Ҡала халҡы — аҙыҡлы, ауылдыҡы аҡсалы булды17.10.2014
Ҡала халҡы — аҙыҡлы, ауылдыҡы аҡсалы булды
Әбейҙәр сыуағының хозурлығы менән һоҡландырған был көндә дәртле йыр-моң үҙәк майҙанда оҙаҡ яңғырап торҙо. Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр өсөн ойошторолған сираттағы көҙгө йәрминкә Нефтекамала бик йәнле үтте. Яңы ғына һуйылған итте, төрлө йәшелсә-емеш, башҡа ризыҡты ҡала халҡы бик теләп алды: кемдер көндәлек аҙыҡҡа килһә, бәғзеләр ҡышҡылыҡты ла ҡайғыртты.


…Майҙанға төрлө маркалы 200-ҙән ашыу йөк маши­наһы, ҙур һәм бәләкәй фургондар, һатып алыусыларға урын ҡалдырып, бер нисә рәт итеп теҙеп ҡуйылған. Хужалар тауарын маҡтай, ҡаланыҡылар күңеленә хуш килгәнен эҙләп һайлана, сауҙалаша. Шулай ҙа баҙар шарттарына күптән күнеккән ике яҡ та уртаҡ телде тиҙ таба. Янына бер кем дә туҡтап китмәгән һатыусы юҡ бында: халыҡ йәшелсәһен дә, итен дә ала. Бәрәңге һәм кәбеҫтәнең килоһы уртаса — 12, һуғандыҡы — 13, кишерҙеке 15 һум булһа, ҡыҙыл сөгөлдөр 20 һумға етә. Яңы һуйылған һыйыр, сусҡа һәм йылҡы ите — 220-230, һарыҡ ите — 240 һум.
Ҡала халҡы — аҙыҡлы, ауылдыҡы аҡсалы булдыТеҙелгән машиналар араһында Яңауыл районынан килгәндәре махсус яҙыуҙары менән айырылып тора. Улар араһында төрлө предприятиелар, хужалыҡтар, эшҡыуарҙар бар. Мәҫәлән, Ямаҙы ауыл Советы хаки­миәте вәкилдәре, ауылдаштары үҫтергән йәшелсәне махсус йыйып, бында һатырға алып килгән (1-се һүрәт). 80 саҡрымдан ашыу ара үтергә һәр кемдең мөмкинлеге юҡ бит.
Әйткәндәй, Яңауыл районы хакимиәте башлығы Ил­шат Вәзиғәтов үҙе лә Нефтекама етәксеһе Рәшит Дәүләтов менән бергәләп сауҙа рәттәрен ҡәнәғәтлек тойғоһо менән ҡарап сыҡты.
— Ут күршеләребеҙҙең саҡырыуын бик теләп ҡабул иттек, — тине Илшат Әғзәм улы. – Дөйөм алғанда, район хужалыҡтарының, айырым предприятиеларҙың, бигерәк тә әүҙем эшҡыуарҙарыбыҙҙың Нефтекаманың бер йәрминкәһенән дә ситтә ҡалғаны юҡ. Бөгөн 50-нән ашыу машинанан торған оло ылау менән үҙебеҙ үҫтереп-етештергәнде шатланып алып килдек.
— Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр менән һатып алыусыларҙың туранан-тура осрашыу урыны булған йәрминкәләр ойоштороу беҙҙә матур йолаға әйләнде, — тип һүҙгә ҡушылды Нефтекама ҡала хаки­миәте башлығы Рәшит Дәүләтов. – Улар сентябрҙән башлап айына икешәр тапҡыр үткәрелә. Йәрминкә ике яҡ өсөн дә файҙалы: ҡаланыҡылар баҙар-кибеттәгенән осһоҙораҡ хаҡҡа ит һәм йәшелсә, башҡа ризыҡтар алып ҡыуана, ауылдыҡылар иһә йәй буйы тир түгеп үҫтергән уңышының, ҡараған мал-тыуарының аҡсалата файҙаһын күрә.
Был һүҙҙәрҙең дөйөм фекерҙе тулыһынса сағылды­рыуы менән килешеп, артабан рәттәр буйлап ыңғайлайым. Һәр ерҙә – йәнлелек. Бына оло йәштәге апай тоғона бәрәңге һалдыра (2-се һүрәт).
— Алмас Рәхмәтуллин булам, Яңауыл районының Мәсәғүт ауылынанмын, — тип таныштыра үҙен йәшелсә һатҡан егет. – Үҙ машинамда “Марс” хужалығы уңышын алып килдем. Эш көйлө бара.
Ҡала халҡы — аҙыҡлы, ауылдыҡы аҡсалы булдыУның эргәһендә Иҫке Көйөк ауылынан шәхси эш­ҡыуар Мөнир Ибәтуллин ҡатыны Рузилә менән үҙ ху­жалығында үҫтергән йәшелсәне тәҡдим итә. Йүнселдең пилорамаһы ла уңышлы эшләп килә икән, “КамАЗ” машиналарына водителдәр яллап, төрлө тарафҡа йөк ташыу менән дә шөғөлләнә. Теләгәнгә эш табыла шул!
— Килоһын 200 һумға бирәм, — тип ҡаршыланы йылҡы ите һатыусы Ирек Фәтихов (3-сө һүрәт). – Башҡорт борондан ярата бит уны…
Күптән түгел 63 йәшен тултырған ир-уҙаман хаҡлы ялға сыҡҡансы шофер булып эшләгән, әле Яңауылда үҙ йорто менән тора, бар күңелен биреп ат ҡарай. Береһен һуйып, һатырға алып килгән.
Ҡала халҡы — аҙыҡлы, ауылдыҡы аҡсалы булдыХалҡыбыҙҙың тағы ла бер милли ризығы булған балды тәҡдим итеүселәр ҙә күп булды йәрминкәлә: бөтәһе дүрт тоннанан ашыу һатылған. Татлы ашамлыҡ һатыусылар ирле-ҡатынлы Лидия менән Фларит Абдуллиндар икән (4-се һүрәт). Улар Яңауыл районының Туртыҡ ауылынан, йәрминкәләрҙә бик теләп ҡатнаша­лар. Кама аръяғындағы Удмурт Республи­каһына ла башҡорт балын йыш алып баралар.
— 60-тан ашыу умартабыҙ бар, йыл да уртаса ике тоннаға яҡын бал алабыҙ, — тип һөйләне Фларит Сәлим улы. – Был шөғөл нәҫелдән килә. Совет заманында совхозда умартасы булдым, донъялар үҙгәргәс, тулыһынса ошо шөғөлгә күстем. Киләсәктә умарталарҙы тағы ла күбәйтергә иҫәп. Тырышһаң, уңыш була ул.
— Үҙебеҙ ҙә нескәбилдәр кеүек йәй буйы эштәбеҙ, — тип йылмайып һүҙгә ҡушылды Лидия Кәниф ҡыҙы ла. – Аллаға шөкөр, барыһы ла ал да гөл...
Был һүҙҙәргә бары тик бер фекер өҫтәргә мөмкиндер: көҙгө йәрминкәлә барыһы ла шулай ал да гөл булды.

Ансар НУРЕТДИНОВ,
“Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.





Вернуться назад