2015 йылға иҫәпләнгән бюджеттың 14 миллиард һумға дефицит менән ҡабул ителеүе мөмкин. “2015 йылға һәм 2016, 2017 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы закон проекты менән республика парламенты президиумының сираттағы ултырышында финанс министры Рида Собханҡолова таныштырҙы.
Билдәләнеүенсә, бюджет элекке йылдарҙағы кеүек үк үҙенең социаль йүнәлешен һаҡлаясаҡ. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәләрендәге барлыҡ төп бурыстар артабан да тулы кимәлдә үтәләсәк, әсәлекте һәм балалыҡты социаль яҡлау маҡсатында күрһәтелгән ярҙамды камиллаштырыу буйынса ла эш дауам итәсәк.
Бюджет сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеге — билдәләнгән маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу. Бында Рәсәй Президентының 2012 йылдың 7 майында ҡабул иткән указдары нигеҙ булып тора. Унда иҡтисад, ижтимағи сәйәсәт, инвестициялар йәлеп итеү өсөн уңайлы мөхит булдырыу, барлыҡ социаль өлкә эшмәкәрлеген яҡшыртыу, эш хаҡын күтәреү, йәмғиәттә тотороҡлолоҡто тәьмин итеү тураһында һүҙ бара. Барыһы ла кешеләрҙең тормош сифатына йоғонто яһаясаҡ.
2015 йылға һәм 2016, 2017 йылдарҙың план осорона федераль ҡаҙна хаҡында документта Рәсәй төбәктәренә бүлемдәр күләме аныҡ билдәләнгәс, республика бюджеты шуны иҫәптә тотоп үҙгәртеләсәк.