Үҙеңдекенә етмәй инде ул!25.10.2014
Үҙеңдекенә етмәй инде ул!
“Башҡортостан продукты” республика проектына тағы ла ун етештереүсе ҡушылды. Ошо бренд берләштергән предприятиелар һаны 140-ҡа етте.


Кукуруз таяҡсалары, лукум, кәнфит, ҡуйыртылған һөт, прәник, һөт ризыҡтары, колбаса, сосиска, ветчина етештереүселәр үҙ тауарына ошо билдәне ҡуйыу хоҡуғын алды. Проектҡа ярашлы, магазинда һарылы-йәшелле республика биҙәген сағылдырған махсус кәштәләр булдырыу, хаҡ ҡағыҙҙарына “Башҡортостан продукты” тигән яҙма ҡуйыу йәһәтенән эш дауам итә.
Хәтерегеҙҙәлер, сентябрь аҙағында Өфөлә “Башҡортостан продукты” бренды аҫтында фирма магазины асылғайны. Ул Революцион һәм Минһажев урамдары киҫелешендә урынлашҡан.




Вернуться назад