Йүгерек атҡа ял теймәй25.10.2014
Йүгерек атҡа ял теймәй
Был яҡҡа юлланыр алдынан шунда тыуып үҫкән билдәле шағирә Миңлегөл Хисамованың китабы ҡулыма килеп эләкте. Бер шиғырында ул, булмышыңды һәр саҡ эш йәмләр, тигән аҡыллы фекер үткәргән. Ҡайһылай дөрөҫ әйтелгән! Яҡшембәт ауылы эшҡыуары Насрулла БИКМӘЕВ менән әңгәмәләшкәндә ошо һүҙҙәр иҫкә төштө.


– Тауар етештереү — бер мәшәҡәт, уны аҡсаға әйләндерә белергә лә оҫталыҡ кәрәк. Район үҙәге Ермолаевка, Күмертау ҡалаһы һеҙгә ҡул һуҙымында ғына урынлашҡан. Тауарҙы һатыуы еңелме, юҡмы?
– Был йәһәттән әллә ни ауырлыҡ юҡ-юҡлыҡҡа. Мәҫәлән, көнбағышты йыл да Ермолаевкаға оҙатам, итте һатам тиһәң, тейә лә теләһә ҡайһы ҡалаға сыҡ та кит. Мәләүез, Салауат, Стәр­летамаҡ та алыҫ түгел бит. Йәшелсә-емешкә лә серергә форсат бирмәйбеҙ, балды иһә йортомдан килеп алалар. Минең ҡарамаҡта – 165 гектар ауыл хужалығы ере, пай ерҙәрен дә эшкәр­тәм. Ашлыҡты башлыса урындағы халыҡ алып бөтә. Тик күпме тир түгеп үҫтереп тә, ныҡ арзанға һатылыуы күңелде өйкәй.
Йүгерек атҡа ял теймәй– Һеҙ мал-тыуар, бал ҡорто тотоу, йәшелсә үҫтереү менән бергә иген дә сәсәһегеҙ. Ерҙе эшкәртеүгә ҡараш төрлөсә. Ә һеҙ ниндәй алымдар ҡулланаһығыҙ?
– Ике тиҫтә йыл инде тупраҡты һай ғына һөрөп сәсәм. Уңдырышлы ҡатлам өҫтә, гумусты уҙып төпкә төшөргә ярамай. Иген культураларының гектар ҡеүәте 20 центнерға етә икән, минең өсөн был күрһәткес бик яҡшы. Ғөмүмән, ергә һаҡсыл ҡарашта булыу яғындамын. Ул туйындырыусы бит.
– Бөгөнгө баҙар шарттары эшҡы­уар өсөн уңайлымы?
– Кем тырыша, заман менән бергә атларға теләй, ул эшен дә алып бара, көрсөктән сығыу юлдарын да таба, эҙләнә, бер һүҙ менән әйткәндә, юғалып ҡалмай. Әммә беҙҙә закондарҙы камиллаштырырға кәрәк. Үҙемдән генә сығып әйтәм: абыныр, төртөлөр урындар шул тиклем күп. Йәштәр яҙмышы тураһында даими уйланам. Бер генә миҫал. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан егет үҙ эшен асырға ниәт итте. Ә банк уға кредит биреүҙән баш тартты. Ҡулынан килмәҫтәй булһа, ул эшҡыуарлыҡты һайламаҫ ине бит. Күп таныштарым ошо арҡала шәхси эшен аса алмай ыҙа сигә.
– Эшҡыуарҙы йыш ҡына йөк аты менән сағыштыралар. Шул фекер менән килешәһегеҙме?
– Йөк атының да ниндәйе осрай бит әле: берәүгә ураған һайын сыбыртҡы эләгеп тора, бүтәнгә иһә дилбегәне еңелсә генә тартыу ҙа етә. Был юлды һайлағанһың икән, шул ат кеүек гел хәрәкәттә, көслө, сыҙамлы булырға мәжбүрһең. Бына минең ҡатыным йүнәлеш биреп торғас, ҡыҙым Әлфирә менән кейәүем Радик ярҙам иткәс, эшем уң, ырамлы.
Илдар АҠЪЮЛОВ
әңгәмәләште.




Вернуться назад