Һарыҡ йөнөнә ихтыяж арта24.10.2014
Һарыҡ йөнөнә ихтыяж арта Һуңғы йылдарҙа һарыҡсылыҡ тармағының артта ҡалыуы, көсһөҙләнеүе, хатта юғала барыуы тураһында күп яҙҙылар һәм һөйләнеләр. Хәлде төҙәтеү өсөн байтаҡ сара ла күрелде, ләкин улар ҙур һөҙөмтә бирҙе тип әйтеп булмай. Ә бит юғары кимәлдә лә төрлө ҡарарҙар ҡабул ителде. Мәҫәлән, республикабыҙ Хөкүмәтенең 1997 йылда уҡ ҡабул ителгән ҡарарында “Дәүләт ярҙамы ваҡытында күрһәтелмәһә, районлаштырылған һарыҡ тоҡомдарының уникаль генофондын тиҫтәләрсә йылға юғалтыуыбыҙ ихтимал” тип әйтелгән.

Ләкин баҙар иҡтисадында һәр тармаҡ­тың үҫешен өҫтән бирелгән күрһәтмә түгел, ә ихтыяж билдәләй. Туймазы райо­нының Төмәнәк ауылы фермеры Фазыл Ғәлимов та һарыҡ үрсетеүгә был тар­маҡты мотлаҡ тергеҙеү өсөн көрәшеү маҡсатында түгел, ә ихтыяж булған өсөн тотонған. Ә мохтажлыҡ һуңғы осорҙа ғына тип әйтерлек йылдам арта башланы.
Ошо райондағы Түбәнге Троицк ҡаса­баһында борон замандарҙан уҡ Башҡорт­остан буҫтау комбинаты эшләп килде. Тик сеймал етешмәү арҡаһында предприятие ауыр хәлдә ҡалғайны, алты йыл элек хатта туҡтап та ултырҙы. Свердловск өлкәһендәге “Грани” холдингы уны һатып алғас ҡына Туймазы буҫтау­сылары өсөн икенсе һулыш асылды.
— Комбинат өсөн һарыҡ йөнөн нигеҙҙә ситтән, башлыса Ҡаҙағстандан килте­рәләр ине, — ти Фазыл Сабирйән улы. – Тик уның сифаты бик шәптән булманы. Ә бит үҙебеҙҙә лә һарыҡ үрсетергә була. Буҫтау комбинатының эргәлә генә булыуы миңә унда һарыҡ йөнөн күпләп тапшырыу теләге тыуҙырҙы ла инде. Тик бының өсөн шарттар кәрәк – эште башлау һәм күтәрелеп китеү өсөн әлеге лә баяғы күпмелер аҡса булмауы ғына урында был тармаҡты үҫтереп ебәреүҙе тотҡарлап торҙо.
“2012—2014 йылдарға крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә һарыҡсылыҡ фермаларын үҫтереү” фе­де­раль маҡсатлы программаһына яраш­лы, Фазыл Ғәлимов 5 миллион 729 мең һумлыҡ грант алған. Был аҡсаны ул “Прекос” тоҡомло һарыҡ һатып алыуға һәм ферма төҙөүгә тотонасаҡ.
Беҙ был ауылға килгәндә ферма төҙө­лөшө, ысынлап та, тулы ҡеүәтенә бара ине. Ферманың ҡыйығын ябыуҙа бер бригада эшләй. Проект аҙағына һарыҡ һанын ике мең башҡа еткереү ҡаралған.
Районда әле һарыҡсылыҡ менән ете хужалыҡ шөғөлләнә. Тимәк, Башҡорт­останда был тармаҡтың тергеҙелеүенә өмөт бар.




Вернуться назад