Нефткә хаҡтар төшә башланы. Өс ай эсендә ул 15 процентҡа кәмене. Әммә бензин ҡиммәтләнә бирә. Тиҙҙән газға ла хаҡтың түбәнәйеүен күҙалларға була. Был иһә Рәсәйгә ҡаршы иғлан ителгән санкцияларҙан да ҡурҡынысыраҡ.
Нефть һәм газ Рәсәй эске тулайым продуктының өстән бер өлөшөн тәшкил итә, ә федераль бюджеттың — 48-52, экспорттың 60 процентын алып тора. Уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарында нефткә хаҡтың 4 йыл эсендә өс тапҡырға кәмеүе Советтар Союзын дөмөктөрөүгә сәбәп булғаны хәтерҙән сыҡмаған әле. Шулай уҡ ярты йыл дауамында аҫҡа тәгәрәгән хаҡтар 1998 йылдың август дефолтына килтерҙе бит. 2008 йылда нефттең 5 айҙа дүрт тапҡыр арзанайыуы көрсөккә булышлыҡ иткәйне, ярай әле ярты йылдан хаҡ йәнә артып китеп, Рәсәйҙе ҡотҡарып ҡалды. 2012 йылдың мартында баррель 125 долларға тиклем күтәрелгәйне, бөгөн 90 долларҙан да түбән төштө. Был тағы ла ярты йыл дауам итһә, беҙгә сәйәси ландшафттың ҡырҡа үҙгәреүен көтөргә ҡаласаҡ. Көнбайыш дәүләттәренең Ираҡта һәм Сүриәлә барлыҡҡа килгән яңы ислам дәүләтенә ҡаршы ойоштора башлаған һуғышына өмөт бағлағандар Рәсәйҙең хәле еңеләйергә тейеш, ти.
Нефттең хаҡы доллар курсына буйһона. АҠШ валютаһының хәле мөшкөлләнеп, уның курсы 1,1-1,15 евроға етһә, нефттең хаҡы 80 долларҙан түбән төшәсәк. Шунлыҡтан Рәсәйҙең яҙмышы ошо курсҡа бәйле, тип әйтһәң дә, хата булмаҫ.
Нефть һатыусы дәүләттәр долларҙың арзанайыуын нефткә баһа өҫтәп ҡапларға тырыша. 2000 — 2008 йылдарҙа доллар курсының төшөүе “ҡара алтын”ға хаҡты арттырҙы. Нефть тапҡан дәүләттәрҙәге хәлдең ҡырҡыулашыуы ла ни өсөндөр хаҡтың күтәрелеүенә килтермәй башланы.
Һуңғы айҙарҙа доллар курсының үрләй барыуы нефткә хаҡтарҙы йәнә төшөрә. Бының күпме дауам итәсәген бер кем дә белмәй. Әгәр ҙә ошо хәл тағы ике-өс йыл дауам итһә, Рәсәйҙең донъя баҙарында тотҡан урынын һаҡлап ҡалыуына шик ҙур. “Көтмә Алланан, көт балтанан” тигәндәй, Рәсәйгә күптән иғлан ителгән реформаларҙы етеҙерәк тормошҡа ашырырға кәрәк. Беренсе сиратта, бөтә тауарҙы ситтән һатып алғансы, үҙебеҙҙә етештереү әмәлен эҙләргә ваҡыт.
Илдар ҒӘБИТОВ,
иҡтисад фәндәре кандидаты.