Тармаҡтар үҫеше фәнгә бәйле10.10.2014
Киләһе йылда ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары нәҡ Өфөлә үтәсәге төбәк өсөн үтә лә отошло. Был республикабыҙҙы донъя кимәлендә танытыуға, уның иҡтисадын үҫтереүгә ҙур этәргес көс буласаҡ. Әле иһә Башҡортостандың халыҡ-ара бәйләнештәренең нығынған осоро.


Ошо көндәрҙә беҙҙә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Йәштәр инновация форумы үтеүе – быға асыҡ миҫал. Мәртәбәле сарала Ҡытай, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан илдәренән, шулай уҡ Рәсәйҙең миллионлы ҡалаларынан йәш ғалимдар ҡатнашты.
– Бөгөн һеҙҙең алдығыҙҙа бик яуаплы бурыс тора, – тине сәләмләү телмәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов. – Инновацияға бәйле иҡтисадты, яғыулыҡ, медицина һәм башҡа тармаҡтарҙы яңы кимәлгә сығарырға кәрәк. Шуныһы һөйөнөслө: ошонда фән әһелдәре һәм инвесторҙар эшлекле аралашыу мөм­кинлегенә эйә. Был иһә мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итер.
Форум программаһына ярашлы, төрлө темаға “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолдо. Фәндең иҡтисадҡа йоғонтоһо тураһында һөйләшеүҙә бик ҡыҙыҡлы фекерҙәр, эшлекле тәҡдимдәр яңғыраны. Шулай уҡ йәш инженерҙар үҙҙәренең инновацион проекттары менән таныштырҙы. Араларынан иң ҡыҙыҡлы асыштарҙы асыҡлап, сит илдәрҙә тормошҡа ашырыу күҙаллана.




Вернуться назад