Кисә республиканың ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне. Ошо айҡанлы Өфөлә тантаналы саралар үтте. Унда төрлө район-ҡалаларҙан хеҙмәт алдынғылары килгәйне.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бер төркөм тармаҡ эшсәндәренә наградалар тапшырҙы.
— Бөгөн мөһим сараға — ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһына йыйылдыҡ, — тине республика етәксеһе. — Барыбыҙ ҙа ҙур эш башҡарҙыҡ. Һөҙөмтәләр яҡшы. Иң мөһиме — ауыл хужалығындағы хәлде үҙгәрттек.
Ысынлап та, һөҙөмтәләр һәйбәт. Беҙ көйһөҙ һауа торошо, техника етешмәү, аҡса аҙлығына бәйле етди мәсьәләләрҙе хәл итә алдыҡ.
Мал ҡышлатыуҙың яҡшы үтеренә шикләнмәйбеҙ: аҙыҡ етерлек. Буралар иген менән тулы. Иртәгегә шундай ышаныс кешеләргә лә күсә. Әлбиттә, ауыл хужалығы тармағын яңыртыуҙы, үҫтереүҙе артабан да дауам итәсәкбеҙ. Беҙ яңғыҙ түгел. Ил етәкселеге, власть органдары яғынан хуплау табабыҙ. Төрлө мәсьәләләрҙе хәл итерлек кешеләрҙең республикабыҙға ышанысы ҙур.
Награда алыусылар араһында Мәләүез районының Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Сибәғәт Ғәйнуллин да бар ине. Ул хужалыҡ эшсәндәре исеменән хеҙмәтен юғары баһалағандары өсөн рәхмәт белдерҙе, быйыл иген культураларынан, сөгөлдөрҙән ҙур уңыш алыуҙарын хәбәр итте. Былтыр — 22 миллион һум, быйыл 12 миллион һум дотация бүленеүен билдәләп, шундай ярҙам булғанда насар эшләү килешмәҫ ине, тип белдерҙе.
Бүләкләнеүселәр араһында район, хужалыҡ, предприятие етәкселәренән тыш, белгестәр, урта звено етәкселәре, малсылар, механизаторҙар ҙа бар ине.
* * *Был көндө Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов та ауыл эшсәндәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы.
– Байрамды ҙур ҡаҙаныштар менән ҡаршылайбыҙ. Башҡортостан игенселәре һаҡлауға 3 миллион 200 мең тонна ашлыҡ һалды. Шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш та уңды, – тине Азамат Фәттәх улы. – Ныҡлы мал аҙығы базаһы булдырылды, эшкәртеү сәнәғәте үҫешә. Республика аграрийҙары, "Алтын көҙ" Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашып, 449 наградаға лайыҡ булды.
Премьер-министр республикала ауыл хужалығын үҫтереүгә Башҡортостан ҡаҙнаһынан байтаҡ аҡса бүленеүен, күпләп техника һатып алыныуын, ауыл ерендә социаль инфраструктураны яҡшыртыуға иғтибар артыуын билдәләне. "Һеҙҙең тырыш хеҙмәтегеҙ беҙгә яңы ҡаҙаныштарға өлгәшергә мөмкинлек бирә", – тине ул.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев йыйылыусыларға уңыштар теләне.
– Халыҡтың аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә фиҙакәр эшләүегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, – тине ул. – Табыныбыҙҙың муллығы – һеҙҙең хеҙмәт емеше.
Был көндө күптәр республика Хөкүмәтенең дипломдарына, дәүләт наградаларына лайыҡ булды. Улар араһында район, хужалыҡ етәкселәре, һауынсылар, механизаторҙар, ветеринарҙар, малсылар, комбайнсылар, инженерҙар бар. Мәҫәлән, Әбйәлил районы "Агро" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Ҡырҙас һөтсөлөк фермаһы һауынсыһы Гөлсәсәк Кейекҡужина Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең "Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн" билдәһе менән бүләкләнде. Алдынғы һауынсы 31 йыл ғүмерен малсылыҡҡа бағышлаған. "Мәктәпте тамамлағас та тыуған ауылымда эшкә ҡалғайным, һис кенә үкенмәйем, – ти Гөлсәсәк. – "Көньяҡ Урал" МТС-ында эшләүсе ирем менән дүрт малай һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. "Әсәлек даны" миҙалына ла лайыҡ булдым. Хеҙмәт кешеһен ҙурлап, данлап, ихтирам күрһәткәндәре өсөн бар ауыл эшсәндәре исеменән Хөкүмәтебеҙгә оло рәхмәтемде еткерәм".
* * *Конгресс-холда Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш булды. Унда республика етәкселеге, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек, үҫемлектәрҙе химиялаштырыу һәм һаҡлау департаменты директоры Петр Чекмарев ҡатнашты.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында төбәктә ауыл хужалығы техникаһын һатып алыу, һөтсөлөк тармағын комплекслы яңыртыу, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү, "Башҡортостан Республикаһында 2012 – 2016 йылдарға 500 һөтсөлөк фермаһын комплекслы яңыртыу" республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләренә туҡталды һәм уларҙы иң мөһим бурыстар рәтенә индерҙе. Тағы ла төбәктә йылҡысылыҡты, умартасылыҡты үҫтереү зарурлығын белдерҙе.
Мәскәү ҡунағы Петр Чекмарев алдынғыларҙың бер нисәүһенә Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһын, "Рәсәй Федерацияһы агросәнәғәт комплексының маҡтаулы хеҙмәткәре" билдәһен тапшырҙы.
Самат ҒӘЛИН,
Фаил Ҡылысбаев.