалһа, енәйәт эше ҡуҙғатыу өсөн тәфтиш комитетының йәки эске эштәр органдарының ихтыяры ла етә.
Бер яҡтан ҡарағанда, ваҡ эшҡыуарҙар өсөн бигерәк тә уңайлы элекке тәртипте юҡҡа сығарыуға булышлыҡ иткән етди сәбәптәр байтаҡ, һәм улар һалым буйынса конституцион бурыстарын (57-се статья) инҡар иткән ойошмаларҙың самаһыҙ күплеге хаҡында һөйләй. Мәҫәлән, шул уҡ “РБК дейли” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр һалым түләүҙән ҡасыу буйынса 6,9 мең самаһы енәйәт теркәлеп, 4,7 мең тәфтиш сараһы уҙғарылған, 449 кеше хөкөм ителгән. Дәүләткә килтерелгән зыяндың 76,6 миллиард һумға етеүе, 674 ойошманың өсөһө генә аҡланып, һәр өсөнсөһөнә ҡарата енәйәт эше туҡтатылыуҙы, нисек теләһәң дә, “ваҡ-төйәк” тип баһалап булмай.
Быйылғы мәғлүмәттәр тағы ла хәүефлерәк. Ярты йылда ғына 4 меңдән ашыу һалым түләмәү осрағы теркәлгән, зыян — 25,9 миллиард һум. Гәзиттең исемдәрен атамай ғына хәбәр итеүенсә, Мәскәүҙә бурысы миллиард һум менән иҫәплән­гән компаниялар бар.
Эшҡыуарҙарға һалымды арттырмауға килгәндә, һүҙ дивидендтар өсөн хәҙерге 9 урынына 13 процентҡа еткереү хаҡында бара. Тиҫтәләрсә миллион һум менән бүләкләнгән “алтын парашют” өсөн, күрәһең, ябай һалым түләүсе кеҫәһенән ай һайын сығып торған 13 процент та күп тойола. Һин дә мулла, мин дә мулла — атҡа бесән кем һала, тигән әйтем бар. Күре­неүенсә, эшҡыуарҙар һалымдан тайпылыу ғына түгел, яуаплылыҡтан да ҡасырға ынтылып, уға закон төҫө лә бирергә маташа. Был конституцияға ҡаршы эшмәкәрлекте бер нисек тә ыңғай баһалап булмай. Ә инде баҙар иҡтисады шарттарында иҡти­сади аренаға сыҡҡан синыф властарҙың эшмәкәрлегенә ҡарата ризаһыҙлығын шул рәүешле белдерергә тырыша икән, уның конституцион юлдары бар бит.

Түҙгәнгә түш тейерме?

РСЭС етәксеһенең Дмитрий Медве­девҡа мөрәжәғәт итеүенең әтнәкәһе шунда: “Хватит кошмарить бизнес!” тигән саҡырыуҙың авторы был юлы ла ярҙамдан баш тартмаҫ тигән өмөт бар. Күрәһең, эшҡыуарҙар Кремль тупһаһын тапауҙан фәтүә булмаҫын аңлай һәм һаламға булһа ла тотонорға мәжбүр. Ләкин Федераль Йыйылыштың түбәнге палатаһына ингән документтың Кремлгәсә тотҡарлыҡһыҙ үтәсәге менән РСЭС-та килешергә теләмәйҙәр.
Һалымдарҙың артыуы иҡтисади көрсөк эҙемтәләренән бигерәк Украиналағы ваҡи­ғалар һәм уға Рәсәйҙең иң юғары властарының мөнәсәбәтенә тоташҡанлығы бер кем өсөн дә сер түгел. Был өлкәлә Минск килешеүен үтәүгә Кремлдә ныҡлап тотонмаһалар, ватан иҡтисадының ки­ләсәге бик насар, тип белдерҙе көҙгө сессияһында Бөтә донъя валюта фонды һәм Бөтә донъя банкы вәкилдәре. Йыл аҙағына иҡтисади күрһәткестәрҙең хатта минусҡаса төшәсәген фаразлаусылар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, “Новые известия” гәзите хәбәр итеүенсә, 2008 йылғы бөтөн донъя финанс-иҡтисади көрсөгөн күрә­ҙәләгән Нью-Йорк университеты профессоры Нуриэль Рубини, санкциялар туҡ­та­тылған хәлдә лә Рәсәй иҡ­тисады 2016 йылдан да иртә үҫешә башламаясаҡ, тигән ҡәтғи ҡараш белдерә. Ил иҡтисадында структур рефор­малар­ҙың тотҡар­ланыуы, донъя энергетика баҙарында хаҡ­тарҙың түбәнәйә барыуы ҡаҙна­һының яртыһы ошо сығанаҡтан тупланған Рәсәй өсөн хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра төшә.
Ватан иҡтисадына кире йоғонто яһаған күренештәрҙән белгестәр капитал баҙарының тышҡы сыға­наҡ­тарына юлдың ябылыуын, хосуси инвес­тицияларҙың күпләп сит илгә сығарылыуын, һумдың арзаная барыуына бәйле инфляцияның көсәйеүен, сит илдәрҙән аҙыҡ-түлек индереүгә тыйыуҙа­р­ҙы атай. Уларҙың фекеренсә, Рәсәй иҡтисадын тергеҙеү перспективаһы хәҙер тулыһынса сәйәсмәндәр ҡулында. Бөтә Рәсәй финанс директорҙары клубының беренсе вице-президенты Тамара Касьянова һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгән кире күренештәрҙе еңеп сығыуҙа төп ауырлыҡ граждандар елкәһенә төшәсәген иҫкәртеп, барыбыҙҙы ла түҙем булырға саҡырҙы.


Вернуться назад