Иҡтисад именлеге һағында25.10.2014
Иҡтисад именлеге һағында
Таможня тәү сиратта сит илдән индерелгән тауарҙың дәүләт сигендә тейешле тикшереү үтеүен күҙ алдына баҫтыра. Шуға ла, аэропорты булып та, уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан бирле самолет төшмәгән, бер нисә вагонлы ҡала-ара электр поезы тәүлегенә ни бары ике генә килеп киткән Нефтекамала таможня посы булыуы ғәжәберәк тойола. Дәүләт сигенән алыҫта ятҡан ҡалала таможня хеҙмәткәрҙәренең эше ниҙән ғибәрәт һуң? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән Башҡортостан таможняһының урындағы пост етәксеһе Рәфис ҒӘФҮРОВҠА мөрәжәғәт иттек.


— Нефтекамала таможня посы­ның эшләүе нимәгә бәйле, Рәфис Радус улы?
— Тәү сиратта таможня хеҙмәте алдына ҡуйылған бурыстарға, тип әйтер инем. Иң мөһимдәре — илебеҙгә сит­тән индерелгән тауарҙарҙы тикшереү һәм уларҙы тейешле документтар нигеҙендә рәсми рәүештә хужаларына тапшырыу. Шуға ла тауарҙар дәүләт сиге аша үткән ерҙәрҙә генә түгел, сит илдәр менән алыш-биреш иткән эре сәнәғәт предприятиелары урынлаш­ҡан ҡалаларҙа ла таможня постары булдырылған. Нефтекамаға килгәндә, беҙҙәге “НефАЗ” йәмғиәте, яһалма күн етештереү берекмәһе, машиналар эшләү заводы, Әмзә урман комбинаты һәм башҡалар – бөтәһе ун предприятие тышҡы иҡтисад эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша. Сит илдәрҙәге парт­нер­ҙарынан килгән тауарҙы рәсми­ләштереп алыу өсөн уларға ҡайҙалыр сик буйына барырға кәрәкмәй, бар мәсьәләне беҙҙең таможня посы хеҙмәткәрҙәре хәл итә. Был, бер яҡ­тан, предприятиеның сығымдарын һиҙелерлек кәметә, икенсенән, сит илдән килгән тауарҙың юлда юғалыу йә боҙолоу ихтималлығына бәйле дәғүәләр урында ҡарала. Таможня тикшереүен үтеү өсөн дәүләт сигендә күп осраҡта оҙон сират барлыҡҡа килеүен дә иҫәпкә алһаҡ, ил эсендәге таможня постары эшмәкәрлегенең ыңғай яҡтарын аңлау ҡыйын түгел.
— Үҙегеҙҙең пост менән яҡын­даныраҡ таныштырһағыҙ ине.
— Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында таможня контролен тауар етештереүселәргә һәм уны сит илдән һатып алыусыларға яҡыныраҡ итеү зарурлығынан сығып, Өфө таможняһы ойошторола. Беҙҙең постың тарихы ла ошо осорҙан башлана. 1993 йылдың аҙағында Нефтекамала Өфө тамож­няһының вәкил пункты асыла. Марсель Мифтахов етәкселегендә тәүге таможня инспекторҙары Сергей Гребенкин, Рузаль Жданов, Ләлә Сәли­хова, Сергей Шерин, бар күңелен һәм йәшлек дәртен һалып, үҙҙәренә әлегә бигүк таныш булмаған яңы эшкә ең һыҙғанып тотона. Тағы ла ун йылдан таможня пункты биш вазифалы хе­ҙ­мәткәре булған үҙаллы пост итеп үҙ­гәртелә. Бөгөн уның эшмәкәрлеге рес­публиканың төньяҡ-көнбайыш тө­бә­­гендәге һигеҙ район һәм дүрт ҡа­ланы үҙ эсенә ала. Кеше күҙенә бик салынып бармаған беҙҙең көндәлек хеҙмәт һөҙөмтәһе – ай һайын федераль бюджет иҫәбенә күсерелгән мил­лионлаған һум аҡса һәм меңәр­ләгән тонна рәсмиләштерелгән тауар. Бер нисә йыл элек төп эшмәкәрлек буйынса Башҡортостандағы ете таможня посы араһында еңеүсе лә булғайныҡ.
— Был күрһәткестәр артында кемдәр тора һуң?
— Әлбиттә, төрлө кимәлдәге етәк­се­ләр тарафынан күп тапҡыр ыңғай яҡтан ғына билдәләнгән ысын һөнәр оҫталары. Мәҫәлән, Зәбир Рәхимов Рәсәй таможня хеҙмәтенең миҙалына лайыҡ булды. Ир-егеттәр менән бер ҡатарҙан, уларҙан һис тә ҡалышмай еңелдән булмаған бурыстарҙы өлгөлө башҡарыуы менән Эльза Әхмәт­динова 15 йыл эшләү дәүерендә рес­пуб­ликалағы һөнәрҙәштәре араһында киң танылыу алды. Ә алдараҡ телгә алын­ған Рузаль Әмин улының ике тиҫтә йылдан ашыу таможня эш­мә­кәрлегенә ҡараған йүнәлештә дәүләт­тең иҡтисади мәнфәғәтен тәьмин итеүҙәге тырышлығы — күптәр өсөн үрнәк. Әйткәндәй, коллективтың ветераны быйыл үҙенең алтын юбилейын билдәләне.
— Таможня эштәре өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙар йыш осраймы?
— Үкенескә ҡаршы, улар ҙа бар шул. Һуңғы йылдарҙа, мәҫәлән, көнкүреш әйберҙәре араһына ныҡлап йәшереп халыҡ-ара почта аша наркотик ебәрелеүенең ике осрағын тер­кәнек. Улар буйынса тейешле хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә законда ҡаралған саралар күрелеп, енәйәт эше асылды.
Канаданан килгән посылканы тик­шер­гәндә унда һалынған медальон­дарҙың һаулыҡ өсөн хәүефле кимәлдә радиоактив нурланыш биреүен асыҡланыҡ. Махсус тикшереү быны тулыһынса раҫланы: Интернет аша ялған реклама менән таратылған был әйбер санитар талаптарға тап килмәй, уның сәләмәтлеккә етди зарар килтереүе мөмкин. Шуға ла әйбер­ҙәрҙе сит илдән халыҡ-ара почта аша алдырыу менән мауыҡҡандарҙы уяуыраҡ булырға саҡырыр инем.
— Кәңәшегеҙ өсөн рәхмәт, Рәфис Радус улы. Гәзит уҡыусылар исеменән һеҙҙе һәм хеҙмәттәш­тәрегеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым. Яуаплы һәм мөһим эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын.

Ансар НУРЕТДИНОВ әңгәмәләште.





Вернуться назад