Баһа ҡырҡа үҙгәрҙе24.10.2014
Мооdy’s халыҡ-ара рейтинг агентлығы Рәсәйҙең 17 ҡалаһы һәм төбәгенең, шул иҫәптән Башҡортостандың кредит рейтингын раҫланы. 12-һенең (Башҡортостандың да) прогнозы “тотороҡло”нан “кире”гә үҙгәртелде.
“Ваа3” инвестиция категорияһы рейтингы республикабыҙға былтыр 27 июлдә бирелгәйне. Ул ил төбәктәре рейтингтары араһында иң юғарыларҙың береһе булып тора ине. 1 июлдә был күрһәткес “тотороҡло” прогнозы менән раҫланды. Ул осорҙа агентлыҡ аналитиктары юғары ликвидлыҡ күрһәткесен, бурыс баҫымының түбәнлеген, дәүләт бурысын хеҙмәтләндереү йәһәтенән сығымдың аҙ булыуын, шулай уҡ төбәктәге ыңғай үҫеште билдәләгәйне.