Юлдар торошо — илдәрҙең иҡтисади, мәҙәни һәм хатта сәйәси үҫешенең дә сағылышы, көҙгөһө ул. Ҡырмыҫҡалы аша республика әһәмиәтендәге Өфө — Магнитогорск, Өфө — Сибай юлдары үтә. Уларҙан көньяҡ-көнсығыш райондары халҡы айырыуса ҙур файҙа күрә.
Юлдарҙы йәшәү артерияһы тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Президент программаһына ярашлы, һуңғы йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районында юл төҙөлөшө йылдам бара. Һандар теле менән әйткәндә, быйыл был эшкә 200 миллион һум аҡса бүленһә, әле шуның 150 миллионы тотонолған. Юл һалыусылар райондағы 535,8 километр араның төҙөклөгө өсөн яуаплы булһа, шуның 258 километры асфальт-бетон япмалы. Төҙөүселәр быйылғы эш күләме менән ҡәнәғәт. Өфө ҡалаһының Киров районындағы бер нисә урамды төҙөкләндерҙе улар. Үҙ районы ауылдарында ла юлдарға иғтибар артыуына һөйөнәләр. Мәҫәлән, Атйетәр ауыл хакимиәтенә ҡараған Атйетәр, Шишмә, Никитин ауылдарында бер нисә урам, Сахай ауыл хакимиәтенә ҡараған Иҫке Аҡташ, Иҫке Шәрәй, Һарт-Наурыҙ ауылдары юлдары ремонтланһа, Илтерәк ауылындағы урамдарға ла капиталь ремонт эшләнде. Шәрипҡол һәм Иҫке Бәпес ауылдарындағы торбалар йүнәтелде. Йәмғеһе 15 миллион һумлыҡ ремонт эштәре атҡарылды.
Ә инде район үҙәгендә төҙөк-ләндереү эштәре йылдан-йыл киңерәк ҡолас йәйә. Урамдарҙы киңәйтеү, тротуар эшләү кеүек бурыстарҙы теүәл һәм сифатлы итеп башҡарыу хас Ҡырмыҫҡалы юлсыларына.
Республика әһәмиәтендәге трассаларҙы тәртиптә тотоу — бигерәк тә яуаплы бурыс. Бында башҡарылған эштәрҙең һәр ҡайһыһы буйынса лаборатория тикшереүе үтергә, комиссия алдында һынау тоторға кәрәк. Быйыл ҡырмыҫҡалылар Өфө — Инйәр — Белорет юлының 16,5 километр оҙонлоҡтағы бер араһын төҙөкләндереүҙе уңышлы атҡарҙы.
Унан тыш, идаралыҡ ҡарамағында дөйөм оҙонлоғо 700 метрҙан ашыу тәшкил иткән 25 күпер, ике мең самаһы юл билдәһе, 15 километр барьер-ҡоймалар иҫәпләнә. Ошондай хужалыҡтың эшен атҡарыу өсөн өс асфальт-бетон заводы эшләй. Быйыл улар 25 мең тоннанан ашыу асфальт етештерҙе. Шуны әйтергә кәрәк: ике асфальт-бетон заводы ҡоролмалары тулыһынса компьютерлаштырылған, газ яғыулығына көйләнгән — заман менән бергә атлау хас ҡырмыҫҡалыларға. Был, үҙ сиратында, сәғәтенә 80 тонна сифатлы асфальт ҡатнашмаһы етештерергә мөмкинлек бирә. Ҡеүәтле ремонт базаһы, йылы гараждар, автозаправка булыу ҙа – ыңғай күренеш. Оҫталар кәрәкле деталдәрҙең күбеһен үҙҙәре етештерергә өйрәнеп алды. Техника ла етерлек. Мәҫәлән, 25 үҙбушатҡыс бар. Идара асфальт һалғыс, тапатҡыс, экскаватор кеүек техника һәм агрегаттарҙы “Хитачи”, “МАН”, “Фогель”, “Титан” кеүек донъяла билдәле компанияларҙан ғына ала.
Бөгөн 120-нән ашыу кешене эш менән тәьмин иткән предприятие етәксеһе Фәнил Фән улы Исхаҡов хаҡында айырым әйтеп китеү зарур. Ул автотранспорт техникумын тамамлағас та яҙмышын юл төҙөлөшө менән бәйләгән. Төрлө хеҙмәт баҫҡыстарын үтә: ябай эшсенән мастер, баш инженер вазифаһына тиклем үрләй. Юғары белемде Мәскәүҙә ала. Тәжрибәле, юғары ойоштороу һәләтенә эйә белгес – Рәсәй Федерацияһының почетлы юл төҙөүсеһе, ун йылдан ашыу инде идаралыҡты уңышлы етәкләй. Баш инженер Рәмил Мирғәзи yлы Вилданов хакында ла үҙ эшенең оҫтаһы тип әйтергә була.
Хеҙмәткәрҙәр социаль йәһәттән яҡланған. Эш хаҡын ваҡытында алалар. Трассала эшләүселәр йылы аш менән тәьмин ителә, бының өсөн базала ашхана булдырылған. Йорт һалған саҡтарында хеҙмәткәрҙәргә бушлай техника, төҙөлөш материалы бүлеү йә иһә ҡул көсө менән ярҙамлашыу мөмкинлеге бар. Балаларына — ял лагерына, үҙҙәренә “Асы” шифаханаһына путевкалар бирелеп тора. Юлсылар мәҙәни тормоштан да ситтә ҡалмай – районда үткән һәр сарала ҡатнаша.
Тәбиғәттең ниндәй генә көйһөҙ мәле булыуға ҡарамаҫтан, юл төҙөүселәр алыҫ трассаларҙа көндө төнгә ялғап эшләй. Ҡыш юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу тәүлек әйләнәһенә ойошторола. Шуғалыр ҙа был һөнәрҙе тырыштар, сәмлеләр генә үҙ итә. Меңдәрсә кешенең ғүмере өсөн яуаплы бит улар. Юлдарыбыҙ йылдан-йыл яҡшыраҡ, уңайлыраҡ булһын – шундай изге ынтылыш менән йәшәй уңған юл төҙөүселәр.